+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
29 Июль 2022, 15:46

Йәйҙең дүрт айы. Гөлнара Мостафина

Магазиндан ҡайтып киләм. Был юлды мин көн аша тапайым: һөт, икмәк, башҡа кәрәк-яраҡ. Үҙемә йәнем көйә. Эшкинмәгән бер әҙәммен бит! 15 йәшендә башҡа малайҙар ҙа әллә ниндәй эштәр атҡарып йөрөмәйҙер, әммә минең нимә менәндер шөғөлләнгем, был донъяға яраҡлы булғым килә.

Йәйҙең дүрт айы. Гөлнара Мостафина
Йәйҙең дүрт айы. Гөлнара Мостафина

Магазиндан ҡайтып киләм. Был юлды мин көн аша тапайым: һөт, икмәк, башҡа кәрәк-яраҡ. Үҙемә йәнем көйә. Эшкинмәгән бер әҙәммен бит! 15 йәшендә башҡа малайҙар ҙа әллә ниндәй эштәр атҡарып йөрөмәйҙер, әммә минең нимә менәндер шөғөлләнгем, был донъяға яраҡлы булғым килә.

– Һаумыһығыҙ! – туғыҙ ҡатлы йорттоң ишек алдында гәп һатҡан ике әбей менән һаулыҡ һорашам. Һорашам тигәс тә, ауыҙ эсенән һүҙгә оҡшаған өн сығарып, баш ҡағып иҫәнләшәм. Улар гел ошонда ултыра. Күптәнге таныштарым кеүек булып бөттөләр инде. Күренмәйерәк торһалар, хатта борсола башлайым.

Бына минең туҡталыш. Ҡайһы берҙә, сумкам еңел булһа, йәйәү ҙә ҡайтам, әммә бөгөн көнө әллә ниндәй, болотло, ваҡ ҡына ямғыр һибәләгән кеүек. Апрель – май аңлайышһыҙ айҙар шул.

Иң алғы урындар буш. Ғәҙәттә, һеңеп кенә ултырам да, кепкамды күҙемә төшөргәнсе батырам – кешенең тексәйгәнен яратмайым. Күп малайҙар оҙон буй тураһында хыяллана, ә минең бәләкәй генә булғым килә. Бәләкәй кешенең һаҡаулығы күҙгә салынып бармайҙыр төҫлө. Иғтибар йәлеп итмәҫкә була, модалы кейемдәр, текә прическа тип тә иҫем китмәй. Иғтибарҙан мөмкин тиклем ситтә торорға тырышам. Быға етешһеҙлегем – һаҡаулығым – сәбәпсе инде... Юҡһа заманса булырға бер нәмә лә ҡамасауламай бит. Атайым юғары урында эшләй, аҡсаны һәйбәт ала, әсәйем дә эшенән зарланмай.

Тик ултырғансы тип, ҡуйынымдан китабымды сығарып өлгөрмәнем, ҡаршыма бер ҡыҙ килеп ултырҙы. Кепкамды күтәрә төшкәнде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Күҙҙәребеҙ осрашты. Шуны ғына көткән тиерһең, ауыҙы йырылды. Болоттар таралып, ҡояш килеп сыҡтымы ни! Яуап итеп һаран ғына йылмайыу билдәһе сығарҙым да ҡарашымды ситкә ала һалдым. Ә нимә эшләйем һуң?! Мин энә өҫтөнә баҫтым: үҙемде нисек тоторға, күҙҙәремде ҡайҙа йәшерергә, меҫкен хәлдән нисек сығырға белмәйем. Бөтә күҙәнәктәрем менән һиҙәм: һаман минән күҙен алмай. Бешмәгән, тип мыҫҡыл итеп ултырыуы микән? Битем яна ғына! Ҡыҙҙар ҙа был тиклем ҡыҙармайҙыр. Үҙемде ҡулға алырға тырышып, китабымды астым да тәүге биткә текәлдем. Бирелеп уҡығандай ҡыланам, ә үҙем бер генә хәрефте лә күрмәйем. Күҙҙәремде хәс тә томан ҡапланы. Ярай, уҡыған ҡиәфәт яһап булһа ла барайым. Әкрен генә күҙемде күтәрәм: ҡыҙыҡай тәҙрәгә баҡҡан. Йөҙөнә ҡарағанда, йәшкә минең менән бер сама, уртаса буйлы. Оҙон толомдары биленә саҡлы төшөп тора. Сәсе ҡара булһа ла, йөҙө аҡ икән. Һипкелдәре лә күренә. Улар ҡыҙҙы тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Шулай онотолоп китеп уны күҙәткәндә ҡыҙ аңғармаҫтан минең яҡҡа боролдо. Боролдо ла йәнә йылмайҙы.

Ҡапыл водитель тормозға баҫты. Баҫып торғандар кемуҙарҙан алға аушайҙы. Ҡаршымда ултырған ҡыҙыҡай ҙа ҡалҡынып, урынында сайҡала бирҙе лә миңә табан ҡолай башланы. Нисек тотоп алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Барыһы ла күҙ асып йомған арала булды. “Ебәр!” тип көлөп ебәргәс кенә айнып киттем. Ҡыҙҙы тиҙ генә этеп урынына ултырттым.

– Мин Миләүшә булам! – тип ҡыҙыҡай ҡулын һуҙҙы. – Һинең исемең нисек?

Бына ошонан, уның миңә өндәшеүенән, ҡурҡа инем дә инде! “Шамил минең исемем!” тип эстән генә ҡысҡырҙым йәнем әрнеп. “Э-э-эй, һиңә әйтәм!” – Миләүшә исемемде көтә. Ә мин... мин... юҡ, әйтмәйәсәкмен. Исмаһам ошо ҡыҙ мыҫҡыл итмәһен, белмәһен минең ниндәй икәнде. Ҡапыл китабым иҫкә төштө, бая, ҡыҙҙы ҡолатмайым тип, ҡайҙалыр төшөрөп ебәргәйнем. Эҙләп, ултырғыс аҫтына эйелдем. Ах, мин, бешмәгән! Тапмайынса, килбәтһеҙ ҡиәфәт менән ҡалҡынып кире ултырҙым. Ҡыҙ ҡыланышымдан күҙен алмай. Былай бармай, тинем дә, ишек асылғайны, сумкамды эләктерә һалып төштөм дә ҡалдым.

Өйгә нисек ҡайтып еткәнемде хәтерләмәйем. Оят ине миңә. Ер уйылһа, икеләнеп тә тормай төшөп китер инем. Мәмәй!.. Бөтә эсем ҡайнай. Сумканы кухняға индереп ҡуйҙым да бүлмәмә инеп бикләндем. Оҙаҡ тыныслана алманым, хатта башҡа ваҡыттағы кеүек компьютер ҙа ярҙам итмәне онотолорға.

Йоҡларға ятҡас, теге ҡыҙ күҙ алдына килде лә, үлтереп һағыш быуып алды. Бындай тойғоно бер тапҡыр ҙа кисергәнем юҡ ине минең. Нимә булды? Һипкелле аҡ йөҙлө ҡыҙҙы нисек кенә ҡаршымдан ҡыуып ебәрергә тырышһам да, йылмайып тик торҙо. Тотлоғоп һөйләшкәнемде, насарыраҡ ишеткәнемде белһә, нимә эшләр ине икән? Бер ҙә йылмайып ултырмаҫ, башҡалар кеүек ғәрләнер ине, моғайын. Һаҡау менән кемдең дуҫлашҡыһы килһен? Шулай ҙа, кешегә бер йылы һүҙ етә, Миләүшәнең йылмайыуы, миңә кешегә ҡараған кеүек ҡарауы күңелемде әллә нишләтте. Ҡыйын да, рәхәт тә... Борғаланып ята торғас, таңға ҡарай ғына йоҡлап киттем.

 

* * *

Кисә Илшат ҡустым өйҙә булмағас тыныс, рәхәт булғайны, бөгөн таң менән яныма килеп тә инде.

– Тор, ағай, сәй эсәбеҙ!

Әсәйем бөгөн балалар баҡсаһына алып бармаған, тимәк, көнө буйы уның күңелен күрергә тура килә. Уға әле өс кенә йәш, әммә үҙенең төпсөк икәнен бик яҡшы аңлай, батшамы ни, барыһын да алдында йүгертә генә. Бигерәк тә атайым менән әсәйем бар теләген үтәй. Ә минең йәнем көйә. Ул тыуғансы хәлдәрем улай уҡ мөшкөл түгел ине бит... Илшатты алып ҡайттылар ҙа, бөтә иғтибарҙары уға күсте лә ҡуйҙы. Мин, әйтерһең, уларҙың хеҙмәтсеһенә әйләндем: шуны алып кил, быны эшлә, тегене ҡара, быны онотма... Шулай инде, яратырға хәҙер Илшаттары булғас. Бөгөн дә әсәйем бер ҡосаҡ эш ҡушасаҡ та эшенә сығып йүгерәсәк.

Ҡолағыма шатыр-шотор килгән тауыштар ишетелде. Һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Йүгереп сыҡһам, ҡустым ултырғысҡа баҫып шкафҡа үрелгән дә, тәрилкәһе-ниһе менән ҡолап төшкән.

– Йоҡосо! Күпме йоҡо һимертергә була!.. – Мине күреп ҡалғас, әсәйем әрләргә кереште. Унан Илшатына сөсөлдәне:

– И-и-ий, бәпәйемде, ауырттымы? Йә, бөттө-бөттө! Их, бынау ағайҙы, ҡустыһын ҡарарға ла эшкинмәй...

Рәнйешемдән уртымды сәйнәйем.

– Нимәңде ҡарап тораң, ал Илшатты, былай ҙа эшкә һуңланым!

Әсәйемдең күҙендәге асыуҙы күргәс, был өйҙә мин артыҡ, тигән тойғо нығыраҡ көсәйҙе. Ниңә генә йәшәйем икән мин был донъяла?!.

Ҡулымды һоноуға Илшат аҡырырға тотондо. Ауыртҡандан да түгел, иркәләнеп, буштан-юҡҡа.

Иртәм шулай башланды. Күңелдә кисәгенән бер ҙә еңелерәк түгел. Йә атайым өйҙә түгел, эшенән ярты йылға уҡырға ебәрҙеләр. Ул мине әҙерәк аңлағандай ҙа бит...

Әсәйем артынан ишек ябылыуға Илшаттан яманыраҡ итеп үкереп ебәрҙем. Үҙе лә ҡурҡып киттеме, илауынан туҡтап, аптырап миңә ҡараны. Ә мин, эсемдәге бөтә асыуҙы, рәнйештәремде тышҡа сығарырға теләгәндәй, стенаны төйөп-төйөп үкереүемде белдем. Илшат ахырҙа миңә килеп һарылды.

– Ағай... Бөттө... бөттө...

– Бөтмәне шул, бөтмәне! – тип әйткем килде, тик, һәр ваҡыттағыса, тәүге ижекте ҡабатлауҙан ары уҙманым. Уның һайын нығыраҡ иланым. Ниңә, ниңә мендем шул ҡәһәр һуҡҡан ағасҡа?! Ниңә береһе лә тыймаған?! Шашынып урынымдан торҙом. Ҡустымды ашығып кейендерә башланым.

– Ҡайҙа барабыҙ, ағай? Тышта уйнайбыҙмы? – Бер ни аңламаған бала, яуап бирмәҫемде белһә лә, тәтелдеге сығып һорауҙарын яуҙырҙы.

“Мине телһеҙ иткән ағастың үҙен хәҙер йәнһеҙ итәбеҙ!” – тинем эстән ҡәһәтләнеп. Балтаны пакетҡа тығып алдым да, ҡустымды етәкләп, күҙемә аҡ-ҡара күренмәй парк яғына йүнәлдек. Парк тигәс тә, парк түгел ул. Беҙҙең йорт урынында ҡасандыр баҡсалар булған. Юлдың теге яғына бер нәмә лә төҙөмәнеләр, ташландыҡ булып ята. Элегерәк, малай саҡта, беҙ унда еләк, сейә, муйыл, ҡурай еләге ашарға йөрөй торғайныҡ. Үҙебеҙсә парк тип йөрөтәбеҙ.

Ҡустым бара бирә лә шыңшырға керешә. Күтәреп алам. Асыуым шул тиклем, хатта арыуҙы ла, Илшаттың ауырлығын да һиҙмәйем, атлайым да атлайым. Бына ул ағас. Шуның башынан осоп төштөм дә инде. Тотлоғоп ҡалыуымда тап ошо ағасты ғәйепле иткем килә. Йыш ҡына ҡабатлаған һүҙҙәрем тел осома килде: “Нишләп кенә ҡолағас та үлмәнем, тере ҡалдым?!”

Илшатты ситкәрәк ҡуйҙым да пакеттан балтаны сығарҙым. Тирә-яғыма ҡаранып, бер кем дә юҡ икәненә ышанғас, тегене тунай башланым. Балта тупаҫ булдымы, көсөм шул ғына самамы, тирләнем-бештем, ҡулымдың хәле бөттө, әммә ағас һис бирешергә теләмәй. Шулай маташҡанда кемдер ҡулымдан балтамды тартып алды, үҙемде ситкә алып быраҡтырҙы. Йөҙ түбән яттым да ғәрлегемдән илап ебәрҙем. Оло йәштәге әлеге ағай пыр туҙҙырып әрләп ташланы. Ярты һүҙен аңланым, яртыһын – юҡ. Әрләүҙәргә һәм йәлләүҙәргә өйрәнеп бөткәнгә, бер ҡолағымдан инде, икенсеһенән сыҡты. Матур ғына үҫеп ултырған ағасты вәхшиҙәрсә тунап ятҡандарын күрһәм, мин дә шулай итер инем, әлбиттә. Их, ағай, тим эстән генә, телем булһа, бәлки хәҙер һиңә барыһын да һөйләр, аңлатыр инем, күңелгә лә еңел булып ҡалыр ине...

– Тор! – тип мине һөйрәп тигәндәй торғоҙҙо. Ситтә барыһын да күҙәтеп торған Илшатты елтерәтеп алып килеп етәкләтте лә ҡайтырға ҡушты. Балтамды бирмәне. Был иҫәр тағы ни ҡыланмаҫ, тип ҡурҡҡандыр...

Был минутта тамсы ла йәшәгем килмәй ине. Кеше түгел мин хәҙер! Теләһәләр, әрләйҙәр, теләһәләр, туҡмайҙар, теләһәләр, маҡтайҙар. Асыуым мине әҙәмгә һанамаған, ситкә ҡаҡҡан оло донъяға күсте. Мине береһе лә яратмай. Ә иң нығы – әсәйем... Артыҡмын уға. Миңә хатта бер йылы һүҙе йәл. “Ҡустыңды ҡараныңмы?” “Ҡустыңды ашаттыңмы?” “Ҡустыңдың өҫтөн алыштырҙыңмы?” “Күнегеүҙәреңде эшләнеңме?” “Дарыуҙарыңды ашаныңмы?” Минең менән булған һөйләшеүе ошо. Был барыбер йүнләп һөйләй алмай, тиҙер инде. Ярай, матур һүҙҙәр әйтмәһен дә, иркәләмәһен дә ти, миңә уның бер йылы ҡарашы, башымдан һыйпап, йә арҡамдан ҡағып алыуы ла етә. Бигерәк тә кәрәклегемде тойоу мөһим. Хатта хәҙер Илшаты ла мине еңеп алған. Ул әйткәнде генә эшләргә тейешмен. Әҙ генә ҡатыраҡ ҡыландыңмы, шунда уҡ әсәйгә ошаҡлай... Миңә тағы эләгә.

Элек дуҫтарым күп ине, хәҙер улары ла юҡ. Барыһына ла мин – “һаҡау”. Тәүге мәлдәрҙә мәктәпкә йөрөнөм мин. Уҡытыусылар ҙа: “Дәрестәрҙе тыңлап булһа ла ултырыр, иптәштәренән, йәмғиәттән айырырға ярамай”, – тинеләр. Тәүҙә барыһы ла яҡшы ине, әммә аҙаҡ, кемеһенән, нимәнән киткәндер, мыҫҡыллауҙар йышайҙы. Уҡытыусылар ҙа айырып ҡарай башланы. Мәктәпкә тамсы ла йөрөгөм килмәне. Дәрестәрҙә ултырыу минең өсөн ғазапҡа әйләнде. Көн дә илай торғас, өйҙә уҡырға күндерҙем мин атай-әсәйемде. Һуңғы ике йылда уҡытыусылар үтелгән темаларҙы өйгә килеп аңлата. Быйыл апрель урталарынан килмәнеләр ҙә. Программаны үтеп бөттөк, тинеләр.

 

* * *

Оҙаҡ уйланғандан һуң, йәйгелеккә өйҙән китергә ҡарар иттем. Күҙ көйөгө булып йөрөгәнсе... Әсәйемә лә тынысыраҡ булыр. Атайымдан ғына бер аҙ шөрләйем. Июль аҙағында ғына ҡайтасаҡ. Киткәндә “әсәйеңде тыңлап йөрө, ярҙам ит” тип ҡат-ҡат киҫәткәйне бит. Атайымды алданым, килеп сыға инде. Ҡайҙа китеремде лә беләм: баҡсалағы иҫке өйөбөҙгә. Унда әллә нисә йыл барғаныбыҙ юҡ, шуға ла мине унан эҙләргә баштарына ла инмәйәсәк.

Төшкөһөн, Илшатты йоҡлатҡас, йылы кейемдәремде, шорты-майкаларымды рюкзагыма тултырып, ишек төбөндәге шкаф эсенә йәшереп ҡуйҙым. Барғас та ашарға тип икмәк-печенье һалып алдым, бешкән тауыҡ ите тураһында ла онотманым. Унан атайымдың электрон почтаһына, ҡыҫҡаса ғына хәлдәрҙе аңғартып, хат ебәрҙем. Ҡайҙа йәшәйәсәгемде уға әйтмәй булдыра алманым. Мине аңлар ул... Әсәйемдең йыйып ҡуйған еренән бер аҙ аҡса һанап алдым. Уға ла записка яҙҙым. “Әсәй! Мине эҙләмәгеҙ, көҙ еткәс, үҙем ҡайтырмын. Әсәй, әрләмә берүк, әҙерәк аҡса алдым, әммә уны мотлаҡ ҡайтарасаҡмын! Минең өсөн борсолмағыҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ...” Күңелемдә бер яҡтан ҡыйын, ни тиһәң дә йәйгелеккә генә булһа ла тыуған йортомдан, әсәй-атайымдан, ҡустымдан айырылам бит. Икенсе яҡтан, иңдәремдән ниндәйҙер ауыр бер йөк төшкәндәй. Үҙеңде артыҡ тойоп йәшәүҙән дә ауырыраҡ нәмә юҡтыр был донъяла. Хатты залдағы өҫтәлгә һалдым. Әсәйем ғәҙәттә залға һуңынан ғына инә. Уға тиклем сығып киткән булам.

Илшат менән ғүмерҙә уйнамағанса уйнаным: ул ат итеп тә йөрөнө мине, йәшенмәге лә ҡалманы, рәхәтләнгәнсе футбол да типтек. Ярай әле күршеләр өйҙә юҡ, күптән килеп шаҡыған булырҙар ине.

Бешерерһең, тип әҙерләп кенә киткән ашты өлгөрттөм. Әсәй ҡайтып, өсәүләп ултырып күңелле генә ашап алғас, һауыт-һабаны йыуҙым да, әсәй менән Илшат иғтибар итмәгән арала, ипләп кенә сығып та һыҙҙым...

Вокзалда телефонға яңы симка алып ҡуйҙым. Бер кем дә белергә тейеш түгел минең ҡайҙалыҡты.

 

* * *

Ике сәғәт тигәндә килеп тә еттем. Баҡсаның күптән ҡаралмағаны күренеп тора. Элек рәт-рәт теҙелеп ятҡан түтәлдәрҙең эҙе лә юҡ. Ағастар ҙа йәйелеп, арҡыс-торҡос үҫкән. Ваҡ сейә, ҡурай еләге баҫҡан. Өйҙө асып ингәс, һағыш биләп алды. Ошо йорт таман миңә! Бер кем менән дә һөйләшергә, ишетмәй ҡалмайым, тип диҡҡәт менән тыңларға ла кәрәмәй. Бер үҙең йәшәп тик ятаһың. Өйҙәге артыҡ нәмәне ошонда ташыны әсәһе менән атаһы, шуға ла йыһаз да, һауыт-һаба, башҡа кәрә-ярағы ла етерлек. Ныҡ итеп һыуһағайным, биҙрә алдым да шишмәгә киттем. Әллә ярты ҡала баҡсала ята инде? Бөтөн халыҡ тышта, баҡса таҙалай, сүп-сар яндыра, ер ҡаҙый. Китеп барам, үҙем быҫҡып янған ҡоро үлән еҫен һулайым. Рәхәтлектән хатта баштар әйләнә. Кемгәлер оҡшамай был еҫ, әммә миңә бәләкәйҙән танһыҡ. Мунса яға башлаһалар, бигерәк тә. Миңә иғтибар иткән кешеләр менән баш ҡағып иҫәнләшәм. Тәбиғәт шулай иттертәме икән: ҡалала кешеләр һине төкөп үтеп китә, ә бында ихлас йылмаялар, иҫәнләшәләр, хәл һорашалар.

Сәйнүкте ҡайната алманым, ут юҡ ине. Атайым сығарған мейескә ҡоро-һары ботаҡтарҙы индереп тултырҙым. Әммә яғып ебәрергә шырпы тапманым. Иртәгә эргәләге ауылға барып килергә тура килер. Эсем кәпәйгәнсә һыу эстем дә, әйберҙәр араһынан одеял алып, тышҡа сыҡтым. Уранып, тупһаға ултырҙым. Бала-саға ла йоҡларға ашыҡмай, шар ҙа шор килеп уйнай. Илшат та ҡайһылай рәхәтләнер ине бында килһә! Әллә ни эшләп баҡсаны ташланы ла ҡуйҙылар шул. Ә элек иң бәхетле көндәрем ошонда үткәндер.

Телефонымды тоҡандырҙым. Бәй, бында интернет ҡына түгел, бәйләнеш тә юҡ бит! Әллә телефоным үҙе эшләмәй торамы тип, һүндереп, аккумуляторын өргөсләп, яңынан тоҡандырып ҡараным. Антеннаның бер генә һыҙығы ла күрһәтмәй. Шулай ҙа әллә ни эсем бошманы, кеҫәмә тыҡтым да тауыштарға ҡолаҡ һала-һала уң яҡ күршеләргә ҡарашымды йүнәлттем. Улар менән беҙҙең араны сетка бүлеп тора. Тупһанан баҡса эстәре яҡшы күренә. Оло йәштәге Сабир ағай менән Сания апайҙыҡы ул. Иҫләйем, йәй башынан килеп яталар ҙа, көҙ еткәс кенә ҡалаға ҡайтып китәләр ине, әле лә шулайҙыр күрәһең. Мине аңғара йөрөнөләрме, яңы күреп ҡалдылармы, Сабир ағай беҙҙең яҡҡа атланы.

– Күршеләр килгән икән! Һаумы, Шамил! – тине ул ҡысҡырып.

– Һа... һа... һа...

Их!.. Йәнем көйөп маңлайыма һуғып алдым. Ҡыуанып ҡына иҫәнләшергә тип асҡан ауыҙым бер өндө ҡабатлап тик торасы!.. Бер аҙҙан күршем ҡапҡанан урап инде.

– Атайыңдар ҡайҙа?

Ниҙер әйтергә маташыу урынһыҙ икәнен аңлап, ҡул менән ҡала яғына иҙәйем.

– Бер үҙең генә килдеңме ни?

Эйе, тигәнде белдереп баш һелкәм. Сабир ағай миңә текләп торғандан һуң:

– Өйҙән ҡастыңмы әллә? – тип һорап ҡуйҙы.

“Ҡасманым, йәйгелеккә генә киттем”, – тип әйтергә теләйем дә бит, уны нисек, ҡасан әйтеп бөтмәк кәрәк, шуға эйе тип баш ҡына һелкәм. Минең яуаптан һуң ағайым ниҙер әйтеү түгел, хатта уйлай ҙа алмай ине шикелле. Әсәйемдәргә әйтеп ҡуйһа, тигән уй башыма ингәс, ҡотом осто. “Ю... ю... ю...” тип, хәлдән килгәнсә туғандарыма хәбәр итмәҫкә ялбара башланым, уның беләгенә йәбештем. Ағай барыһын да аңланы. Миңә йәлләп ҡараны, башымдан һыпырып ҡуйҙы. Ғәҙәттә мине йәлләгәндәрен яратмайым, ә был юлы күҙемә йәш төйөлдө. Күршем ауыр хәлдә ҡалды. Минең үрһәләнгәнде ҡарап ултырғандан һуң, бер ҡарарға килеп, урынынан торҙо.

– Хәҙер былай итәбеҙ. Тор, ишегеңде биклә, бөгөн беҙҙә йоҡларһың. Сания апайың аш бешерҙе, хәҙер ашап алырбыҙ.

Ҡарышып торманым, һүҙһеҙ генә артынан эйәрҙем.

Сания апай менән нимәлер һөйләштеләр ҙә, Сабир ағай ашығып ҡайҙалыр йыйына башланы. “Ул мине алданы, әсәйемә хәбәр итергә уйлай!” тигән уй йүгерҙе башыма. Һикереп торҙом да, баяғы кеүек, тағы ла беләгенә йәбештем. Был юлы ағайым асыуланды, ҡулын һыпыра тартып алды.

– Әсәйеңә әйтмәйем тинем бит, әйтмәйем! Адресығыҙҙы ла белмәйем мин һеҙҙең. Бүтән эштәрем дә етерлек. Ашап ал да, йоҡла. Иртән күҙ күрер.

Рәхмәтемде белдереп баш ҡаҡтым. Тыныс сағымда һин дә мин һөйләшеп ултыра алам мин, әммә әҙ генә тулҡынландыммы, берәй нәмәгә көйҙөммө, һүҙ түгел, өн дә сығара алмайым. Шуның һайын үҙемде иҫәр кеше кеүек тотам.

Сабир ағайҙың ысынлап та беҙгә барғанын, ҡайғырып илап бөткән, атайымды саҡ уҡыуынан ҡайтартмаған, полицияға хәбәр итергә йыйынған әсәйемде көскә тынысландырғанын, мине баҡсала йәшәргә ҡалдырырға күндергәнен, үҙҙәренең дә килеп йөрөмәүҙәрен үтенгәнен аҙаҡ ҡына белдем...

Төндә, нисектер, үлек кеүек йоҡлағанмын. Иртән уянып киткәндә ҡояш ҡыҙҙыра ине инде. Өйҙә тып-тыныс. Һикереп торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тиҙ генә кейендем дә тышҡа ашыҡтым.

Һөйләшмәгәс, нимә тип кеше эргәһенә барып тораһың инде, тура үҙебеҙгә ҡайттым. Келәттән тырманы алдым да эшкә тотондом. Әҙ генә ҡыбырлап та өлгөрмәнем, Сания апайым йүгереп килеп етте. Ашарға саҡырҙы. Баш сайҡаным да, кисә йоҡлар алдынан күп ашаным, әле һеңеп өлгөрмәне, тигәнде белдереп, эсемде кәпәйттем. Сания апай йылмайҙы ла:

– Асыҡһаң, оялып торма, инеп ашап сыҡ. Һинең өлөшөң өҫтәлдә ултыра, – тине.

Әммә миндә ашау ҡайғыһы юҡ. Миңә физик эш танһыҡ, эшләнем дә эшләнем. Тиҙҙән баҡсаға төҫ инеп китте. Ағастарҙың ҡороған ботаҡтарын үҙем ҡырҡһам, ҡотороп үҫкән сейә, ҡурай еләге үҫентеләре менән көрәшергә Сабир ағай ярҙам итте. Балта-көрәген алып килеп, төбө-тамыры менән тунап бирҙе. Уңайһыҙ булһа ла, төшкөһөн дә, кискеһен дә уларҙа ашаным. Тыштағы эш менән булашып йөрөп, өй эсен тәртипкә килтерергә ваҡытым ҡалмағайны. Иҫ киткес күп эш башҡарып өлгөргәнгә, кисен үҙемде бер баһадир итеп тойҙом. Сания апай үҙҙәре кеүек төнгә саҡлы эшләргә рөхсәт итмәне, иртәгә тора ла алмаҫһың, бар, йөрөп кил, тип баҡсанан ҡыуып сығарҙы.

Бөтә бала-саға тышта. Шашлыҡ еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Атайым өйҙә булһа, беҙ ҙә ҡурған булыр инек. Их, Илшат та ҡайһылай ҡыуаныр ине! Әле ултыралыр йәнһүрәткә тексәйеп. Йә, әйҙә уйнайыҡ, тип әсәйҙе ҡаңғырталыр. Бөгөн 9 Май икәне иҫкә төштө. Шуға ла бар халыҡ баҡсала ял итәлер.

Аяҡтарым күл буйына алып килде. Һыуы таҙа, йылы, йомшаҡ уның. Тиҙҙән һыу инергә лә мөмкин буласаҡ, көндәр генә матур торһон. Күҙемә сыр-сыу килгән малай-шалай салынды. Нимә эшләйҙәр унда? Яндарына ашыҡтым. Бесәй балаһын һыуҙа ҡойондоралар бит! Үҙемсә: “Ебәрегеҙ бесәйҙе!” – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Әммә һүҙҙәр урынына аңлайышһыҙ өндәр теҙмәһе теҙелде. Малайҙарҙың берәүһе әйләнеп: “Эй, һаҡау, юлыңда бул!” тип ҡысҡырҙы ла бахырҡайҙы ыҙалатыуҙарын дауам иттеләр. Хатта бынау ҡата башындай малай-шалайҙың һанламай маташыуы йәнемде көйҙөрҙө. Шәп-шәп атлып килеп, мәхлүкте ҡулдарынан тартып алдым. Шул арала бер-икеһенең башына сәпелдәтеп тә өлгөрҙөм. Ҡолаҡтарын да борорға уйлағайным, “һаҡау, һаҡау!” тип үсекләшә-үсекләшә тирә-яҡҡа һибелделәр.

Миндә малайҙар ҡайғыһы китте, бахырҡайҙы алып ҡайтып, кибендереп, ашата һалырға кәрәк. Ҡурҡышынан дер-дер ҡалтыраған, ыҫылдығы сығып ысҡынырға тырышҡан бесәйҙе күкрәгемә ҡыҫтым да өйгә ҡарай йүгерҙем.

Сания апайҙарға индермәнем, әлбиттә, кеше әллә ярата хайуандарҙы, әллә юҡ. Үҙемдә ҡумта табып, сепрәк-сапраҡ түшәп, бесәйҙе шунда ятҡырҙым да рюкзагымдан өйҙән үк һалып алған ит киҫәген алдына сығарып һалдым. Сания апайҙарҙан стакан төбөнә һөт һалып алып килдем. “Бына икәү булдыҡ, дуҫҡай. Һине лә рәнйетәләр, мине лә, бер кемгә кәрәгебеҙ юҡ...” Май айы булғанға Майсик тип атаным бесәйемде.

Сабир ағай сәй алдынан ҡасандыр табип ашарға ҡушҡан дарыуҙарҙы өҫтәлгә сығарып һалды. Минең ҡарашты һиҙептер инде:

– Ҡурҡма, уларҙы үҙем алдым. Мин бит табип, ниндәй дарыуҙар кәрәклеген яҡшы беләм, – тине.

Дәү кәүҙәле, аҡ сәсле, аҡыллы ҡарашлы Сабир ағайҙың ысынлап та бик шәп табип икәнен, һәләтте уға Хоҙай үҙе биргәнен әсәйемдәрҙең һоҡланып һөйләүенән беләм. Ул кешеләрҙе дауалағанда үҙе генә белгән ысулдарҙы ла ҡушып ебәрә икән. Үҫкәс кемгә оҡшарға теләр инең, тип һораһалар, Сабир ағайға, тип әйтер инем.

ДАУАМЫ БАР

Әмир Мөхәмәтйәновтың фотоһы

Автор:Гөлнара Мостафина
Читайте нас: