+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
10 Июнь 2022, 10:47

Башҡорт ҡыҙы

Башҡорт ҡыҙы – ул халҡымдың йөҙөк ҡашы, Серле, төҫөн юймаҫ гүзәл, күҙ ҡамашыр. Быуындарҙы быуындарға ялғап, төйнәп Рух ялҡынын дөрләтеүсе саҡматаштыр.

Башҡорт ҡыҙы
Башҡорт ҡыҙы

БАШҠОРТ ҠЫҘЫ

Башҡорт ҡыҙы – ул халҡымдың йөҙөк ҡашы,

Серле, төҫөн юймаҫ гүзәл, күҙ ҡамашыр.
Быуындарҙы быуындарға ялғап, төйнәп
Рух ялҡынын дөрләтеүсе саҡматаштыр.
Күңелдәрҙе күмер итер утлы ҡараш:
Йәнгә йәмле йылы һөттәй һалмаҡ һөйләш.
Бейегәндә аяҡтары алмаш тилмәш.
Һомғол Иҙел ағышылай ғәмле уйҙар
Толомдары тирбәлгәндәй аңын аулар.
Хыялдары, әйтерһең дә, – күккә ашҡан
Тылсым тулы Ирәмәлдәр, Торатауҙар.
Ҡолағында сыңлап торһа тәңкә сыңы,
Егетенең “һөйәм, йәнем” тигән һүҙе,
Болоттарҙы үтә тишер башҡорт ҡыҙы:
Нурын һипһен төйәгенә Ҡояш үҙе!

Фирҙәүес Бәширова

Башҡорт ҡыҙы
Башҡорт ҡыҙы
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: