+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
9 Сентябрь 2022, 21:06

Илһам иле мәҙәктәре (Өсөнсө серия)

Себеште алып ҡайттыҡ, “Сипани” тип исем ҡуштыҡ. Ем бирәбеҙ, ашатабыҙ...

Илһам иле мәҙәктәре (Өсөнсө серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Өсөнсө серия)

“Сипани”
Йәш саҡ – йүләр саҡ, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер инде. Илһамды коляскаһына ултыртып Өфө баҙарында йөрөп ятабыҙ. Аяғын нығытып йөрөгән сағы - төшөп атлап та ала. Тауыҡ себештәре һатылған ерҙә күңелле - һары ғына йомғаҡтар сипылдашып ер өҫтөн ҡаплап йөрөйҙәр. Илһам эй бәләкәй йомғаҡтарҙы ҡулына алғыһы килә, мин дә күп уйлап тормаҫтан, уға бер себеш һатып алып бир инде🤔. Себеште алып ҡайттыҡ, “Сипани” тип исем ҡуштыҡ. Ем бирәбеҙ, ашатабыҙ, тик ашауының бер ҙә генә рәте юҡ. Тауыҡтарҙа ла коллективизм тойғоһо көслө булалыр инде. Бергә сипылдашып та ҡарайбыҙ))), иҙәнде ем сүпләгән тауыштар сығарып туҡылдатабыҙ, лампаны ла яҡтыртып ҡуябыҙ. Сипани бер-ике емде ашай ҙа бөршәйеп, башын бороп, тағы моңһоулана башлай. Тиҙҙән Сипанины туйындырыуҙың әмәлен таптыҡ. Ул ваҡыттарҙа дөйөм ятаҡтарҙа юҡ-юҡта ла тараҡан тигән ғәләмәттәр килеп сыға ине. Атайыбыҙ Сипани менән Булат, Рәмзит, Мөнир йә Йәнбулаттар бүлмәһенә барып, уларҙың бүлмәһендәге тараҡандарға "һөжүм" яһай. Үҙҙәре ҡыҙыҡ итеп ҡарап торалар – тараҡандар йүгерешһә, Сипани баҫтырып тотоп ашай икән.
Сипани өҙлөкһөҙ сипылдай - уның да ыңғай яғын таптым - Сипанины Илһамдың бәләкәй сирпәгенә һалып сығарып ебәрәм - бәпесем сирпәген беләгенә элеп коридорҙа йөрөп килә. Ҡапыл Илһам юғалһа, үҙем китәм коридор буйлап: “Әһә! Сипани был бүлмәлә сипылдай, тимәк таныш ҡыҙҙар индереп алған икән”, - тип тынысланам. Тик Сипани аҙ ғүмерле булды, бүлмәгә эйәртенешеп инеп-сығып йөрөй торғас, ишеккә яңылыш ҡыҫылып әрәм булды((( Илһамды коляскаға ултыртып, иптәшем менән бергә Өфөнөң Мосолмандар зыяратының тыш яғынан ҡойма буйына ерләнек Сипанины. Дәртле булғанбыҙ үҙебеҙ ҙә!

Илһам иле мәҙәктәре (Өсөнсө серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Өсөнсө серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Өсөнсө серия)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: