+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
12 Сентябрь 2022, 08:55

Илһам иле мәҙәктәре (Дүртенсе серия)

Был бит попугай түгел, тутыйғош! 

Илһам иле мәҙәктәре (Дүртенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Дүртенсе серия)
Ҡулыбыҙға дипломдар алып Учалы ҡалаһында йәшәй башланыҡ. Мин 5-се мәктәпкә эшкә урынлаштым. Илһам балалар баҡсаһы йәшенә етте, тик садикта урын юҡ икәне аңлашылды. Беҙ йәш ғаилә, ҡалала бер кемебеҙ ҙә юҡ, шуға баланы кемгәлер ҡалдырып эшкә йөрөргә мөмкинселегебеҙ юҡ. Ҡалала тәүге башҡорт төркөмдөре асылған, тик унда балалар һаны аҙ, ата-әсәләр балаларын был төркөмгә бирергә ашҡынып бармайҙар икән. Ә беҙ шатланып һәм ифрат ҡыуанып Илһамды башҡорт төркөмөнә алып барып бирҙек. Хатта төркөмдө биҙәргә булыштым. Ул ваҡытта тик рус теленә ҡалыплашҡан һүҙҙәрҙе, йыр-шиғырҙарҙы, уйындарҙы башҡортсаға тәржемә итергә ярҙам иттем, хатта үҙем дә ябай ғына сценарийҙар яҙып бирә инем. Улыбыҙҙың беренсе тәрбиәсеһе Фәнзилә Айҙар ҡыҙы Илһамды бик ныҡ ярата торғайны: “Ул малай ныҡ аҡыллы бала. Хатта беҙҙе өйрәтеп ҡуя бит. Мин төрлө хайуандарҙың һүрәттәрен күрһәтәм дә, уларға әйтеп барам. “Медведь-айыу, волк-бүре, ҡуян-заяц, попугай- попугай була”,- тип русса-башҡортса атамаларын әйтеп бара инем, Илһам “Попугай тутыйғош була”,-тимәһенме! Ошо йәшемә етеп саҡ попугайҙың башҡортса атамаһын белдем”, - тип һаман көлөп һөйләр ине Фәнзилә Айҙар ҡыҙы. Аҙаҡ Фәнзилә Айҙар ҡыҙы менән юлдар айырылһа ла, бер-нисә тапҡыр осраштыҡ: Красноусол шифаханаһына ял итергә килгәнендә һәм Илһамдың өлгөргәнлек аттестаты алыу кисәһендә.

📸Фотола. 1.Илһам балалар баҡсаһында төшкән фото.
2. Илһам тәүге тәрбиәсеһе Фәнзилә Айҙар ҡыҙы һәм Рәми Ғарипов исемендәге гимназиялағы тәрбиәсеһе Рәзилә Рамазан ҡыҙы менән
 
Илһам иле мәҙәктәре (Дүртенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Дүртенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Дүртенсе серия)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: