+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
9 Сентябрь 2022, 21:34

Илһам иле мәҙәктәре (Етенсе серия)

Минең атайым вареньены ошолайтып ашай!

Илһам иле мәҙәктәре (Етенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Етенсе серия)

“Минең атайым вареньены ошолайтып ашай!”

Минең мәктәптә ашығыс эшем килеп сыҡһа, эше ныҡ тығыҙ булмаһа, Илһамды атаһы алып ҡала торғайны. Бер ваҡыт уны ла оперативкаға саҡырғандар, бала менән бергә инеп ултырып булмай бит инде, Илһамды хеҙмәттәше Әмиргә ҡалдырып торған. Әмирҙең бала ҡарау буйынса тормош тәжрибәһе юҡ, шуға ул Илһамды апайына алып киткән. Апай кеше ҡунаҡтар килгәс, сәй табыны әҙерләгән. Илһамға бер ҡайнатма ныҡ оҡшап ҡалған да, балғалаҡты тултырып алып тороп "һыпырта" икән. Үҙенең күп ашауын ошолай тип аңлатҡан: “Минең атайым вареньены ошолайтып ашай!" Тағы ҡалағын батырып ала ла: “Әсәйем улайтып ашама-ашама, тиһә лә, ул барыбер ошолайтып тороп ашай”, - тип тағы ауыҙына оҙата икән. Әмир апайы менән бәләкәй баланың сослоғона, тапҡырлығына һоҡланып бер булғандар. Шунан ҡалған лаҡап: “Йә, күрһәт әле, атайың вареньены ҡалайтып ашай?” йәки тәмле нәмә эләкһә "минең атайым ошолайтып ашай торғайны" тип көлөшәбеҙ)))

Гөлсөм Монасипова.

Илһам иле мәҙәктәре (Етенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Етенсе серия)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: