+21 °С
Болотло
Ижад ҡомары
22 Август 2022, 10:00

Себешем

Тик теге сыбар тауыҡ ни эшләптер бер ҡара себешен ситкә тибеп тик тора. Себеше әсәһе янына килә башлаһа, суҡышы менән этәп ебәрә. Ни эшләргә хәҙер?  “Төндә өшөр инде, бахырың, әрәм булыр инде”, - тине өләсәйем. Ҡанат аҫтына ла индермәй...

СебешемСебешем
Себешем

Себешем

“Көтөп алған йәйем” конкурсына

        Мин Сәминә исемле ҡыҙ. Беренсе синыфты тик бишле билгеләренә  генә тамамланым. Минең дә түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәйем бик күңелле генә башланып китте. Йәй минең иң яратҡан миҙгелем. Рәхәт тә инде йәй көнө! Минең өләсәйем Серафим ауылында йәшәй. Ул күп итеп ҡош-ҡорттар үрсетә, еләк-емеш үҫтерә, ихатаһы гөл-сәскәгә күмелгән. Бигерәк йәмле лә инде! Шул матурлыҡты   булдырырға  ағайым менән беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ.

        Йәй башында өләсәйемдең бер сыбар тауығы себештәр сығарҙы. Себештәре бәләкәй генәләр, хатта усҡа һыялар. Тик теге сыбар тауыҡ ни эшләптер бер ҡара себешен ситкә тибеп тик тора. Себеше әсәһе янына килә башлаһа, суҡышы менән этәп ебәрә. Ни эшләргә хәҙер?  “Төндә өшөр инде, бахырың, әрәм булыр инде”, - тине өләсәйем. Ҡанат аҫтына ла индермәй. Өләсәйем менән оҙаҡ уйлап торманыҡ, иҫке бүреккә һалдыҡ та, өйгә алып индек.

       Шулай итеп, теге ҡара себеште үҙемә ҡарап үҫтерергә туры килде. Олатайым миңә ағастан шәп итеп тартма яһап бирҙе. Аҫтына йәшел йомшаҡ үлән йәйҙем, ем, һыу  һалдым. Ә төнгөлөккә быяла һауыт менән эҫе һыу ҡуйҙым. Шул һауытҡа һыйынып йоҡларға яратты себешем. Мин уға “Ҡараҡай” тип исем ҡуштым. Себешем миңә шул тиклем эйәләште, мин ҡайҙа барам, ул да минең арттан эйәреп йөрөр булды. Үҫә төшкәс, йәшел сирәмгә ебәрә башланым. Ә үҙем сыбар тауыҡ имгәтеп ҡуймаһын тип, уны һаҡлап ултырҙым. Шул арала, себеш көткән ваҡытта уҡытыусы апайыбыҙ ҡушҡан өй эштәремде эшләп бөттөм: мәсьәләләр систем, китаптар уҡыным, һүрәттәр төшөрҙөм. Себешем әкренләп  башҡа себештәргә эйәләшеп китте, әсә тауыҡ та Ҡараҡайға өйрәнде, башҡаса себешемде ситкә типмәне. Үҙ ҡанаты аҫтына алды. Хәҙер себештәребеҙ ҙур инде, үҙ аллы тибенеп йөрөйҙәр. Себешем дә мине әллә ҡайҙан танып тора. “Сип-сип”,- тиһәм, шунда уҡ йүгереп килә.

           Өләсәйем менән олатайым Сәминә ҡарап үҫтергән себеш, тиҙәр. Өләсәйемә икенсе йылға ла себештәр үҫтерешергә ярҙам итәргә һүҙ бирҙем.  

          Шулай итеп, ялым файҙалы ла, күңелле лә үтте. Тиҙҙән уҡыуҙар башлана. Күңелле йәйемде, ҡара себешемде бик һағынырмын инде.

    

 

Әхмәтова Сәмина, Туймазы районының Серафим ауылының2-се мәктәбе уҡыусыһы.

Себешем
Себешем
Себешем
Себешем
Себешем
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас