+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
31 Июль 2022, 12:30

Терпе менән тәүге осрашыу

Йәмле йәйемдең сағыу бер матур көнөндә булды был хәл. Күк йөҙөндә ҡояш йылмая. Тирә-яҡта иҫ киткес матур тәбиғәт. Ишморат исемле кескәй ҡустым менән тышта саф һауала туп уйнап йөрөйбөҙ. Уға ни бары 1 йәш тә 5 ай, шуға күрә лә ул әле матурлап һөйләшә белмәй. Шулай оҙаҡ ҡына көлөшөп уйнап йөрөнөк.

– Ә-ә-ә-ә! – тип көтмәгәндә ҡустым ҡысҡырҙы ла һәм илап ебәрҙе.

– Ни булды? – тип һораным мин. Әйләнеп ҡустыма ҡарағайным, ә ул ергә төртөп күрһәтә. Ерҙә йомроҡас ҡына, кескәй генә терпе китеп бара.

– Терпе, бит ул, ҡурҡма! – тип әйттем дә ҡустыма яғымлы ҡараш ташланым. Ишморат йылмайып көлөп ҡуйҙы.

– Терпе тип әйт әле, Ишморат, – тинем мин.

– Т-е-е-е-е, – тип ҡустым әйтте лә сәпәкәйләп ҡуйҙы.

– И-и-и-и-й! Матур ғына терпе, – тинем.

– Апай, терпе! – яғымлы тауыш менән ҡустым миңә өндәште.

– Нимә тине, Ишморат? – тип ғәжәпләнгән тауыш менән һораным мин.

– Терпе! – тип яуапланы миңә ҡустым һәм көлөп ҡуйҙы. Минең нисек шатланғанымды күрһәгеҙ. Тап ошо ваҡытта минән дә бәхетле кеше юҡ ине.

Бына ошолай күтәренке кәйеф менән башланып китте минең йәмле йәйем. Сөнки Ишморат ҡустым тәү тапҡыр асыҡ һәм матур итеп һүҙҙәр әйтте. Уның тәү башлап әйткән һүҙе ул: “терпе” һәм “апай” булды.

Сәлимә Дәүләтшина, Бөрйән районы.

автор фотоһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: