+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
29 Август 2022, 17:45

Әтәс

Зәбир ҡустымдың урамында йөрөгән мынау әтәс ҡөтдәгә сыҡты. Тәүге тапҡыр күргән кешене баҫтырып йөрөп талай. Таяҡ тотоп ҡаршы торһаң, күҙҙәрен алартып ынтыла, таяҡты ташлаһаң, уны суҡырға тотона. Әтәстең тағы ла бер сәйер холҡо бар...

Әтәс
Әтәс

Әтәс

Зәбир ҡустымдың урамында йөрөгән мынау әтәс ҡөтдәгә сыҡты. Тәүге тапҡыр күргән кешене баҫтырып йөрөп талай. Таяҡ тотоп ҡаршы торһаң, күҙҙәрен алартып ынтыла, таяҡты ташлаһаң, уны суҡырға тотона. Ҡыҫҡаһы, ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәй. Ҡустым кейемен алыштырып кейһә, уға ла ташлана.
Әтәстең тағы ла бер сәйер холҡо бар, тик сәйер микән? Ул төн тимәй, көн тимәй, тәүлек әйләнәһенә ҡысҡыра. Әтәстәр ҡысҡырған саҡта үҙенең биләмәһенә инеүсе башҡа әтәстәргә янай, шул рәүешле биләмәһенең сиктәрен билдәләй, тауыҡтарына үҙенең барлығын белдерә тиҙәр. Ә был әтәс иһә тәүлек әйләнәһенә ҡысҡыра.
Минеңсә, ул үҙенең әтәс икәнлеген, туған телен онотмаҫ өсөн шулай итә, булһа кәрәк. Улар бер ваҡытта ла ата ҡаҙ кеүек ҡаңҡылдамай, ата өйрәктәр кеүек ҡыжғылдамай, ата күркәләр кеүек гөжгөлдәмәй, ата һуйырҙар кеүек шаулап, телен шартлатмай. Кешеләр ҙә үҙ туған теленә ошо әтәс кеүек тоғро булһа ине...

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 703-сө күҙәтеү.

Әхмәт Үтәбайҙың сәхифәһенән.

Әтәс
Әтәс
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: