+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
30 Июль 2022, 15:50

Йәйҙең дүрт айы-2. Гөлнара Мостафина

Бына ошолай минең өсөн бөтөнләй икенсе тормош башланды. Иртәнсәк Сабир ағай уята ла үҙе менән йүгерергә алып сығып китә. Яйлап ҡына йүгереп ҡайтҡас, күнегеүҙәр эшләп алабыҙ. Йога тип аңлатты Сабир ағай. Тын алыу күнегеүҙәре.

Йәйҙең дүрт айы-2. Гөлнара Мостафина
Йәйҙең дүрт айы-2. Гөлнара Мостафина

Бына ошолай минең өсөн бөтөнләй икенсе тормош башланды. Иртәнсәк Сабир ағай уята ла үҙе менән йүгерергә алып сығып китә. Яйлап ҡына йүгереп ҡайтҡас, күнегеүҙәр эшләп алабыҙ. Йога тип аңлатты Сабир ағай. Тын алыу күнегеүҙәре. Улар бер аҙ таныш миңә. Санаторийҙа ятҡанда ошоға оҡшаштарҙы эшләтәләр ине. Өйҙә тәүге ваҡытта көн дә үтәп йөрөһәм дә, тотлоғоуымда уларҙың ни ҡыҫылышы, тип ташланым да ҡуйҙым. Әсәйем әрләп тә, юхалап та эшләтә алманы. Атайым менән ҡайһы берҙә ҡабатлай инек , уның буш сағы һирәк шул, эш тип янып йөрөп, тиҙҙән ул да онотто... Әле сит кешегә ҡаршылашып булмай, артынан эйәрергә тура килде. Күнегеүҙәрҙән һуң һыуыҡ һыу менән ҡойондоҡ. Былар аҙаҡ көн дә ҡабатланған ғәҙәти күнекмәләргә әйләнде. Тәүҙә ауырлыҡ менән бирелә ине, аҙаҡ өйрәнеп киттем, оҡшай ҙа башланы. Сабир ағайҙың ваҡыты булмаһа, үҙем йүгереп киләм, күнегеүҙәрҙе лә үҙем эшләйем. Бигерәк тә Сабир ағайҙың тынысландырыусы массажынан һуң икенсе кеше булып торам. Нисек кенә тырышып шөғөлләнһәм дә, һаман өндәр генә сығарырға эшкинәм. Ағайҙың, бирешмә, файҙаһы аҙағыраҡ күренә уның, тигәне генә ниндәйҙер ышаныс өҫтәгән кеүек. Әммә барыбер ышанмайым, бүтән бер ваҡытта ла һөйләшмәйәсәкмен, тигән уй күңелдә ныҡлап төпләнгән.

Өйөмдө йыуып, Сабир ағай утты тоташтырып биргәс, бигерәк күркәм булып китте. Ыҡсым ғына бүлмәгә ҡарайым да һоҡланып туя алмайым.

Ерҙе лә буш һалып булмай, орлоҡ алырға тип баҡсаға терәлеп тигәндәй ултырған ауылға киттем. Юл буйынса орлоҡ, кишер, сөгөлдөр, укроп, һуған, ҡабаҡ һүҙҙәрен ҡысҡырып ҡабатлап барҙым. Исмаһам шуларҙы әйтергә телем өйрәнә торһон.

Магазин ауылдың уртаһында. Көндөҙ булғанғамы, бер кем күренмәй. Бала-саға уҡыуҙа, өлкәндәр эштә, өйҙә булғандары ла йорт, баҡса мәшәҡәттәренә күмелгәндер. Магазин мөйөшөндә өйөлөп ятҡан тәгәрмәстәр өҫтөндә Илшаттан әҙ генә ҙурыраҡ малай уйнай. Әсәһе менән магазинға килгәндер. Эстә теге малайҙың әсәһе тора ла, минең йәштәрҙәге ике малай нимәлер һайлап маташа. Кейемдәренә ҡарағанда, дәрестәр араһында килгәндәрҙер. Ят кеше инеүгә барыһы ла боролоп ҡараны. Баш ҡағып иҫәнләштем дә төпкә үттем.

– Нимә алаһың? – тип һораны һатыусы.

– К-к-к... – Килгән саҡта һәйбәт кенә ҡабатлап килгән “кишер” һүҙен әйтә алмай тотлоғоп ҡалдым.

– Кәнфитме? – барыһы ла ҡыҙыҡһынып миңә баҡҡан.

Юҡ тип баш сайҡаным да йәнә өндәр бутҡаһына керештем.

– Киш-ш-ш... киш-ш-ш...

– Кишерме? – һатыусы апай ярҙамға ашыҡты.

Эйе, тип ҡыуанып баш ҡағам. Һатыусы кишер тултыра башлағас, юҡ, тип баш сайҡаным. Малайҙар яҡыныраҡ килеп баҫты.

– Кишер орлоғо кәрәкме әллә? – тип һораны береһе. Баш ҡаҡтым.

– Шулай тип әйтер кәрәк! – Һатыусы апай һуҡранып алды. – Ниндәй сорт? Нишләп әсәйең үҙе килмәне? Исмаһам, ҡағыҙға яҙып ебәрмәнеме?

– Ю-ю-ҡ-ҡ, – тип яуапланым ҡаты итеп.

Һайла, тип алдыма әллә нисә төрлө кишер орлоғо һалды ла теге ҡатын менән һөйләшеүгә күсте. Малайҙарға ҡыҙыҡ булып киттеме, миңә орлоҡ һайлаша башланылар. Береһе: “Әсәйем ошо икәүҙе сәсте”, – тигәс, шуларҙа туҡталдым.

– Т-тағ-ғ-ғы с-с-сөг-г... – тип әйтә башлағас, һатыусы алдыма сөгөлдөр орлоҡтары теҙҙе. Малайҙар сөгөлдөр, укроп орлоҡтары ла һайлашты, һуғандыҡын да алдым.

– Үҙеңәме былар? Әллә берәйһе алырға ҡуштымы? – тип ҡыҙыҡһынды һатыусы менән гәп һатырға ингән ҡатын.

– Үҙ-ҙ-ҙемә. Үҙ-ҙ-ҙем ул-ул-лтыр-р-там, – тигәс, барыһы ла аптырап ҡараны.

– Маладис! – тип һатыусы маҡтап ҡуйҙы. – Ялыңды файҙалы үткәрәһең!..

Магазиндан эске бер ҡәнәғәтлек менән сыҡтым. Алам тигән бөтә орлоҡтарҙы ла алдым, мыҫҡыл итеп бер кем дә көлмәне.

Ҡайтышлай артымдан бәләкәй генә көсөк эйәрҙе. Ҡалдырам тип күпме ҡыуып маташһам да, өйгә тиклем ҡайтты. Өй мөйөшөнә бәйләнем дә ҡуйҙым. Шулай тағы бер дуҫым барлыҡҡа килде. Табылдыҡ тип исем ҡуштым.

Ҡайтҡас та түтәл ҡаҙырға тотондом. Өс йыл рәттән көрәк күрмәгәс, ер ҡаты ине, ныҡ ҡына тир сығарырға тура килде. Шулай ҙа ике көндә матур, тигеҙ генә түтәлдәр хасил булды, орлоҡтар сәселде. Сабир ағай ҡаҙышырға уйлағайны, ҡаршы булдым, барыһын да үҙемдең, үҙемсә эшләгем килде. Бик әрһеҙ, көҙгә саҡлы емештәрен дә ашап өлгөрәсәкһең әле, тигәстәре, еләк үҫентеләре төртөп сыҡтым, картуфҡа ла урын етте. Сания апай помидор, кәбеҫтә, ҡыярға ла урын ҡалдыртты, уларын аҙағыраҡ ултырталар икән. Бер буш ятҡан ер ҡалманы. Баҡса ҡарау миңә әйтеп бөткөһөҙ ләззәт бирә. Көн дә сығам да һоҡланып ҡарайым. Сания апай өйрәткәнсә, һәр береһе менән һөйләшәм, теләктәр теләйем. Шуның һайын улар күркәмләнеп үҫкән төҫлө. Үҙемдекенән тыш Сания апайҙың түтәлдәренә лә сүп ҡалҡырға ирек бирмәйем. Уларҙың баҡсаһы ҙур, нимә генә үҫтермәйҙәр! Их, барыһын да әсәйемә күрһәтергә ине! Ҡайһылай ҡыуаныр ине! Бәлки, улы менән ғорурланыр ҙа ине әле.

Бер көн уйламағанда әсәйем менән Илшат килеп инде! Мин уянып ҡына ята инем. Был минең өсөн көтөлмәгән хәл булды. Бында икәнемде ҡайҙан белгән? Башҡа ваҡытта Табылдығым ят кешегә абалап-абалап өрә торғайны, әле нисек өндәшмәне икән?

Килеп ингәс тә Илшат мине ҡосаҡлап алды, унан иркәләнеп аяғына һырылған бесәй менән уйнай башланы. Үҙе туҡтауһыҙ тәтелдәй. Кейенеп бөткәйнем, әсәйем яныма килеп ултырҙы.

– Ҡайһылай үҫкән минең улым, күрмәй ҙә ҡалғанмын, – тип башымдан һыйпаны. “Атыу! – тим, ғәҙәтемсә, эстән генә. – Һин генә һаман бала-саға итеп күрәһең мине...” Иркәләнеп ятыуы рәхәт тә, уңайһыҙ ҙа. Шулай ҙа ипләп кенә ҡулын ситкә эттем. Ҡапыл ҡулыма әсәйемдең күҙ йәше тамды. Минең дә илағым килә, әммә тамсы ла йәшемде сығарманым. Ярамай. Мин бит егет кеше. Әсәйем менән шулай һүҙһеҙ аңлаштыҡ. Беҙҙең арала өҙөлгән ептәр яңынан бәйләнгәнен тойҙом. Уға ҡарата булған бөтә үпкәләүҙәрем, рәнйеүҙәрем ҡайҙалыр осто, урынына күңелемдә йылы бер нур инеп урынлашты. Был әсәйемдең һөйөүе, наҙы ине...

– Әйҙә, улым, сәй эсеп алайыҡ, шунан өйгә ҡайтырбыҙ. Көнө-төнө һинең өсөн борсолоп йөрөгөм килмәй... – тигәс, шунда уҡ төҫөм үҙгәрҙе, ҡапыл һикереп торҙом, ситкә боролоп баҫтым. Был минең, ҡайтмайым, тигәнде белдереүем ине.

Әсәйем өҫтәл яғына йүнәлгәс, унан алда сәйнүккә һыу тултырып, ҡайнатырға ҡуйып ебәрҙем. Улар миңә килгән, мин ҡунаҡ итергә тейешмен. Тик... ашарға ғына бер тәмле нәмәм юҡ... Үҙем дә күберәген күршеләрҙә ашайым бит. Әммә, әсәйем күстәнәстәрен сығарып һалғас, өҫтәл тулды ла ҡуйҙы. Әсәй яһаған сәй бигерәк тәмле. Өй эсе лә яҡтырып, йәмләнеп китте. Илшаттың тәтелдәп, йүгереп йөрөүе үҙе бер ҡот бирә.

Әсәйемде ишетептер, Сания апай килеп инде. Уны ла сәйгә ултырттыҡ. Әсәйем уға:

– Бына, Шамил артынан килдем. Тик, ҡайтмайым ти әле ул... – тигәс, мин шунда уҡ:

– Ю-юҡ-ҡ! – ти һалдым. Сания апай ҙа:

– Ә ниңә уны алып ҡайтаһың? Йәй, каникул бит. Уға бында ана нисек оҡшай! Беҙгә лә ҙур ярҙамсы, дуҫ, иптәш. Балалар ситтә булғас ни, ҡайта ла алмайҙар, шуға беҙгә бала танһыҡ. Сабир бабаһы менән көн дә шөғөлләнәләр, көҙгөлөккә йүнәлеп тә китер әле бына.

– Әллә тағы... Бәләкәй бит әле. Янымда булмағас, үҙемә һис тә урын таба алмайым.

– М-м-мин-н б-бәл-ләкәй т-тү-гел! – тип ҡыҫылдым өлкәндәр һүҙенә.

– Эйе шул! – Сания апай мине шунда уҡ йөпләй һалды. – Шамил бигерәк үҙаллы ул, юғалып ҡалмаҫ, һис ҡурҡма. Беҙ күҙ-ҡолаҡ бит.

– М-мин-н бар-ры-бер ҡ-ҡайт-ма-йым! – тип һуңғы һүҙемде әйттем дә, Илшатты алып, тышҡа сығып киттек.

Илшат шунда уҡ Табылдыҡҡа йүгерҙе. Уныһы ла уйнарға кеше табылыуға шат, яңы дуҫына һикерергә, битен яларға тотондо. Тегеһе, үҙе буйлыҡ эттең ауырлығына түҙеп тора алмай, артына ҡолап китте. Миңә ҡыҙыҡ, һаһылдап көләм. Их әсәйемдәр ҙә бында йәшәргә ҡалһын ине, ҡайһылай рәхәт булыр ине! Илшат көсөк менән уйнағансы, Табылдыҡтың ояһын эшләп бөтөргә булдым. Таҡталарҙы бер нисә өй аша йәшәгән ағай әйберҙәрен ташышҡан өсөн биргәйне.

Шаҡ та шоҡ тауыштар ишетеп, өйҙән әсәйем, уның артынса Сания апай килеп сыҡты. Эшлекле генә ҡиәфәт менән уларға ҡараным.

– Бына, күрәһеңме, ул бында – хужа! Ошо баҡсаны тулыһынса үҙе ҡаҙып, үҙе ултыртты, – тине Сания апай минең менән ғорурланып.

– Шулаймы ни? – тип әсәйемдең йөҙөнә аптырау сыҡты. – Мин бит, буш ятмаһын тип, һин ултыртҡанһыңдыр тип уйлағайным...

Әсәйемдең ошонан һуң миңә ҡарата ҡарашы ҡырҡа үҙгәргәнен тойҙом. Улар, икенсе ялдарҙа тағы килербеҙ тип, иң һуңғы автобус менән ҡайтып китте...

 

* * *

Бер көн күлгә һыу төшөргә икенсе урамдан киттем. Башҡаларҙың баҡсаларын күҙәтеү ҡыҙыҡ миңә. Ниндәйҙер ятыраҡ нәмә күрһәм, ҡайтҡас үҙемдә шуны эшләп ҡуям. Әле лә берәүҙең баҡсаһында машина тәгәрмәсендә сәскә үҫеп ултырғанын күреп ҡалдым. Шунда уҡ Сабир ағайҙың ҡапҡа тышында ятҡан покрышка күҙ алдыма килде. Сания апай гел һуҡрана бит. Миндә һыу төшөү ҡайғыһы китте, боролдом да өй яғына саптым. Сания апай ҡыуана-ҡыуана биреп ебәрҙе миңә уны. Сабир ағайҙың инструменттарын алырға ла рөхсәт итте. Көнө буйы маташтым, усымда сөйәл дә килеп сыҡты, сыйылып-сапсылып та бөттө, шулай ҙа бик матур ғына сәскә һауыты килтереп сығарҙым. Сания апайға бүләк иткәс, иҫе китте! Күҙҙәре йәшкәҙеп, ҡосаҡлап һөйөп алды.

Ауыл ерендә йүкә телефон шәп эшләй, Сания апай үҙе маҡтандымы, әллә минең кеүек үтеп барғанда күрҙеләрме, бер көн эшле булдым.

– Шамил, аҡса эшләгең киләме? – тине Сания апай.

– Эйе! – тинем мин шунда уҡ.

– Бер ҡатын миңә лә сәскә һауыты эшләп бирһен әле тей.

Ҡыуанысым эсемә һыймай. Эшләйем, әлбиттә!

– Тик тәгәрмәсте ҡайҙан алырһың икән? – тип борсолоуына ла иҫем китмәне. Шунда уҡ магазинға саптым. Һатыусыға кәрәкмәһә, магазин мөйөшөндә өйөлөп ятҡан тәгәрмәстәрҙе һорау иҫәбем.

Апай мине шунда уҡ таныны.

– Нимә, тағы орлоҡ кәрәкме әллә? – тип йылмайып ҡаршы алды. Тотлоға-тотлоға йомошомдо әйткәс, бигерәк маладис булып сыҡтың әле, тип маҡтаны ла:

– Уларҙы кем ауҙарып киткәнен дә белмәйем, файҙаһын күр, ал, әйҙә, – тип рөхсәт итте. – Һин миңә берәүҙе эшләп бүләк ит, ә мин һиңә, кәрәкһә, тағы ла тәгәрмәстәр табып ҡуйырмын...

Был иң яҡшы тәҡдим ине. Шатлығым эскә һыймай, тәгәрмәстәрҙе үҙемә ташып алдым.

Икенсе гөл һауытым Сания апайҙыҡынан да матурыраҡ килеп сыҡты. Миңә хатта уңайһыҙ булып торҙо. Ярай әле ул үҙе быға иғтибар итмәне, һоҡланыуын йәшермәй мине маҡтаны ла маҡтаны.

– Быларҙы буяп та ҡуяйыҡ! – тип үҙенән бумала-буяуҙар алып килде. Быны ла, Сания апайҙыҡын да гөл кеүек итеп буяп ҡуйҙым. Һауыттар хужаһына бик оҡшаны. Аҡсаны ла мул ғына бирҙе. Алырға уңайһыҙланып тора инем, Сания апай өҙмәй ҙә ҡуймай усыма йомдорҙо.

– Алмай ни! Был бит һинең хеҙмәт емешең! Уның өсөн күпме ваҡыт, күпме көс сарыф иттең.

Артынса уҡ Сания апайға индем.

– Рәххх... рәхххмәт... – тип баяғы аҡсаларҙы уға һондом. Апай көлөп ебәрҙе.

– Миңә нимәгә рәхмәт әйтәһең? Улар һинең аҡсаларың. Алып ҡайт та билдәле генә бер урынға йәшереп ҡуй.

– Аш... аш... ашағ-ған өс... өс-сөн, – тип көскә әйләндерҙем телемде.

– Эй, туғаным! Ошонда беҙҙе ҡыуандырып йөрөп ятҡаның өсөн үҙем әллә күпме түләргә ризамын! – тине йылмайып. – Һин бит бушҡа ашамайһың, ана, түтәлемдә бер ҡый юҡ, һыу һибәһең, ҡулыма бер эш тейҙермәйһең.

Сания апай йәшереп ҡуй тиһә лә, тиҙ генә айырылғым килмәне тир түгеп эшләп алған ысын аҡсалар менән. Әсәйем быға ни тиер ине икән? Ҡапыл уларҙы, фатирыбыҙҙы ныҡ-ныҡ итеп һағынғанымды аңланым. Ҡайтҡым, күргем килде. Үҙҙәре хәҙер ял һайын килә килеүен, әммә барыбер, көн дә янымда булыуҙарын теләйем. Ҡылт итеп киткәндә алған аҡса иҫемә төштө. Ҡайтарырмын, тигәйнем бит. Үҙҙәре эштә саҡта индереп һалып сыҡҡанда... Ята торғас, аҡсаларымды йомарлаған килеш, йоҡлап киткәнмен. Төшөмдә теге ҡыҙҙы күрҙем. Теге, автобуста осратҡан... Ап-асыҡ йылмайып инде. Уянғас бер ни тиклем һушыма килә алмай яттым. Әгәр юлымда осрап ҡуйһа, ни эшләр инем мкән?..

Бөгөн бер түгел ике сәскә һауытына заказ бирҙеләр. Сабир ағай менән иртәнге күнекмәләрҙе бөтөүгә үк һөйөнсөләне Сания апай. Көнөнә өлгөртәйем тип, шунда уҡ эшкә ултырҙым. Минең яңы шөғөлгә Сабир ағай ҙа ҡыуанды. Уңайлы бысаҡ эшләп, матур итеп үткерләп бирҙе. Эштән бер нисә покрышка алып ҡайтты. Ҡыңғырауға оҡшатып яһаған һауыттарҙы ҡырҡышып та бирҙе. Быларына хаҡ та күберәк. Эшлә лә эшлә генә. Сания апай заказдарҙы ҡабул иткәндә үк хаҡын әйтеп һөйләшә. Минең үҙемә үтә лә ҡиммәт кеүек, әммә кешеләр, осһоҙ, тип ҡыуана.

Һуңғы һауытты эшләп бөтөп барғанда ҡапҡа алдында малайҙар пәйҙә булды. Туп тибә-тибә үтеп барған ерҙәренән туҡтап: “Эй, һаҡау! Һаҡау”– тип үсекләшә башланылар. Ҡапыл миңә ниҙер булды. Нимә ҡарап ултыраһың, тип кемдер төртөп ебәрҙеме ни, һикереп торҙом. Бөгөн минең “һаҡау” булғым килмәне! Был малайҙарҙың, әлбиттә, аңын-тоңон аңламаған ваҡыттарылыр, әммә миңә улай тип әйтергә хаҡтары юҡ!..

Асыуым шул хәлгә етте, тегеләрҙе ҡыуалап ҡапҡаға ташландым. Малайҙар кемуҙарҙан тирә-яҡҡа һибелде. Береһе һөрлөгөп ҡолап китте, тубыҡтарын һыҙырҙымы, аҡырып иларға тотондо. Ул арала булмай, ҡайҙандыр әсәһе килеп сыҡты. Балаһы нимә тип ошаҡлағандыр, әммә әсәй кеше әрләшә-әрләшә миңә табан килә башланы. Мин үҙемде яҡларға әҙерләндем.

– Үҙең ҡолғалай, ә башыңда өс тинлек тә аҡыл юҡ, ниңә малайымды этеп йыҡтың?

– Ы-ы-м... ы-ы-м...

Их, ҡәһәр һуҡҡан тел! Тағы! Һуңғы арала һәйбәт кенә һөйләшә башлағайным бит! Ым ярҙамында ғәйепһеҙ икәнемде аңлатырға тотондом. Ҡапыл тулҡынланыуға ҡан баҫымым күтәрелдеме, башым шаулай башланы. Ҡолағымды баҫтым да ергә сүгәләнем. “Етмәһә, мыҫҡыл итәһеңме?” – тип башлаған әсә кеше аптырап ҡалды. Ул арала Сания апай килеп сыҡты. Нимә һөйләшкәндәрҙер, ишетмәнем, апай шәп-шәп атлап сығып китте.

Сания апай башымдан, арҡамдан һыйпап, еңелсә массаж эшләгәс, күңелем йомшарҙы, буҫығып иланым да ебәрҙем.

– Эй аллам, был малай-шалай ҡайҙан килеп сыҡты! – тип һуҡранды Сания апай. – Йә Сабир ағайың өйҙә юҡ, барып ҡолаҡтарын бороп ҡайтыр ине!..

Үҙемде йәлләп илап ултырған ерҙән шып туҡтаным. Сабир ағайға һис әйтергә ярамай! Хатта белдерергә лә. Ул бит минең ныҡ, көслө булыуымды теләй. Ә мин?.. Ошондай көнгә ҡалыуымда үҙем генә ғәйепле бит!.. Берҙән, миңә ул ағас башына бер кем дә менергә ҡушманы. Бер кем ҡолатып та төшөрмәне. Табип, әгәр күнегеүҙәрҙе теүәл үтәһә, үҙе ныҡ тырышһа, теле асылыр, тине. Ә мин? Мин бит уның әйткәндәрен үтәмәнем. Көн дә шөғөлләнергә йыбандым... Ошо уйҙарҙан һуң йөрәгемде энә менән сәнсеп алғандай булды. Бәләңде кемгәлер япһарыуы еңел бит ул! Мин дә, был күнегеүҙәрҙе юрамал бирҙе, тип табипты әрләнем. Яратмайҙар, артыҡ күрәләр, тип әсәйем менән атайыма, Илшатҡа асыуландым, бар хәлемсә үҙемде аҡларға тырыштым. Уйлап ҡараһаң, барыһына ла үҙем ғәйепле булып сығам. Миңә яҡшылыҡ теләйҙәр, ә мин шуны күрмәмешкә һалышам, һаман кәзәләнәм. Ярҙам итергә уларға булышмайым... Миндә ниндәйҙер бер сәм уянды: мышҡылдап ултырғансы, шөғөлләнергә, тырышырға кәрәк!

Ошо уйҙар, ошо сәм мине тынысландырҙы, әйтеп бөткөһөҙ көс бирҙе. Һаман иркәләргә тырышҡан Сания апайҙан ситкә янтайып: “мы”ылдай торғас, тотлоға-тотлоға “мин эшләйем” тинем. Был минең өсөн аңлы еңеү ине. Бынан ары килеп сығамы-юҡмы, һөйләшергә маташасаҡмын!

– Бар-бар, туғаным, эшлә... – тип йәш аралаш йылмайҙы Сания апай.

Эшемде тамамлауға, сәскә һауытының хужаһы килеп тә етте. Бик шатланды апай кеше. Ҡыуана-ҡыуана һөйләшелгән хаҡты усыма һалды. Әле һаман эшем өсөн аҡса алыу уңайһыҙ, шуғамы, сикәләрем алһыуланып сыҡты, ҡыйынһынып “р...р...рәх...мәт” тип саҡ әйттем. Апай хәлемде шунда уҡ аңлап ҡалды, кеҫәһенән һумлыҡтар килтереп сығарҙы. Хәйер итеп бирергә самалай. Алмағас, үҙе лә нимә эшләргә белмәй уңайһыҙланып китте. Аңлайым, ысын күңелдән бирергә теләй, ләкин мин хәйерсе түгел!

Кеҫәгә аҡса инеп ятҡас, тура магазинға йүгерҙем. Туғыҙға тиклем генә эшләй, өлгөрөргә кәрәк. Иртәгә өйгә ҡайтып килергә уйланым мин. Ауыҙ-тел күнегеүҙәре өсөн шарҙарым һәм күнегеүҙәр яҙылған ҡағыҙҙарым кәрәк. Магазиндан күстәнәскә әсәйемдең яратҡан сәйен һәм Илшатҡа ваҡ-төйәк тәмлекәстәр алдым. Ҡайтҡас, бер пакет ҡыяр тултырып ҡуйҙым, күп итеп йәшел һуған өҙҙөм. Ҡыярҙарым ишелеп уңды минең. Сабир ағай аша биреп ебәргәндәрен әсәйем тоҙлаған да, хатта һатҡан да. Быныһын да берәй нәмә эшләтер. Юҡһа бында әрәм генә буласаҡ.

Төндө насар уҙғарҙым. Өйҙәгеләр менән һаташып бөттөм, күнегеүҙәрҙе ҡабатланым, физкультура менән шөғөлләндем. Таңға ҡарай үлек кеүек йоҡлап киткәнмен, будильник тауышын бөтөнләй ишетмәгәнмен. Сания апай инеп уятҡас ҡына торҙом.

Автобуста йоҡлап барҙым. Автовокзалда беҙгә бара торғанына күсеп ултырғас ҡына йоҡом осҡандай булды. Ҡала һағындырған. Тәҙрәнән сыға яҙып тирә-яғымды күҙәтеп бара башланым. Мин киткәндә ағастар саҡ япраҡ яра ине, әле бөтә ер йәм-йәшел, матур. Ә халыҡ ошо матурлыҡты күрмәй ҙә, ризаһыҙ йөҙ менән эшенә ашыға. Ана минең ике әбейем ултыра. Уларҙы күргәс, шунда уҡ кәйеф күтәрелде. Ә быныһы мин һөткә йөрөгән туҡталыш. Ишек асылып китте лә... теге ҡыҙыҡай килеп инде!.. Беҙҙең ҡараштар осрашты. Күптәнге танышын күргәндәй, ихлас йылмайҙы, нимәлер әйтте. “Хәҙер минең яныма килеп баҫасаҡ!” тигән уйҙан ҡотом осто. Һикереп торҙом да, әҙер генә тотоп ултырған аҡсамды водитель алдына һелтәп, теге ваҡыттағылай төштөм дә ҡалдым. Ә нимә эшләйем һуң?!. Ыҡ-мыҡ килеп тора алмайым да инде!.. Ғәрлеге ни тора. Икенсе автобус менән ҡайтып еттем.

Инергәме-юҡмы, тип бер килке ишек төбөндә тапанып торғандан һуң асҡысымды һаҡ ҡына йоҙаҡҡа тыҡтым. Шылт иткән дә тауыш ишетелмәй. Үҙемде бер уғры кеүек тойҙом хатта. Ботинкаларымды сисеп ырғыттым да кухняға уҙҙым. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса һыуытҡысты асып ҡараным, унан шкафтарҙы. Бында булған аҙыҡ миндә лә бар инде. Сания апай, кәрәкмәй, тиһәм дә, гел индереп тора. Бәлеш телеп ашай башлағас, барыһын да аңланым. Кисә тап ошондайҙы Сания апай ҙа бешергәйне! Әммә мин уның ҡамыр менән булышып йөрөгәнен күрмәнем. Тәмле еҫтәр ҙә сыҡманы. Быға хатта аптырап та ҡуйғайным. Тимәк... миңә тип Сабир ағай аша әсәһе биреп ебәргән булып сыға! Дарыуҙар ҙа үҙемдекеләрме инде?.. Тәмле итеп ашап алғандан һуң, өйҙө уратып ҡарап сыҡтым, танһығым ҡанғансы карауатымда аунаным. Компьютерҙы астым. Уйындар ҙа, Интернет та онотолған, унда тексәйеп ултырыуы хәҙер ҡыҙыҡ та түгел. Атайымдың хаты күҙгә салынды. Теге көндө үк яуап яҙған булған. “Улым! – тиелгәйне хатта. – Һинең үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итеүең яҡшы, әлбиттә, әммә кәңәшләшеп эшләргә кәрәкмәй инеме? Мин һиңә яҡшылыҡ ҡына теләйем, ниндәйҙер эштәр ҡыйратырға маташыуҙарыңды ла хуплап, хәлдән килгәнсе ярҙам итергә тырышып торам. Әле лә үҙ аллы йәшәп ҡарарға ниәт иткәнһең икән, барыһын да алдан уйлағанһыңдыр, тигән фекерҙәмен. Сығып китеүең оҡшамай, ләкин ҡайт тип бойормайым. Күршеләргә әйтеп ҡуйырмын, күҙ-ҡолаҡ булырҙар. Нимә кәрәкһә лә, оялып-уңайһыҙланып торма, Сабир ағайҙарға ин...” Был һүҙҙәрҙе уҡығас, эсемде нимәлер семетеп ҡуйҙы. “Үҙем” тиһәм дә, бер көн дә атайым менән әсәйемдең ярҙамынан тыш йәшәмәгәнмен булып сыға түгелме? Айырым да кеүек, шул уҡ ваҡытта бергә лә. Шулай ҙа яҡындарымдың миңә ышаныс белдереүе күңелемдә әйтеп бөткөһөҙ рәхмәт тойғоһо уятты.

Сығыр алдынан теге ваҡыт алған аҡсамды урынына һалдым. “Әсәй! Минең барыһы ла яҡшы, ас йөрөмәйем, яланғас түгелмен. Теге ваҡыт алған аҡсаны ҡайтарҙым!” тип записка ҡалдырҙым.

Кәрәкле нәмәләремде алғас, тағы бер тапҡыр өйҙө күҙҙән үткәрҙем дә, сығып киттем.

Баҡсаға килеп еткәндә төш уҙғайны инде. Сәй эскәндә бәлеште ҡулға алғас, тамсы ла шигем ҡалманы: ысынлап та әсәйем бешергән! Шуға микән, бигерәк тәмле тойолдо был юлы.

Сәйҙән һуң баҡсалағы эштәрҙе бөтөрҙөм дә күнегеүҙәремде ҡабатларға өйгә индем. Көҙгө алдына уңайлап торғас, тәүҙә тын алыу күнегеүҙәрен эшләнем. Үпкә тултырып һауа һулайһың да ауыҙ аша сығараһың. Бер нисә тапҡыр шулай ҡабатлағас, һуҙынҡы өндәр өҫтөндә эшләп алдым. Өндәрҙән һуң ижектәрҙе ҡысҡырып әйттем. Эш тиҙәйткестәргә еткәс, арығанымды һиҙҙем. Тел дә, мейе лә талды бындай күнекмәләрҙән.

ДАУАМЫ БАР

Әмир Мөхәмәтйәновтың фотоһы

Автор:Гөлнара Мостафина
Читайте нас: