+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
10 Сентябрь 2022, 08:05

Илһам иле мәҙәктәре (Икенсе серия)

“Фәнүзә, Гәнүзә, мәнүзә”

Илһам иле мәҙәктәре (Икенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Икенсе серия)

“Фәнүзә, Гәнүзә, мәнүзә”

Илһамдың теле асылған саҡ. Мин өсөнсө курс студенты, атайыбыҙ – дүртенсе курста уҡый. Балалы студенттарға ташламалар юҡ. Тырышып уҡырға кәрәк. Шундай мәлдәрҙә ауылдаш ҡыҙҙар ныҡ ярҙам итте. Ҡотоева Гөлназ ҡоҙасам йыш ҡына Илһам менән ултыра ине, бик күп шиғырҙарын да Илһамдың йоҡоһонда ижад иттем, тип һөйләр ине. Илһамды үҫтереүҙә Фәнүзә Фәттәхованың да ярҙамы ныҡ тейҙе. Хатта Илһамдың теле “Фәнүзә” тип асылды, һуңынан бар нәмә лә апайының исеменә ҡалыплаштырып әйтелде: Фәнүзәнең бүлмәләш дуҫы Ғәшүрә – Гәнүзә, уйынсыҡ машинаһы – мәнүзә. Илһам ҙурайҙы, ә ошо һүҙе тороп ҡалды. Илһам ҙурайһа ла, беҙҙең ғаилә һөйләшендә машина - “мәнүзә”!
Иҫегеҙҙәме, ҡыҙҙар?

📸Фотоларҙа: Илһамды коляскала әүрәтәм; Илһам менән Азат "мәнүзә"лә

 
Илһам иле мәҙәктәре (Икенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Икенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Икенсе серия)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: