+21 °С
Болотло
Ижад ҡомары
22 Август 2022, 05:58

Көйәнтәле ҡыҙҙар

Ни һөйләшкәнбеҙҙер – иҫтә түгел, Шишмә буйы сырҡ-сырҡ киләлер. Ҡыҙҙар ни шул, инәйем әйтмешләй, “бармаҡ күрһәтһәң дә көләлер”.

Көйәнтәле ҡыҙҙарКөйәнтәле ҡыҙҙар
Көйәнтәле ҡыҙҙар

Иңдәренә көйәнтәләр аҫып,
Һығылдырып нәҙек билдәрен,
Биш ҡыҙ атлай шишмә буйҡайына
Кисен, көндөҙ һәм дә иртәһен.

Ике тауҙың һөҙәк үҙәненән
Сылтырап ҡына аға шишмәкәй.
Ысыҡ тамсыһылай саф һыуҙарын
Яратып та икән кем эсмәй?!

Тирә- яҡта һайрай ҡошсоҡтары,
Еләк тәме танау ҡытыҡлай..
Алыҫ түгел бәүелсәк – йүкә ағасы
Янына әйҙәй, беҙһеҙ йәм тапмай.

Биҙ(е)рәләр, әйҙә, тула торһон,
“Һандыҡ”ҡа ла төшөр еләктәр.
Шишмә буйындағы эскәмйәгә
Теҙелеште ҡыҙҙар берәмләп.

Ни һөйләшкәнбеҙҙер – иҫтә түгел,
Шишмә буйы сырҡ-сырҡ киләлер.
Ҡыҙҙар ни шул, инәйем әйтмешләй,
“бармаҡ күрһәтһәң дә көләлер”.

Һығылып ғына сыҡҡан күҙ йәшеләй
Шишмә һыуы тама тамсылап.
Ҡаш өҫтөнә ҡулын ҡуйып ҡарап,
Рәйсә әбей тора ҡаршылап:

“Ай-һай, ҡалай оҙаҡланығыҙ һеҙ,
Килде мәллә егеттәрегеҙ?”
“Егеттәребеҙ килһә, ауыр биҙрә
Күтәреп тә йөрөмәҫ инек беҙ!”-

Тигән булды арабыҙҙан берәү,
Шырҡ-мырҡ килгән булды кемебеҙ.
Башын баҫып үтте өсөнсөбөҙ:
“Оҙаҡланыҡ , ахыры, бөгөн беҙ”

...Теҙелешеп һыуҙан ҡайтты ҡыҙҙар
Яҙын, йәйен һәм дә көҙҙәрен.
Ҡарға батып, батҡаҡ сумған булды,
Юлдары ла булды өҙәрем.

Йәшлектәге көйәнтәле саҡты,
Шул биш ҡыҙҙы әле һағынам.
Шишмә буйына, көйәнтәләр аҫып,
Барайыҡсы, ҡыҙҙар, яңынан!

Дүртөйлө ауылының уңған хужабикәһе Ҡәҙриә Күсемханова баҡсаһында ошондай көйәнтәле ҡыҙ һыны "үҫә". Күңеле лә йыр-моңға ғашиҡ Ҡәҙриә апай һәр саҡ матурлыҡҡа ғашиҡ. 

Көйәнтәле ҡыҙҙар
Көйәнтәле ҡыҙҙар
Көйәнтәле ҡыҙҙар
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас