+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
9 Июль 2022, 12:00

Әсәйем бул! Хикәйә

Бишенсе синыфта дәрес бара, Розалия Вәлиевна тырышып-тырышып яңы теманы аңлата. Был дәрескә ул “Һүҙ төркөмдәре” тигән бик мөһим тема алған. Морфологияны артабанғы үҙләштереү бөгөнгө ошо теманы яҡшы белеүгә бәйле, шуға грамматиканың был бүлеген яңы алымдар ҡулланып, терәк сигнал схемалар ярҙамында белдерергә тырыша. Шулай ҡыҙыу дәрес барған бер мәлдә Әҙилә исемле уҡыусы ҡапыл урынынан торҙо ла өҫтәлгә яҙыулы ҡағыҙ бите һалды.

Әсәйем бул! Хикәйә
Әсәйем бул! Хикәйә

Бишенсе синыфта дәрес бара, Розалия Вәлиевна тырышып-тырышып яңы теманы аңлата. Был дәрескә ул “Һүҙ төркөмдәре” тигән бик мөһим тема алған. Морфологияны артабанғы үҙләштереү бөгөнгө ошо теманы яҡшы белеүгә бәйле, шуға грамматиканың был бүлеген яңы алымдар ҡулланып, терәк сигнал схемалар ярҙамында белдерергә тырыша. Шулай ҡыҙыу дәрес барған бер мәлдә Әҙилә исемле уҡыусы ҡапыл урынынан торҙо ла өҫтәлгә яҙыулы ҡағыҙ бите һалды. Ҡыҙ баланың берәй мөһим йомошо барҙыр, йә тышҡа сыҡҡыһы килгәндер, тип уйланы уҡытыусы һәм яҙыуҙы тиҙерәк алып уҡый һалырға ашыҡты. Аҡ ҡағыҙ битенә: “Мин саҡырһам, беҙгә ҡунаҡҡа килерһегеҙме?” – тигән яҙыу яҙылғайны. Йыуаш ҡына ҡыҙ баланан бындай тәртипһеҙлекте көтмәгәйне Розалия Вәлиевна, мәктәптә нимәләр генә булмай, балалар нисек кенә шаярмай, әммә был тиклем хаттин ашҡан самаһыҙ әҙәпһеҙлекте күргәне юҡ ине уның. Дәрес ваҡытында уҡытыусы өҫтәленә уҡыусының ҡунаҡҡа саҡырып яҙыу яҙып һалғанын тағы берәйһенең ишеткәне, күргәне бармы икән? Нисек батырсылыҡ иткән ул? Әммә нисек кенә йәне көймәһен, тойғоларын һиҙҙермәҫкә өйрәнгән уҡытыусы, шунда уҡ үҙен ҡулға алды, ҡағыҙ битен бөкләп кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ла Әҙилә яғына бер генә ҡараш ташлап, үҙ эшен дауам итте. Бына дәрес тамамланыуҙы иҫкәртеп, ҡыңғырау шылтыраны. Эргәһенә килеп, саҡырыуының сәбәбен аңлатыр, тип Әҙилә синыфтан сығып киткәнсе Розалия Вәлиевна көтөп торҙо, әммә ҡыҙыҡай өнһөҙ-һүҙһеҙ синыф бүлмәһенән сығып китте. Дәрестәр тамамланып, мәктәп бинаһынан сыҡҡайны ғына, артынан теге ҡыҙыҡай ҡыуып етте.

– Йә, саҡырыусы, ни булды, әллә әйтер һүҙең бар инеме?

– Эйе.

– Әйт һуң.

– Әле әйтә алмайым. Беҙгә килегеҙ, шунда әйтәм.

Уҡытыусы бындай сәйер ҡыланыш өсөн шелтәләргә лә, көлөргә лә белмәй, уҡыусыһына һынап ҡараны: бала күҙҙәре хәйләһеҙ, ялбарып, ихлас ҡарай. Юҡ, бара алмайым тиһә, үтенес менән мөлдөрәп ҡараған ҡыҙ баланың күҙҙәренән йәш атылып сығыр төҫлө.

– Йә, ярай, улай булғас, әйҙә, киттек.

– Юҡ, әле түгел. Үҙем әйтермен.

– Бына нисек? Ниндәй серле саҡырыу һуң был?

– Шулай кәрәк, зинһар, үпкәләмәгеҙ.

Розалия Вәлиевна ҡыҙыҡайҙың буталсыҡ хәбәренән, сәйер ҡыланышынан бер нәмә лә аңлай алманы. Улай икән, тине лә ҡайтыу яғына атланы.

Бер аҙналай ваҡыт үтеп китте. Бер көндө эргәһенә йөҙө ҡояштай балҡыған Әҙилә килеп баҫты:

– Киттек беҙгә, – тине.

– Йомошоңдо былай ғына әйтеп булмаймы, Әҙилә? Ниңә әллә нимәләр уйлап сығараһың.

– Юҡ. – синыфташтарынан кәүҙәгә байтаҡҡа ҡайтыш, ҡаҡса ғына кәүҙәле, бойоҡ күҙле ҡыҙ баланың үҙ һүҙендә ныҡ тороуы мәҙәк тойолдо, үҙе лә һиҙмәҫтән Розалия ҡунаҡҡа барырға риза булды. Машинаһы янына килеп:

– Улайһа, әйҙә, ултыр, киттек, – тине. – Адресыңды әйт.

Әҙиләнең йәшәгән йорто уҡытыусыныҡынан әллә ни йыраҡ түгел икән, үҙәк урамдарҙың береһендә туғыҙ ҡатлы йортта йәшәйҙәр. Уларҙы ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәрҙәге ир ҡаршы алды:

– Мин Әҙиләнең атаһы Әнүәр булам. Ә һеҙ Розалия Вәлиевнамы? Таныш булайыҡ. Үҙегеҙҙе өйөгөҙҙәге кеүек хис итегеҙ. Мин ике көн элек кенә Сургуттан ҡайттым, вахта методы менән эшләйем. Ҡыҙым мәктәптән ҡайтты ла, уҡытыусы апайҙы ҡунаҡҡа саҡырҙым, ул беҙгә килергә риза булды, тине. Ҡайтҡаны бирле һөйләгәне Розалия Вәлиевна. Һеҙҙе шул тиклем ярата, һеҙҙең һәр әйткән һүҙегеҙ уның күңеленә һеңеп ҡала.

Төҫкә-башҡа күрмәлекле генә ирҙең күҙҙәрендә һыҙланыу күреп, был кешенең берәй ҡайғыһы бармы, йә ауырыймы, тип уйланы ҡунаҡ. Ул арала табынға саҡырҙылар. Ниңәлер йортта хужабикә күренмәне. Ҡунаҡтың уйын һиҙеп торғандай, Әҙилә күрше бүлмәгә барып фотокарточка алып килде.

– Әсәйем былтыр гүр эйәһе булды. Бына ҡарағыҙ, ул һеҙгә оҡшап тора. Һеҙ минең әсәйем булығыҙ!

Ҡапыл Розалияға Әҙиләнең саҡырыуының сере аңлашылғандай булды. Был мут ҡыҙыҡай уны үҙенең атаһы менән таныштырырға тип алып ҡайттымы икән ни? Табында уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Нимә-нимә, әммә Розалия быны көтмәгәйне. Ҡунаҡтың йөҙөндәге үҙгәреште күреп, уңайһыҙланған Әнүәр, ни әйтергә белмәй, йомош табып, аш-һыу бүлмәһенә сығып китте. Әҙилә уҡытыусыһының эргәһенә үк килеп ултырҙы:

– Минең атайым һәйбәт ул, тик гел ҡайғылы, уның күңелен һеҙ генә йыуата алырһығыҙ.

– Ни һөйләйһең, Әҙилә?

– Һеҙ ҙә бит яңғыҙ.

Ун ике йәшлек ҡыҙ баланың әсәйле булғыһы килеүе тәбиғи. Ул быны сабыйҙарса самими бер ҡатлылыҡ менән йәшерен-батырынһыҙ әйтте лә ҡуйҙы. Ә атаһына кәләш күҙләүе Розалияны ғәжәпләндерҙе. Уға яңғыҙ ҡыйын икәнен төшөнә. Күңеле һиҙгер балаҡайҙың. Ниңә был яңы килгән бала гел бөршәйеп, күңелһеҙ йөрөй тип уйлай торғайны, баҡһаң, әсәһен юғалтҡан, ә атаһы ситтә эшләй икән. Хәҙер уҡытыусы барыһын да аңланы.

– Кил әле, яныма ултыр әле, – Розалия ҡыҙыҡайҙы эргәһенә ултыртты ла сәстәренән һыйпап, арҡаһынан һөйҙө, ҡосаҡлап үҙенә яҡыныраҡ һыйындырҙы.

– Ысын әйтәм, мин һеҙҙе яратам. Минең әсәйем булығыҙ. Атайыма ла яңғыҙ ҡыйын.

Уҡытыусыға хәҙер бөтәһе лә асыҡланды, шик юҡ, ошо һүҙҙәрҙе әйтер өсөн саҡырған икән балаҡай. Башҡалар дәрес тыңлағанда уның уйы-хисе әллә ҡайҙарҙа йөрөгән. Уйлағанын тотҡан да яҙған.

– Эй, Әҙилә, был һин уйлағанса еңел мәсьәлә түгел. Ололарҙың тормошо бик ҡатмарлы.

Ҡыҙының һүҙҙәрен ишек аша ишетеп торған атай кешегә бик уңайһыҙ ине. Бына ниңә уҡытыусыны саҡырайыҡ тип килгәндән алып быуынына төшкән икән ҡыҙы. Тағы әллә нәмәләр һөйләп ташламаһын тип, Әнүәр уға йомош ҡушҡан булып, аш-һыу бүлмәһенә сығарып ебәрҙе.

– Зинһар, ҡыҙымды ғәфү итегеҙ. Уға, ысынлап та, әсәй кәрәк. Баланың уйында ни, телендә шул.

Күмертау әллә ни ҙур ҡала түгел. Бер-береһен бында күптәр үҙ-ара һөйләшеп йөрөмәһәләр ҙә йөҙгә танып белә. Ә был кешене Розалия Вәлиевнаның ҡалала осратҡаны юҡ ине.

– һеҙҙе бер ҙә күргәнем булманы. Ҡайҙа эшләйһегеҙ?

– Күмертауға беҙ былтыр, ҡатыным үлгәндән һуң күсеп килдек. Уға тиклем Сургутта йәшәнек. Ҡыҙым әсәһенең туғандары менән аралашып йәшәһен, тип был яҡҡа ҡайттым. Мин инженер – нефтяник, нефть промыслаһында эшләйем.

– Бына нисек. Ҡыҙығыҙ миңә оҡшай, шундай асыҡ күңелле.

-Уҡытыусы апайҙы саҡырайыҡ тип өҙмәне лә ҡуйманы. Килмәҫһегеҙ тигәйнем, Әҙиләнең һүҙен йыҡмауығыҙ өсөн рәхмәт.

Розалия Вәлиевна көлә-көлә Әҙиләнең үҙен нисек саҡырғанын һөйләп бирҙе:

– Ун йылдан ашыу уҡытам, бындай хәл менән тәүләп осраштым. Балалар ҡыҙыҡ, мин уларҙың үтенестәренә иғтибарлы булырға тырышам.

Әҙилә өҫтәлгә сынаяҡтар ултыртты ла тағы уҡытыусыһының эргәһенә килде:

– Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә үҙемдең бүлмәмде, аквариумымды, ташбаҡамды күрһәтәм.

– Һин йәнлектәр яратаһыңмы?

– Эйе. Мин уларҙы үҙем тәрбиәләйем.

Ҡыҙыҡай шкафтан фотоальбом алды, бында әсәһенең, яҡын туғандарының фотокарточкалары теҙелгән икән.

– Әсәйемдең бер кейәүгә сыҡмай ултырған һеңлеһе бар, атайыма күҙе төшкән. Тик мин уның әсәй булыуын теләмәйем.

– Ниңә?

– Яратмайым.

Характеры бар был баланың, тип уйланы Розалия. Бәләкәс кенә башы менән атаһына – ҡатын, үҙенә әсәй һайларға башы етә. Ҡунаҡҡа ҡыҙыҡ булып китте:

– Ә һин әсәйлеккә ниңә мине һайланың? – тип һораны.

– Һеҙ яҡшы уҡытыусы. Икенсе берәү булһа, записка өсөн әрләп ташлар ине, ә һеҙ минең һүҙемде йыҡманығыҙ.

– Ах, һин шуҡ ҡыҙыҡай, белмәгәйнем ниңә саҡырғаныңды. – Розалия Вәлиевна рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе.

Ҡыҙы өсөн ныҡ уңайһыҙланған Әнүәр ни эшләргә, нимә әйтергә белмәй яфаланды. Сат йәбеште ләһә ҡунаҡҡа. Хәҙер бүлмәһенә алып инеп китте. Унда тағы әллә нимәләр һөйләйҙер әле.

Аптырағас, Әнүәр ҡыҙының бүлмәһенә туҡылдатты.

– Ғәфү итегеҙ, Әҙилә һеҙҙе арытты буғай.

– Ҡыҙығыҙ зирәк, аҡыллы, ҡыйыу, уның янында күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ. Миңә нәҡ ошондай балалар оҡшай. Һеҙҙә күңелле, әммә миңә ҡайтырға, иртәгәге дәрестәргә әҙерләргә, план төҙөргә, дәфтәр тикшерергә кәрәк.

– Беҙгә тағы ҡасан киләһегеҙ? – Уҡытыусыны янынан ебәргеһе килмәгән ҡыҙыҡай осрашырға сәбәп эҙләне. – Әйҙәгеҙ иртәгә өсәүләп концертҡа барайыҡ.

– Иртәгә – булмай, иртәгә беҙҙең педсовет.

– Иртәгә һуңға нисек?

– Ҡарармын.

Үҙенә ялбарып ҡараған ҡыҙыҡайҙың өмөтөн өҙөрҙәй яуап биргеһе килмәне Розалияның. Уның булмышы шулайҙыр, берәү ярҙам һорап өндәшһә, уның янынан битараф үтеп китә алмай.

Ә Әнүәргә был тыныс холоҡло, ипле һүҙле, үҙен ябай тотҡан ҡатын оҡшаны. Розалия Вәливнаны ул машинаһына тиклем оҙата сыҡты ла:

– Беҙгә шулай килеп йөрөгөҙ, дуҫ булайыҡ, – тине.

Өйгә ингәс, атай кеше ҡыҙын орошто:

– Оят түгелме һиңә “миңә әсәй бул”, тип уҡытыусыға бәйләнергә, етмәһә, ҡунаҡҡа саҡырырға? Ниндәй тәрбиәһеҙ ҡыҙыҡай, тип уйлағандыр әле.

– Мин бит үҙемде генә түгел, һине лә уйлайым, атай. Розалия апай һиңә яҡшы кәләш булыр. Һөмһөҙ Гүзәлең һымаҡ эскесе түгел, борхотоп тәмәке тартып ултырмай. Ен ботағы Гүзәлеңде яратмайым, унан мин ҡурҡам.

Булдыҡлы, уңған кейәүебеҙ ситтәргә китмәһен тип, туғандары уны үлгән ҡатынының бер туған һеңлеһенә, йәғни, балдыҙына димләйҙәр, һуңғы ваҡыттарҙа осрашҡылап та йөрөнөләр. Эйе, Гүзәл асыҡ күңелле түгел, ихласлығы ла һиҙелмәй. Әҙиләне ул күҙгә лә элмәй, уның уҡыуы менән дә ҡыҙыҡһынмай, уйында ғишыҡ-ғишрәт. Мөнәсәбәте тик шәхси мәнфәғәттәргә генә ҡоролған һымаҡ. Йәнәһе, апаһының йыйған донъяһына сит бисә кинәнмәһен. Аҡсалы ирҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа! Бындай маҡсат менән йөрөгән кешегә һиҙгер күңелле Әҙилә, күренеп тора, әсә тип әйтә алмаҫ. Ана, уҡытыусыһына нисек һырыға, хатта эргәһенән китмәй, ә Гүзәл килһә, бүлмәһенә инеп бикләнә. Әнүәр ошоларҙы уйлап, ни эшләргә тигән һорау менән стенала торған ҡатынының портретына төбәлде. Тиҙҙән яҡты донъя менән хушлашырын һиҙенгән ҡатыны: “Әҙиләмде генә йәтим итә күрмә, – тигәйне. – Аллаһҡа ялбарҙы: – Әсә наҙынан мәхрүм иткәнгә күрә, исмаһам, ғәзизкәйемде ата мәрхәмәтенән яҙҙырма!” Уның был һуңғы һүҙҙәрен Әнүәр һис ҡасан онотмай. Ул белә, үҙенә ҡатын табылыр ине, тик балаға әсә булырлыҡты ҡайҙан табырға? Ә Розалияны белде, ул уҡыусыһының күңелен уйлап ҡына килде уларға. Тик баланы йәлләү генә ғаилә ҡорорға нигеҙ була алырмы? Йәнә йәштәр айырмаһы ла байтаҡ булып сыҡты, шундай матур йәш ҡатын үҙенән ун йәшкә өлкән кешене һанламаҫ. Ошондай күңелһеҙ уйҙарға батып ята торғас, түшәге һалҡын, йөрәге буш, Әнүәр мендәрен ҡосаҡлап, йоҡлап китте. Уның хәҙер берҙән-бер шатлығы – Әҙиләһе. Бая ҡыҙына асыуланып, шелтәле һүҙҙәр әйтһә лә уның аҡыллы, саф күңелле бала икәнен белә ул. Уҡытыусыһы ла уны “зирәк” тип маҡтаны бит.

Ҡайтҡас Розалия Вәлиевна ла уйланды. Яратты ул Әҙиләне, ниндәй алсаҡ, ҡыйыу ҡыҙыҡай, минең дә ошондай ҡыҙым булһын ине, тип уйланы. “Миңә әсәй кәрәк!” Бала кеше ауыҙынан сыҡҡҡан бындай һүҙҙәр йөрәгендә йәне булған һәр бер ҡатынды тетрәндерер. Әсәй бул, тип ялыныуы батып барған кеше һаламға йәбешкәндәй тойолдо уҡытыусыға. Шулай ҙа бала кешенең саҡырыуына ҡарап, ҡунаҡҡа китеп барыуына һыны теймәне, үҙен шелтәләп алды. Әнүәр нимә уйлағандыр, уның яңғыҙ икәнен белеп, танышырға килгән тинеме икән? Былай булырын алдан белһә, әлбиттә, бармаған булыр ине. Уй-ниәтен һиҙҙермәй эшләне ҡыҙыҡай. Ярай, ул тиклем бер нимә лә булманы, тип йыуатты ул үҙен, барҙы ла ҡайтты.

Йәнә бер айҙай ваҡыт үтеп китте. Әҙилә килеп, атайым тағы эшкә китте, тине.

Төн урталары ине, Розалияның ишегендә звонок шылтыраны.

– Асығыҙ! – Иламһыраған тауыш Әҙиләнеке ине. –Ни күҙе менән күрһен, коридорҙа бер ҡат күлдәктән генә, өшөүҙән дер-дер ҡалтыранған, күп илауҙан буҫлығып бөткән уҡыусыһы тора.

– Ни булды? – Розалия аяғында саҡ баҫып торған ҡыҙҙы ҡосаҡлап өйгә индерҙе.

– Атайым мине Гүзәл апай менән ҡалдырғайны. Ул әллә ниндәй ағайҙарҙы алып килә, көн дә эсәләр. Бөгөн бер иҫерек ағай миңә бәйләнде, ишекте эстән бикләп ҡуйғайным, бүлмәмә емереп инде лә мине ҡосаҡларға итә. Атайым һаҡлыҡҡа газ баллоны биреп ҡалдырғайны, битенә һиптерҙем, шул ҡотҡарҙы. Сыҡтым да ҡастым. – Ошо һүҙҙәрҙе әйтте лә Әҙилә иҫһеҙ булып ҡоланы.

– Ай, балаҡай, туңғанһың бит. Был һыуыҡта нисек бында килеп етә алдың? Нисек туңып ҡолап ҡалманың?

Розалия ҡыҙыҡайҙың аяҡ-ҡулын спирт менән ыуғылап, ҡурай еләге менән йылы сәй эсерҙе. Бер аҙҙан баланың температураһы күтәрелде, ҡып-ҡыҙыл булып тәне яна, йүткерә башланы. Ни эшләргә? Тиҙ ярҙам саҡырмай булмаҫ.

– Беҙҙә туңа яҙған бала, зинһар, тиҙ генә килеп етегеҙ. – Розалия адресын,телефонын әйтте.

Тиҙ ярҙам машинаһы көттөрмәне. Уҡытыусы шәфҡәт туташына эштең ниҙә икәнен аңлатып бирҙе.

– Ҡыҙыҡайҙы үҙебеҙ менән алып китәбеҙ, теләһәгеҙ беҙҙең менән бара алаһығыҙ, – тине медсестра. – Милицияға әйтеп, хәҙер үк тикшереү ебәрәбеҙ. Адрестары нисек?

Әҙилә төндә бик ныҡ һаташты, атаһын, әсәһен саҡырҙы.

Тамам аптыраған Розалия ҡыҙыҡайҙы ҡосаҡлап, эргәһенә һалды, сәстәренән һыйпаны:

– Әү, ҡыҙым, мин һинең әсәйең, – тине, – тыныслан, йоҡла. – Шулай тип ҡуйынына алғайны, ни хикмәт булғандыр, һыйынып ҡына мышылдап йоҡлап киткән баланы үҙ ҡыҙы итеп хис итте лә ҡуйҙы. Бер аҙҙан ҡыҙыҡай тирләй башланы, тибенеп өҫтөн асып ташланы. Розалия тағы йомшаҡ ҡына итеп: “Йоҡла, ҡыҙым, йоҡла, тирләү файҙалы, ауырыуың сыға”,– тип өҫтөн ҡымтып япты. Бала тағы иҙерәп йоҡлап китте. Таң алдында Розалия үҙе лә йоҡоға талды. Палатаға дарыу таратҡан медсестра ингәндә улар йоҡлай ине. Уяныу менән Әҙилә:

– Әсәй! – тип Розалияны ҡосаҡлап алды. – Мин йоҡо аралаш ысынлап әсәйем янында йоҡлайым икән, тип уйлағайным, һеҙ булғанһығыҙ икән дәһә. – Ҡапылда бер ни аңғармаған ҡыҙыҡай тағы һорау бирҙе: – Ә беҙ ни эшләп бында?

– Иҫеңдәме, кисә беҙгә килгәндә ныҡ өшөгәйнең, һине тиҙ ярҙам машинаһы менән дауаханаға алып килдек.

– Иҫемә төштө: кисә Гүзәл апай тағы эске ойошторҙо. Атайыма әйттем, мине уның менән ҡалдырма тинем, тыңламаны. Бер иҫереге ишекте емереп ингәс, өҫтөмә лә кеймәй саҡ сығып ҡастым. Ҡайҙа барырға белмәй, һеҙгә килдем. – Шунда Әҙиләнең күҙ алдынан үҙен ҡармаған иҫерек ирҙең ҡулы, көс-хәл менән ысҡынып сығып ҡасыуы, ике урам аша йәшәгән уҡытыусыһына килеүе үтте.

Розалияның күңелендә ошо аҡыллы, сая ҡыҙ балаға ҡарата наҙлы хис яңы көс менән уянды. Әҙиләне үҙ балаһындай күреп, ҡосаҡлап алды, иркәләп сәстәренән һыйпаны:

– Ҡыҙыҡайым минең, аҡыллым, дөрөҫ эшләгәнһең, атайың ҡайтҡансы миндә торорһоң.

– Ә атайым ҡайтҡас нисек?

– Нисек– нисек? Үҙегеҙгә ҡайтаһың.

– Ә мин һеҙҙе лә үҙебеҙгә алып ҡайтҡым килә. Атайым бит яңғыҙ, һеҙ ҙә яңғыҙ. Бергәләшеп йәшәйек.

Ҡапылда ни әйтергә белмәгән Роза Вәлиевна:

– Ах, донъямды онотҡанмын даһа, тиҙҙән дәрес башлана, миңә йүгерергә кәрәк, – тип тиҙ-тиҙ кейенде лә, – кискә килермен тип палатанан сығып йүгерҙе.

Больницаның баш врачы шул көндө үк милицияға шылтылтыратып Моратов Әнүәр фатирында ниҙәр булғанын белеште. Тәртип һаҡлау органдары кешеләре барып ингәндә өй тулы иҫеректәр булған, барыһын да килтереп айнытҡысҡа япҡандар, исем фамилияһы менән кенәгәгә теркәгәндәр. Баланы көсләргә иткән иҫереккә енәйәт эше асҡандар.

Дауахананан һауығып сыҡҡан Әҙиләне, уҡытыусы тура үҙенә алып ҡайтты. Был турала коллегаларына ла әйтте. Бер-нисә көн үткәс, айнытҡыстан сыҡҡан Гүзәл мәктәпкә килеп, Розалия Вәлиевнаны ғәйепләп, ҡыҙыҡайҙы ҡайтарып алырға булып йөрөгән икән, уҡытыусылар уны тиҙ урынына ултыртҡандар.

– Һинең арҡала бала туңып үлә яҙҙы, иҫерек әшнәңә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Һиңә тағы ни кәрәк? Бына баланың атаһы ҡайтһын әле, – тигәндәр. – Оялмайынса бында килеп баланы ҡотҡарыусыға дәғүәңде белдереп йөрөйһөң, мөртәт.

Сургуттан ҡайтҡан Әнүәр үҙе юҡта ҡыҙы менән ниҙәр булғанын белә ине инде. Полицияға барып, хәлде асыҡлағас, балдыҙын өҙгөсләп ташларҙай булды. Бер нәмә булмағандай юхаланып килгән Гүзәлгә асыуынан шартлай яҙған атай кеше:

– Бынан түбән тупһама баҫма, фәхишә, – тине. – Һиңә ҡалдырып ҡыҙымды харап итә яҙҙым.

Асыуына сыҙай алмаған Әнүәр ҡыҙған көйө ыңғайы ҡайныларына китте: – Ҡыҙымдың йыйған донъяһы ситтәргә ҡалмаһын тип, ейәнегеҙҙең башына етә яҙҙығыҙ. Белеп ҡуйығыҙ, миңә һеҙҙең аҙғын, эскесе ҡыҙығыҙ кәрәкмәй.

– Ә-ә-ә, теге Әҙиләне эйәләтеп ятҡан йылғыр уҡытыусы күңелеңде ауланымы? Себерҙә эшләгәс, бай тип уйлайҙыр. Ҡыҙымдың өлөшөн суд аша бүлдереп алабыҙ.

– Һеҙгә һаман өлөш ҡайғыһы. Әҙиләне уйланығыҙмы һеҙ? Ул бит һеҙҙең ейәнегеҙ. Нисек ҡыҙғанмайһығыҙ? Ни булғанын белеп тораһығыҙ. Ә Гүзәлдең беҙҙә эске ойоштороуы милицияла теркәлгән. Теге әшнәһенең эше прокуратурала, уны ултыртасаҡтар.

Ҡайныһы менән ҡәйнәһе был хәлдәрҙе белмәмешкә һалышып, аптыраған булды.

– Абба, алай икән дәһә. Шулай ҙа тотҡан ерҙән һындырма, кейәү, уйлап эшлә, туған кәрәк булыр.

– Ярар.

Әнүәр башҡаса һөйләшеп торманы, сығып китте. Әҙиләһе тураһында хәстәрлек күргән уҡытыусыны саҡырып, бөгөн рәхмәт әйтергә йыйынды ул.

– Мин бара алмайым, ғәфү итгеҙ, – тине Розалия. –Балдыҙығыҙ килеп, мәктәптә дау ҡуптарҙы. Һеҙгә кәңәшем шул: Әҙиләне Стәрлетамаҡтағы лицейға бирегеҙ. Унда яҡшы уҡыталар, тәрбиәселәр һәйбәт. Ә мин яратҡан уҡыусым өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрмен.

Балдыҙының үҙ ғәйебен танымауы, намыҫһыҙ ҡыланыуы, Әҙилә менән булған хәлдән һуң Розалия Вәлиевнаға барып, ыҙғышып йөрөүе тамам уның һарыуын ҡайнатты. Кем икәнен асыҡланды: оятһыҙ икән. Көсләшеп тормошҡа сыға алырмын тинеме? Йәнендәй күргән ҡыҙын үлтерә яҙған ҡатынға өйләнергә Әнүәрҙең башына тай типмәгән әле. Яңғыҙ йәшәүе артығыраҡ. Әсәйһеҙ ҡыҙ үҫтермә, атайһыҙ ул үҫтермә, тигәндәр. Ҡыҙы әсәй тип йөрөткән уҡытыусы менән һөйләшеп ҡарарға тип уйлап ҡуйғайны, тағы шул Гүзәл эште боҙҙо.

Бер ай ял тиҙ үк үтеп китте. Апрель баштарында тағы эшкә китергә ваҡыт етте. Әҙиләне ҡайҙа ҡалдырырға, тип торғанда, ҡыҙыҡай үҙе Розалия Вәлиевна менән һөйләшеп, уларҙа ҡалырға булды.

– Ҡарап тороғоҙ инде, һеҙҙән башҡа кешебеҙ юҡ, – тип ялбарҙы Әнүәр. Үҙенең дә һеҙҙән айырылғыһы килмәй. Был бала менән ни эшләргә инде миңә?

– Борсолмағыҙ, иң мөһиме, Әҙилә бик аҡыллы бала. Уның миңә бер мәшәҡәте лә теймәҫ.

– Рәхмәт.

Бер ай эшләй, бер ай ял итә Әнүәр. Вахтаның эше шулай. Бер ай буйы гел бергә булып, уҡыусы менән уҡытыусы бер-береһенә тамам эҫенде, бер-береһен әсәле, ҡыҙлы кеүек хис иттеләр. Ҡыҙыҡайҙы хәҙер уҡытыусыһы эргәһенән алып ҡайтып булмай. Тик Әнүәр балдыҙы менән булған хәлдәрҙән һуң уңайһыҙланып, һөйләшергә баҙнат итә алмай. Ҡыҙының саҡырыуына килеүенә ҡарап, тәүҙә Розалия менән һөйләшеү, килешеү еңел булыр һымаҡ ине, уны ябай, бер ҡатлы тип уйлағайны, тик Әнүәр яңлышты. Осрашҡанда бер нисә рәт өйләнеү тураһында ситләтеп һүҙ ҡуҙғатып ҡараны, әммә йәш ҡатын ул турала ишетергә лә теләмәне. Уҡыу йылы тамамланғас, лицейға урынлаштырыр өсөн, Әнүәр ҡыҙының документтарын алырға мәктәпкә килде, быны белеп ҡалған Әҙилә:

– Мин Роза Вәлиевна янында ҡалам, лицейға бармайым, – тип, мәктәп директорына инде. – Миңә бында уҡыу оҡшай, иптәштәрем дә һәйбәт.

Әнүәрҙең тағы Сургутҡа китергә ваҡыты етте. Тағы ҡыҙын ҡайҙа ҡалдырырға белмәй баш ватты. Олатаһы, өләсәһе янында ҡалдырыр ине, Гүзәл менән борсаҡтары бешмәй. Әшнәһен ун биш тәүлеккә ултыртып ҡуйғас, кенәсел балдыҙы Әҙиләне дошман күрә.

Розалия Вәлиевна уҡыусыһын алып ҡалырға риза ине. Ул был көндәрҙә ныҡ ҡына уйланды. Үҙ әсәһендәй күреп, эргәһендә йөрөгән ҡыҙ баланы ни хәл ситкә типһен? Үҙе лә бит ҡыҙыҡайҙы яҡын күрә. Күңелендә уянған әсәлек хисе йәненә тынғылыҡ бирмәй. Хәленән килһә, бөгөн үк үҙенә алып ҡайтыр ҙа, бер ваҡытта ла эргәһенән ебәрмәҫ ине. Тик тормошҡа сығыу ғына уның планына инмәй. Былтыр ирен түшәктә сит ҡатын менән тотҡандан бирле күңелендә ир-атҡа ышанмау барлыҡҡа килде һәм бындай хыянатты бер ваҡытта ла кисерә алмаясағын аңланы. Әлле килеп Әҙиләнең уны әсәйем, тип атауы туңған йөрәгендәге боҙҙо иретте. Юлға сығырға бер нисә көн ҡалғас, Розалия Әнүәрҙе сәйгә саҡырҙы:

– Әҙиләне ҡайҙа ҡалдырырға тип ҡаңғырма, беҙ күптән инде әсәле-ҡыҙлы һымаҡ булып бөттөк инде, – тине.

– Һин ризамы?

– Ул турала аҙаҡ.

... Күмертау урамынан культура йортона табан ҡыҙ баланы уртаға алып етәкләгән бәхетле ғаилә китеп бара. Кемдәр тиһегеҙме? Ә бит үҙ бәхеттәрен тапҡан был икәүҙе Әҙилә ҡауыштырҙы.

Йылдар үткәс тә Розалия Вәлиевна Әҙиләнең: “Мин саҡырһам, беҙгә ҡунаҡҡа килерһегеҙме?”– тигән яҙыуын хәтерләй, уның ҡыйыулығына хайран ҡала һәм атаһы менән уны бәхетле иткәне өсөн рәхмәт әйтә.

Лира Әхмәт ЯҠШЫБАЕВА

Гүзәлиә Хәмитова фотоһы

Автор:Лира Әхмәт ЯҠШЫБАЕВА
Читайте нас: