+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
6 Май 2022, 14:52

Милана Ишмөхәмәтова

Мәктәптең 8-се синыф уҡыусыһы Милана Ишмөхәмәтова Ярлы Кәрим ижады буйынса тасуири уҡыуҙарҙа II-се дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Сара 29 апрелдә ошо уҡ райондың Фәтих Кәрим исемендәге Айыт дөйөм белем биреү  мәктәбендә үтте. “Мин ҡайттым” тип исемләнгән был әҙәби конкурстың йомғаҡлау этабында, Милана Ишмөхәмәтова Ярлы Кәримдең “Өмөтөмдө өҙмә” шиғырын һөйләп, жюри ағзаларын, тантаналы сараға килгән барлыҡ тамашасыларҙың күңелен әсир итте.

Милана Ишмөхәмәтова
Милана Ишмөхәмәтова

Милана Ишмөхәмәтова

Бишбүләк районының Ҡаныҡай мәктәбе районда башҡорт теле туған тел булараҡ уҡытылған берҙән-бер мәктәп. Балалар яҡын-тирә өс ауылдан килеп уҡыһалар ҙа уҡыусылар һаны әлегә күп түгел. Был мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова төплө белем бирә. Балаларға тел нескәлектәрен өйрәтеп, туған телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләй. Һәләтле уҡытыусы балаларҙы ижади яҡтан үҫтереүгә лә күп көс һала. Уҡыусыларының һәр төрлө конкурстарҙа еңеүе – уҡытыусының оло хеҙмәт емеше.

Мәктәптең 8-се синыф уҡыусыһы Милана Ишмөхәмәтова Ярлы Кәрим ижады буйынса тасуири уҡыуҙарҙа II-се дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Сара 29 апрелдә ошо уҡ райондың Фәтих Кәрим исемендәге Айыт дөйөм белем биреү  мәктәбендә үтте. “Мин ҡайттым” тип исемләнгән был әҙәби конкурстың йомғаҡлау этабында, Милана Ишмөхәмәтова Ярлы Кәримдең “Өмөтөмдө өҙмә” шиғырын һөйләп, жюри ағзаларын, тантаналы сараға килгән барлыҡ тамашасыларҙың күңелен әсир итте.

Башҡорт теленән үткәрелгән һәр сараларҙа ла әүҙем Милана. Быйыл район кимәлендә беренсе тапҡыр уҙғарылған Башҡорт теле олимпиадаһында ҡатнашып, 1-се урын яулай. Бәләкәй сағынан яттан шиғырҙар һөйләргә ярата, шиғриәт конкурстарында һәр ваҡыт алдынғы урындар яулай.

Башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ла бер туған апаһы менән бергә ҡатнашалар. 9-сы синыфта белем алған апаһы Камила Ишмөхәмәтова был конкурста йыл да беренсе урынды яулай. Камила ла бик әүҙем, тырыш ҡыҙ. Башҡорт теле буйынса мәктәп, район данын яҡлап, республика кимәлендә бик күп конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Хәҙер һеңлеһе Милана апаһынан үрнәк ала, өйрәнә һәм һис шикһеҙ яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.

Күп балалалы ғаиләлә үҫкән ҡыҙҙар ҡусты-һеңлеләренә һәр яҡлап үрнәк. Апайҙарынан күрмәксе, башланғыс синыфта уҡыусы туғандары ла ҡалышмай.  2-се синыф уҡыусыһы Лиана Ишмөхәмәтова “Һаумы, һаумы, әкиәт!” район конкурсында, “Аҡмулла уҡыуҙары”нда һәм башҡа конкурстарҙа лайыҡлы урындар яулай.

Балалар барыһы ла тик яҡшы билдәләренә генә өлгәшә: уҡыу алдынғылары. Спорт ярыштарында ла ихлас ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Ҡаныҡай мәктәбенең үрнәк алырҙай уҡыусылары ул Ишмөхәмәтовтар. Өйҙә лә тырыштар. Хужалыҡта атай-әсәһенә барыһы ла алыштырғыһыҙ ярҙамсылар: һыйырын да һауалар, ҡош-ҡорт та ҡарашалар, ашарға ла оҫта бешерәләр. Ҡыҙҙар тәмле торттар, тәмлекәстәр бешерергә әүәҫ, ҡул эштәренә ифрат та оҫта.

Һәр яҡлап өлгөр, әүҙем балаларға яҡты киләсәк, уҡыуҙарында тик уңыштар теләйбеҙ. Ниндәй генә һөнәр кешеләре булһағыҙ ҙа күңелегеҙ аҡ, изге булһын!

Фотоһүрәттә: 1. Милана Ишмөхәмәтова, Ярлы Кәрим ижадына бағышланған “Мин ҡайттым” әҙәби конкурсының йомғаҡлау этабында, «Мең ырыуы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймарҙанов, һәм уҡытыусыһы Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова менән.

  1. Ҡаныҡай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова, “Аманат” журналы редакцияһының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова менән. Ярлы Кәрим ижадына бағышланған “Мин ҡайттым” әҙәби конкурсының йомғаҡлау этабында.
Милана Ишмөхәмәтова
Милана Ишмөхәмәтова
Милана Ишмөхәмәтова
Милана Ишмөхәмәтова
Милана Ишмөхәмәтова
Милана Ишмөхәмәтова
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: