+21 °С
Болотло
Ижад ҡомары
30 Август 2022, 03:45

ҠОЛОНСАҠ (Хикәйә)

Ул һыуҙа үҙен күреп аптыра-а-ап ҡалды. Мин ошолаймын икән дәһә-ә-ә, - тип, башын уңға-һулға борғосланы...

ҠОЛОНСАҠ (Хикәйә)ҠОЛОНСАҠ (Хикәйә)
ҠОЛОНСАҠ (Хикәйә)

ҠОЛОНСАҠ
Хикәйә
Ҡолонсаҡ һыуҙа үҙен күреп аптыра-а-ап ҡалды: мин ошолаймын икән дә-һә
ә-ә, тип башын уңға-һулға борғосланы, көлтә ҡойроғон йән-яҡҡа һелтәгеләне, кәүҙәһен ҡыбырлатты. Һыуҙағы баш та, ҡойроҡ та, кәүҙә лә шул уҡ хәрәкәтте ҡабатланылар. Алғы тояғын күтәргәндә һыу тулҡынланып сайҡалды, һәм ҡолағына ап-асыҡ субырлап һыу ҡойолған тауыш ишетелде. Эйе-е-е... һыуҙаға көҙгөлә мин шу-у-ул. Баҡтиһәң, ат затынанмын....Би-и-и-ик хуп, беҙҙе күптәр ярата. Ептәй нәҙек дүрт тояғым бар, әлегә ит ҡунмаған. Сабыйғынамын бит. Әсәйем шуға ла ҡолонсағым, бәләкәсем тип ярата. Маңлайымдың ҡап уртаһына аҡ йондоҙ уйылған. Ә-ә-ә, бына ниңә хужам Йондоҙҡашҡа тип атаған. Ҡойроғом нәҡ төлкө ҡойроғо кеүек. Бер төлкөнө урманға инеп барғанында артынан ғына күреп ҡалғайным. Ҡойроғо үҙендәй, оҙо-о-он. Йөнө ҡабары-ы-ып тора. О--о-ой, унда минең ҡотом осоп ситкә янтайып ырғып киткәйнем.
😁😁
- Ҡурҡма-а-а, ул төлкө. Беҙгә зыянһыҙ, - тип әсәйем саҡ тынысландырҙы. Кескенә булғас тирә-йүнде белеп тә бөтмәйем әле.

Бесән ваҡытында әсәйемде егеп бесән ташыйҙар, күбә тарттыралар. Мин янында уйнаҡлап барам. Уйнап тик йөрөй тип уйламағы-ы-ҙ! Эшкә өйрәнеп тә йөрөйөм. Тыр-р-р! - тиһә хужам, атҡа туҡтарға кәрәк. На-а-а! - тигән тауыш бирһә, алға табан атларға тейеш. Йылғаға төшөргөндә һуҙы-ы-ы-п: Һе-е-е-е-еү! - тип һыу эсерһә, шундай рәхә-ә-әт. Эскән һайын эсәһе генә килә. Еҙемдең һыуы саф көмөштәй таҙа, тәмле лә.

Бөгөн ял итәбеҙ, хужабыҙ йомошо менән ҡалаға китте. Ат екмәне, эше ашығыстыр. Иномарка машинаһында юлында саң-томан борҡотоп елдереп осто ғына! Башҡа ваҡытта беҙһеҙ бер ҡайҙа ла бармай. Йә һыбай атланып урман-ҡырҙарҙы ҡыҙырып сығырға ярата. Миңә сәйәхәт бик оҡшай.Тирә-йүн менән танышам. Еҙем буйҙарын буйлайбыҙ. Би-и-ик хозур беҙҙең яҡтар.

Хужабыҙҙан уңдыҡ. Ат йәнле башҡорт. Һоло менән һыйлай, алдыбыҙҙан тоҙ өҙмәй. Ялыбыҙҙы тарай, тупылдатып һөйөп тә ала. Шуға ла уға тоғро хеҙмәт итәбеҙ.
(Айрат Үтяган сәхифәһенән алған фотоһүрәт)
28.08.22й Нәсимә Ғайсина

ҠОЛОНСАҠ (Хикәйә)
ҠОЛОНСАҠ (Хикәйә)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас