+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
24 Май 2022, 14:55

“Баймағымда алһыу таң атты...”

Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереү үҙәгендә, йәшләй генә арабыҙҙан киткән шағир Йәмил Сәйҙәлиевтың (2002-2019) «Баймағымда алһыу таң атты…» китабының исем туйы үтте.

“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”

“Баймағымда алһыу таң атты...”

Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханала – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереү үҙәгендә, йәшләй генә арабыҙҙан киткән шағир Йәмил Сәйҙәлиевтың (2002-2019) «Баймағымда алһыу таң атты…» китабының исем туйы үтте.

Китапта Йәмилдең төрлө йылдарҙа ижад иткән әҫәрҙәре тупланған. 2014 йылда “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булған Йәмил журнал менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Яратҡан журналына, Урал батырға, Мостай Кәримгә, Аҡмуллаға, Рәми Ғариповҡа һәм башҡа шәхестәребеҙгә, халҡыбыҙға бағышлап, ихласлап яҙылған шиғырҙары, мәҡәләләре ингән китапҡа.

Китапты Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Сулпан Билалова сағыу һүрәттәр менән биҙәгән.

Китап сығарыу идеяһының иң башында “Аманат” журналы менән Мостай Кәрим исемендәге Фонд  тора. Журналдың Мостай Кәрим исемендәге ижади конкурс еңеүселәрен тәбрикләгән мәлдә Фонд директоры Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова Йәмилдең китабын сығарыу хыялын тормошҡа ашырырға ҡарар итә.
Китаптың исем туйында Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Йәмилдең әсәһе Фәниҙә Оморҙаҡ ҡыҙы Солтанова, “Аманат”, “Ағиҙел”, “Шоңҡар”, “Ватандаш” журналдарының баш мөхәррирҙәре, журналистары әҙәбиәтселәр, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары ҡатнашты.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев, Йәмилдең китабына ҙур баһа бирҙе:

“Йәш егеттең рухиәте бай – унда боронғо тарихыбыҙ ҙа, халыҡ ижады ла, ҡурай моңо ла, әҙәбиәт тә, мәҙәниәт тә, мәғрифәт тә бар! “Тыуған ерем – алтын бишек” тип аталған мәҡәләһендә Йәмил был турала “Мин үҙебеҙҙең нәҫелдең ғорурлығы булып, Башҡортостанға, илебеҙгә кәрәкле кеше булып үҫергә теләйем. Тыуған илемде, Башҡорт телемде бик яратам, ҡурай серҙәренә өйрәнәм, башҡортса матур итеп һөйләшәм. Милләт көсө уның тарихи тамырҙарында, хәтерендә, быуындар араһындағы бәйләнешендә сағыла. Һәр тәрбиәле, мәҙәниәтле кеше халҡының тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен белергә, өйрәнергә һәм белгәнен киләсәк быуынға еткереү өсөн һаҡлап, йыйып ҡалдырырға бурыслы,” тип фекер йөрөтә. Йәмилдең шиғырҙары –  “Йәштәр тауышы” серияһында сығарырлыҡ үҙе бер шиғри йыйынтыҡ.

Бына ошо шиғырҙарын, хикәйәләрен һәм мәҡәләләрен уҡып ҡына ла, уның үҙен күреп белмәһәм дә, мин, мәҫәлән, башҡорт әҙәбиәтенә ниндәй өмөтлө ҡәләм эйәһе килә ятҡан булғанлығын төҫмөрләп, тойоп, уның шулай ҡапыл һәм кинәт беҙҙең аранан китеүенә “аһ!” иттем. Ниндәй аяныслы хәл!Ниндәй юғалтыу беҙҙе һағалаған!..

Ә йәш шағир төплө фекерле булған бит. Тематикаһы ла бик күп. Тыуған Баймағынан алып, һөйөклө Башҡортостаны, Таналыҡ, Һаҡмар, Ағиҙел, Ирәндек, Шүлгәнташ мәмерйәһе, данлы Буранбайы, серле Бөрйән яҡтарына, гәлсәрҙәй Талҡаҫына тиклем...

Рәхмәтле бала ғәзиз әсәһенә әллә күпме шиғыр, хикәйә арнаған, туған мәктәбе, дуҫтары, уҡытыусыларына, уны тәүләп, әҙәбиәт донъяһына сығарған “Аманат” журналына иң изге йөрәк һүҙҙәрен әйтеп биргән.

Йәмил – миңә яҡташым да кеүек: ул Таналыҡ йылғаһының үрге башында (Баймаҡта) йәшәгән, уҡыған, ә мин Таналыҡ йылғаһының түбәнге ағымында (Хәйбулла районында) һыуын эсеп үҫтем.

Бына шуғалыр ҙа Йәмил – тыуған яҡ йырсыһы. Уның шиғырҙарында күк Ирәндек тауҙары, һағышлы Һаҡмар йылғаһы ла, аҡ томанға сорналған Таналыҡ та мәңгелек ағышта бирелгән.

Сәсәндәр илендә тыуып-үҫкән Йәмил нисек инде Урал батыр тураһында яҙмай ҡалһын!? Халҡыбыҙҙың легендар, мәшһүр һәм бөйөк шәхесе Урал батырға йәш әҙип бөгөнгө заман күҙе менән – үҙенең быуыны вәкиле булып ҡарай:

 

Бына үткәндәргә барып индем,

Ваҡыт аша Урал батырға.

Урал тауҙарына артылдым мин,
Бейек тауҙан баҡтым донъяға.

Урал иле өсөн йәнен аямаған,
Ләкин иҫләйме һуң уны киләсәк?

 Дейеүҙәрҙән һаҡлап ҡалған ерен

Ниндәй быуынға һуң ул бирәсәк?

Оран һалам: “Иҫләй! Иҫләй!” – тиеп,

Йылдар тултырырҙар быуатты.

Ошо ерҙә торорбоҙ беҙ әле,

Йырҙа данлап Урал батырҙы.

Лайыҡмы һуң беҙҙең быуын

Урал кеүек көслө батырға?..

Башта бик күп уйҙар ҡайнай...

Кәрәк шуға яуап табырға.

Йәмил, йәш булһа ла, ерҙә ябай ғына күҙәтеүсе лә, яуапһыҙ ҡала торған кеше лә түгел. Шиғырында ул фәлсәфәүи поэтик фекерен артабан үҫтерә:

Эйе, иманым камил минең,

Ата-бабам лайыҡ булған.

Күпме ҡанлы йәшен ҡойһа ла,

Урал илен һаҡлап ҡалған.

Улар лайыҡ та ул, ә беҙ нисек?

Лайыҡ булыр беҙҙең быуын да,

Урал батыр данын яҡлар өсөн

Уяу булайыҡсы, туғандар!

Минең тыуған ерем – Урал иле,

Илкәйемдең аҫыл биҙәге.

Ниндәй ғорурлыҡ ул ошо ерҙең

Булыуы бер кескәй киҫәге!

Беҙ беләбеҙ, тыуған ерле булыу,
Ниндәй оло бәхет донъяла.

Тыуған еремә дан йырлап,

Көйҙәр һуҙам моңло ҡурайҙа.

Миңә юл күрһәтә Урал ҡаялары,
Ҡалҡып тора ғорур Ирәндек,

Тыуған ерем – йәнтөйәгем минең,

Изгелеккә һинән өйрәндек!

Алғараҡ китеп әйткәндә, Йәмилдең “Урал батырға” шиғыры – уның әҙип булараҡ өлгөргәнлек билдәһе лә. Уның йәшәү маҡсатын билдәләр программа шиғыры ла!

Йәмилдең китабында “Мостай Кәримгә хат” тигән бик фәһемле яҙмаһы (бәлки, иншаһылыр) һәм Мостай ағайға бағышлап яҙған шиғыры ла йыйынтыҡтың бәҫен күтәрә! Хат (мәҡәлә) әҙәбиәтебеҙ классигының биографияһын һөйләп сығыу түгел, ә йәш күңелдең оло шағирҙы ихлас ҡабул итеүенә, уны үҙ донъяһына яҡынайтып асыуына ҡоролған. Унда тыуған ер, туған тел тураһындағы уйланыуҙары бик фәһемле: “Тыуған ерһеҙ туған телде күҙ алдына ла килтереп булмай. Тел – иң ҙур байлығыбыҙ. Бына ошо башҡорт телен һыу кеүек эскән, үҙ иленең ысын патриоты булған өсөн, башҡорт рухлы яҙыусыбыҙ күкрәгенән, күңеленән ҡоштар осорған. Бөгөнгө көндә шағирҙы белмәгән, иҫләмәгән кеше бармы икән? Юҡтыр, минеңсә... Халҡыбыҙҙың бөйөк шағирҙарының тормош юлы, ижады, ҡаҙаныштары, үҙ иленә, үҙ теленә тоғро булыуы йәш быуынға үрнәк итеп ҡуйыла беҙҙә,” – тип яҙа Йәмил. Хатының аҙағы бигерәк тә йәнгә үтеп инерлек: “Башҡортомдоң арҙаҡлы улы, бөйөк шағиры, Мостай Кәрим! Һеҙгә мин бөгөнгө быуын улдары һәм ҡыҙҙары исеменән сәләм ебәрәм. Изге, хаҡ эшегеҙҙе дауам итербеҙ, ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ. Беҙ бит – ейәндәрегеҙ!.. Шағир Мостай рухы мәңге тере! Ошондай әҙип өлгөһөндә тәрбиәләнгән һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисергән киләсәгебеҙ өмөтлө булыр. Хөрмәтле Мостафа Сафа улы! Мин һеҙҙең менән ғорурланам, һеҙҙең алда баш эйәм!” – тип тамамлай йәш шағир хатын. Хатты тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел. Бағышлап яҙған шиғырына Йәмил үҙен башҡорт теленең һәм әҙәбиәтенең ысын патриоты икәнлеген бик тапҡыр әйтеп биргән:

Башҡорт теле – халҡым теле,

Таң ҡалырлыҡ матур ҙа!

Шағирҙарың тыуып торһон

Мостай юлын ҡыуырға!

Йәш ҡәләм оҫтаһы үҙе лә асылда ошо рухиәт юлына, изгелек юлына баҫҡайны...

Ҡәҙерле туғандар! Беҙҙең аранан йәшләй генә киткән, әҙәби һәләтен тулыһынса аса алмай ҡалған Йәмилдең йырсы ҡоштай үрһәләнгән йәне бөгөн дә беҙҙең менән – ул үҙенең шиғырҙары, хикәйәләре, әкиәттәре, мәҡәләләре, ҡурайы моңо менән рухи донъябыҙҙы йәмле һәм йәнле итеү юлында. Был изгелекле, матур мөмкинлекте тыуҙырыусыларға – Йәмилдең әсәһе Фәниҙә Оморҙаҡ ҡыҙына, китапты баҫмаға әҙерләүселәргә, Йәмил Сәйҙәлиевтың китабын нәшер итеүҙе үҙ өҫтөнә алған Мостай Кәрим исемендәге фондҡа, шәхсән хөрмәтле Әлфиә Мостай ҡыҙына, Тимербулат Олег улы Кәримовҡа олуғ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ҙур рәхмәт!” – тип йомғаҡланы һүҙен оло әҙип.

 

Зөбәржәт Яҡупова.

“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
“Баймағымда алһыу таң атты...”
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: