+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
14 Сентябрь 2022, 08:55

Илһам иле мәҙәктәре (Алтынсы серия)

Саҡ йыуатып, нимә алдырғыһы килгәнен һораһам: “Орбитинибихариги”, - ти күҙ йәше аша.

Илһам иле мәҙәктәре (Алтынсы серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Алтынсы серия)

“Орбитинибихариги”

Илһам тыуғанда ғына магазин кәштәләрендә шар тәгәрәтерлек буп-буш ине, бар нәмә талон менән һатылды, теле асылыуға магазин-киоскылар ямғырҙан һуң тыпылдап сыҡҡан бәшмәк һымаҡ күбәйә башланылар. Унда нимә генә юҡ: ғүмерҙә күрмәгән ялтыр-йолтор ҡаптарҙа “Сникерс”, “Натс”, “Марстар”, сит ил һағыҙҙары, һуттар, “Йупи”лар! Етмәһә, телевизорҙа ла көнө-төнө ят ризыҡтарҙың рекламаһы бара, фильмдарҙы туҡтатып “Орбит без сахара” ны рекламалайҙар...
Бер ваҡыт балалар баҡсаһынан барып алдым да ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ. Тик Илһам мине киоск яғына һөйрәп һөйрәй, нимәлер таптыра. Мин уның телен аңламайым да әле: “Ошомо, ошомо?” –тип киоскылағы ҡаптарға төртөп күрһәтәм, ул мин аңламағанға үсегеп, урам яңғыратып аҡырып тороп илай, ул аҡырғанға уның нимә һорағанын бөтөнләй аңламай, аптырауға ҡалдым. Саҡ йыуатып, нимә алдырғыһы килгәнен һораһам: “Орбитинибихариги”, - ти күҙ йәше аша. Ул нимә икән һуң, төртөп күрһәт тиһәм, “Орбит” һағыҙына төртә. Шунан ғына аңлап ҡалдым “Орбитинибихариги” “Орбит без сахара” икәнен)))

Илһам иле мәҙәктәре (Алтынсы серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Алтынсы серия)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: