+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
15 Сентябрь 2022, 08:50

Илһам иле мәҙәктәре (Һигеҙенсе серия)

Ғәйниә үҙе ҙурлыҡ машина күтәреп Илһамды оҙатырға килде: “Илһам, ҙурайғас, ошо машина менән мине килеп ал!” - тип оҙатып ҡалды.

Илһам иле мәҙәктәре (Һигеҙенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Һигеҙенсе серия)

Тағы бер уйынсыҡ машина тарихы

Илһам Учалы ауылында йәшәгәндә бик күп иптәштәр тапты: улар менән төн еткәнсә лә уйнаны, шуҡлыҡтар ҙа ҡылды, Учалы ҡалаһынан ҡунаҡҡа килгән ауылдашыбыҙҙың ҡыҙҙары Резеда менән Әлиәне лә һағынып көтөп ала ине. Шулай ҙа Ғәйниә исемле бер ҡыҙыҡай менән донъяһын онотоп уйнар булды))) Ғәйниәнең әсәһе Мәҙинә минең менән бер мәктәптә эшләй, тарихтан уҡыта. Бигерәк тә Ғәйниәнең өләсәһе Бибиғәйшә апай менән ифрат килештек - ипле генә һүҙле, хәбәрен әйтемдәр, мәҡәлдәр, ғибрәтле хәлдәр менән биҙәп һөйләгән ихлас апай ине, Илһам менән Ғәйниә уйнағансы беҙҙең дә хәбәрҙәр берегеп китә торғайны. Аралаша торғас, бер ишлелек таптыҡ: Ғәйниәнең да атаһының исеме Рәшит, милләте менән ҡырым татары, ти торғайны Бибиғәйшә апай, ғаиләһен ҡалдырып киткән, ҡыҙының яҙмышы менән дә ҡыҙыҡһынмаған (((, олатаһының исеме Аҫылгәрәй - беҙҙең олатайыбыҙҙың исеме менән ауаздаш. Ғәйниәнең тыуған көнө – 10 сентябрь, минең тыуған көнөм менән тап бер көндә, ә Бибиғәйшә апай үҙе әсәйем менән бер йылда, бер көндә тыуған)))
Беҙ Учалынан Красноусольскиға ҡайтырға булып киткәс, Ғәйниә үҙе ҙурлыҡ машина күтәреп Илһамды оҙатырға килде: “Илһам, ҙурайғас, ошо машина менән мине килеп ал!” - тип оҙатып ҡалды. Илһам оҙаҡ Ғәйниәне онота алмай һөйләп йөрөнө, уйынсыҡ машинаһын да яратты, таралып бөткәнсе уйнатты.
Бибиғәйшә апай менән оҙаҡ ҡына хат алыштыҡ, фотолар һалыша инек. Яйлап хаттар туҡтаны. Бер ваҡыт Учалыға командировка менән сыҡҡанда, мәктәпкә инеп Мәҙинәне эҙләп ҡараным, тик тап итә алманым, ҡош телендәй сәләм яҙып, телефон номерымды ҡалдырҙым. Шулай бәйләнеште тергеҙеп, Бибиғәйшә апай менән инде телефондан ихлас аралашыр булып киттек, сәғәттәр буйы һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй ине. Уның арҡылы гелән Ғәйниәнең хәлен белеп, тормошоноң һәр уңышына ҡыуанып торҙоҡ. Ғәйниәбеҙ матур итеп уҡып сыҡты, “Илһамдың машина менән барып алыуын” көтөп торманы, кейәүгә сығып әсәй булды. Иҫтәлеккә фотоһы ғына ҡалды)))

Гөлсөм Монасипова.

Илһам иле мәҙәктәре (Һигеҙенсе серия)
Илһам иле мәҙәктәре (Һигеҙенсе серия)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: