+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
13 Сентябрь 2022, 09:00

Илһам иле мәҙәктәре (Бишенсе серия)

Был футболист түгел - туптолист, ул туп менән уйнай.

Илһам иле мәҙәктәре (Бишенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Бишенсе серия)

“Туптолист”⚽

Балалар баҡсаһына барғанда бер өй алдынан үтәбеҙ. Шул өй эргәһендә күп әкиәт геройҙары төшөрөлгән һүрәттәр ҡуйылған. Был бик һәйбәт, сөнки Илһамдың балалар баҡсаһына барырға һис кенә лә теләге юҡ, ул илай: “Балалар баҡсаһына алып бармағыҙ”, - тип үтенә-ялбара, үҙемдең дә күңелем урынында түгел, мин дә рәхәт тормоштан баламды ҡалдырып китмәйем бит инде, шуға ла шул һүрәттәргә күрһәтә-күрһәтә Илһамды әүрәтеп кенә юлды кәметәм. “Был Белмәҫйән, ул бер нәмәне лә белергә теләмәгән, шуға Белмәҫйән исемен алған, был – Бүре, быныһы – Ҡуян, улар бер-береһе менән баҫтырыша ла йөрөй, быныһы – футболист, уның тураһында ла беҙ йәнһүрәт ҡарағаныбыҙ бар”,- тиһәм, Илһам: “Был бит футболист түгел, туптолист, ул бит туп менән уйнай”- , тип Илһам шул уҡ йәшендә эргә-тирәләге бар һүҙҙәргә лә ҙур мәғәнә һалынғанын тойомлауы менән аптыратҡайны. Шул ерҙән үткән һайын Илһамдан алда уҡ, “Был-туптолист, ул туп менән уйнай”,- тип үтеп китә торғайныҡ ⚽⚽⚽

📸Фотола: Илһам өләсәһе һәм олатаһы менән

Илһам иле мәҙәктәре (Бишенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Бишенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Бишенсе серия)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: