+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
9 Сентябрь 2022, 20:56

Илһам иле мәҙәктәре

Был серияла кескәй Илһамдың мажаралары менән таныштырып барасаҡбыҙ. Беренсе серия.

Илһам иле мәҙәктәре
Илһам иле мәҙәктәре

Әҙәм балаһының ғүмер ағышы бик ҡыҫҡа ғына, йәшәйеште күҙ асып йомоу менән сағыштыралар, был ысынында шулай. Ваҡыт арбаһы алға тәгәрәгән һайын үткәндәр баҙыҡлана бара, асығыраҡ күҙ алдына баҫа. Ғөмүмән, ҡулыма ҡәләм алырға ошо уйланыуҙарым, хәтирәләр этәрҙе...
Инде Илһам улымдың улы тыуып, үҙе кеүек үк тиктормаҫ, тел болғағыс икәнен күреп, үҙем дә һиҙмәҫтән улымдың бала сағын йыш иҫкә төшөрә башланым. Хоҙай насип иткән ғүмерем оҙон булып, ейәнемдең улын да күрергә яҙһа ине Зиһенем асыҡ һаҡланып, был бәхетте лә тасуирларға яҙһын
...Бер аҙға күҙҙе йомоп артҡа боролоп ҡараһаҡ, унда кәнфит төшөрөлгән күлмәген кейеп Илһам улым уйнап ултырған кеүек. Ысынлап та, тормош иптәшем менән икебеҙ ике ер башында үҫеп ерҙәге оло миссияны үтәр өсөн – донъяға ошо балаларыбыҙҙы тыуҙырыр өсөн генә осрашҡанбыҙ һымаҡ. Уйламаҫтан ғына мәңгелек темаларға ҡағылһаҡ, балаларымдың атаһы - тормош иптәшем дә, мин дә иң бәхетле минуттар тип балалар тыуған ваҡытты һанайбыҙ икән. Балаларыбыҙ донъяға килгән көн беҙ икәүҙе уҡмаштырып бер бөтөн итеп, шул ваҡыттан ғына ысын ғаилә тормошо менән йәшәтеп алып киткән икән дә.
Мин ғаиләлә ир бала күрмәгән булғанғамы, ә тормош иптәшем бала яратҡан ғаиләлә үҫкәнгәме, Илһам бигерәк татлы емешебеҙ булып донъяға килде. Үҙе һөймәлекле, телдәр, иҫ киткес шуҡ малай булып үҫте. Донъяға 1991 йылдың 20 февралендә ике сәғәт егерме биш минутта донъяға ауаз һалды ул.
Атай-әсәйем өсөн дә көтөп алынған тәүге ейәндәре булғанғамы, беҙ атайым йортона ҡайтһаҡ, ер шары Илһам тирәләй әйләнә ине. Ололарҙың наҙы түгелеп торғанда Илһам да шуҡлыҡтарын сығарып ҡына торғандыр инде.
Һаман да минең тыуған ауылым Әбйәлил районы Ишҡол ауылына ҡайтып ҡунаҡ табыны йыйһаҡ, йә урамда күршеләр, ауылдаштар менән күрешһәк, хәтер төпкөлөнән соҡоп сығарып һәр береһе Илһам тураһында берәй ҡыҙыҡты һөйләмәй ҡалмайҙар. Хатта улыбыҙ Ишҡол ауылының бәләкәй генә Хужа Насретдины ғына булған икән тип көлөшөп алабыҙ. Илһамға “Беҙ Ишҡолға ҡайтып килдек, тағы ла күрше-тирә, туғандар менән тик һинең мәҙәктәреңде иҫкә төшөрөп һөйләшеп ултырҙыҡ”, - тип отчет бирәбеҙ. Шул ҡыҙыҡ-мәҙәктәр менән һеҙҙе лә таныштырырға булдым.

Гөлсөм Монасипова.



📸Фотоларҙа: Илһам улымдың бәләкәй сағы; икенсеһендә ейәнем Ыласын.

Илһам иле мәҙәктәре
Илһам иле мәҙәктәре
Илһам иле мәҙәктәре
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: