+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
15 Сентябрь 2022, 09:00

Илһам иле мәҙәктәре (Етенсе серия)

Эй, Илһамдың теше һыҙлай! Түҙер әмәле юҡ, олой ғына!

Илһам иле мәҙәктәре (Етенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Етенсе серия)

“Ысын кәнфит алаһыңмы?”

Эй Илһамдың теше һыҙлай! Түҙер әмәле юҡ, олой ғына! Ярай ҙа ауылыбыҙҙа үҙебеҙҙең стоматологыбыҙ - теш табибы бар. Алып киттем. Түҙемле генә сират еткәнен көтөп алдыҡ. Креслоға ултырғайны, киреләнә башланы бит, ауыҙын асмай ҙа, күрһәтмәй ҙә. Стоматолог апай юхалап та ҡарай, матур ғына һорап та ҡарай, мин дә инәләм, әммә Илһам бер ҙә ыңғайға килмәй. Креслонан торғоҙоп алып сығып китергә тура килде.
Яйлап ҡына ҡайтып барабыҙ, тәҙрәһе юл яғына ҡараған магазинда ялтыр тышлы шоколад кәнфиттәргә улыҡайымдың күҙе төшкәнен һиҙәм, тик әлегә бала саҡтан булған шул әҙәплелеге тәмлекәстәрҙе таптыртмаҫлыҡ көс табалыр инде, икенсе яҡтан теше һыҙлап буҙлап-буҙлап ала. Шулай ҙа уның күңелен ҡытыҡлайым: “Тешеңде табип апайға күрһәтһәң, һиңә ошо кәнфиттәрҙең бөтә төрҙәрен дә алып бирәм”, - тим. Илһамдың күҙҙәре янып китте: “Ысынмы?”. “Эйе”,- тим. Илһам ҡырҡа кире боролдо ла ҙур-ҙур аҙымдар менән дауаханаға йүнәлде. Артынан өлгөр генә!
Стоматолог кабинетына барып инде лә үҙе креслоға менеп ултырҙы, ауыҙын ҙур итеп асты. Табип апай аптырап уға ҡарай, миңә ҡарай, әле генә кире-миреләнгән малай ыңғайға килһен әле! Һыҙлап, йонсотоп торған теш менән оҙаҡ та маташманылар, ике сәғәт ашамаҫҡа ҡушҡас, ҡайтып киттек. Ҡайтышлай вәғәҙәләгәнсе, “Марс”, “Сникерс”, “Натс”, “Баунти” кәнфиттәрен алып бирҙем. Шулай ҙа табип ҡушҡанса, ике сәғәткә түҙемлеге етте, был ваҡытҡа апайымдың ҡыҙы Фәриҙә лә килеп еткәйне, икәүләшеп тәмлекәстәрҙе ашап ҡуйҙылар. Бәлки ҡыҙыҡ тарих та түгелдер, әммә һәр бер детале менән иҫтә ҡалған хәтирә)))

Илһам иле мәҙәктәре (Етенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Етенсе серия)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: