+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
30 Сентябрь 2022, 14:23

Миңтимер менән Аҡйондоҙ (Әкиәт)

Ошо осрашыуҙан һуң Миңтимер үҙенә тынғылыҡ таба алмай яфалана башлай: йоҡлайым тиһә, күҙ алдына тылсымлы ҡарашлы ҡыҙ килә лә баҫа, ти. Байтаҡ ҡына мөхәббәт утында ғазапланғандан һуң егет ата-әсәһен Кәрим байҙың өйөнә барып, ҡыҙҙы кәләшлеккә һоратырға өгөтләй

Миңтимер менән Аҡйондоҙ (Әкиәт)
Миңтимер менән Аҡйондоҙ (Әкиәт)

Борон-борон заманда, Урал тауҙары итәгендә урынлашҡан бәләкәй генә бер башҡорт ауылында, Миңтимер исемле бик көслө, ҡыйыу, сибәр егет йәшәгән, ти. Ата-әсәһенең берҙән-бер, ҡәҙерләп үҫтергән балаһы булған. Уның тыңлаусан, аҡыллы, эшсән булыуына һөйөнөп бөтә алмағандар. Егет тә ата-әсәһенә оло хөрмәт менән ҡараған, хужалыҡта күп эште үҙе башҡарырға тырышҡан. Миңтимерҙең ҡурайҙа оҫта һыҙҙырыуы, күңелгә үтерлек моңло итеп йырлауы тураһында хәбәр бик йыраҡтарға таралған. Әсәһенең боронғо риүәйәттәрен, өләсәһенең йырҙарын тыңлап үҫкән егет тыуған еренә, халҡына булған һөйөүен моңона һалған.

...Миңтимергә кәләш алып, донъя көтөргә лә ваҡыт етә. Эргә-тирә ауылдарҙағы ҡыҙҙарҙың күбеһе уңған егетте оҡшатып, уның иғтибарын үҙенә йәлеп итергә тырыша. Хатта Кәрим байҙың ҡыҙҙары ла  һомғол буйлы егеткә ғашиҡ булып йөрөй. Ә Миңтимер үҙенә тиң булырҙай, ябай ғына ҡыҙҙы осратырмын тип хыяллана. Тик әлегә үҙенә кәләш булырҙай берәү ҙә күҙенә салынмай, ти.

Байрамдарҙа Миңтимерҙең ҡурайҙа уйнап, йырлауын бар халыҡ көтөп торған. Уның күңелдәрҙе әүрәтерлек иҫ киткес көслө моңо йөрәктәргә үтеп ингән. Күңелдәрҙе илерткән тауышын бар халыҡ тын да алмай тыңлаған.  «Беҙҙең йортобоҙҙа ла матур ҡыҙ үҫеп килә, яусылар ебәрһәгеҙ, ҡаршы түгелбеҙ»,  - тип, егеттең әсәһенә күп ҡатындар туранан-тура хәбәр һалған. Ә Миңтимерҙең әсәһе Сөмбөл шул тиклем ихлас һәм изге күңелле булған, ҡатындарҙы үпкәләтеп ҡуймайым тип: «Йөҙ улым булһа, берәүһенә һис шикһеҙ ҡыҙығыҙҙы килен итеп алып ҡайтыр инек», - тип, шаяртҡан.

Бер көндө Миңтимер ҡурай өҙөп алырға, ялан-ҡырҙар ҡыҙырып ҡайтырға тип сығып китә. Кәрим байҙың йорто янынан үтеп барғанда, үрелгән ситәнгә балаҫтар, таҫтамалдар элеп йөрөүсе ҡыҙҙарҙы күреп ҡала. Сибәркәйҙәрҙең береһе, егетте күреү менән, сыңғырҙатып көлөп ебәргән, ти.  «Әллә беҙгә табан ашығып киләһең инде, Миңтимер? Ниһайәт, кәләш алырға булдың?» - ти ҙә, ҡап-ҡара күҙҙәренән  осҡондар сәсрәтеп, оялып, йөҙөн яулығының осо менән ҡаплап ҡуя. «Һүҙ юҡ, ҡыҙҙар, һеҙ үҙегеҙ ҙә бик сибәр, бирнәгеҙ ҙә мул. Тик бына кемегеҙ миңә күҙҙең яуын алып торған таҫтамал сигеп бирә, шуны кәләш итеп алам да ҡуям!» - тип шаяртып, Миңтимер ары атлаған, ти. Ә уның һүҙҙәрен ысынға алып, ҡыҙҙар, бер-береһенән сигеү биҙәктәрен йәшертә-йәшертә, шул көндән үк эшкә керешеп киткән, ти.

Ә Миңтимер, шаяртҡан да, онотҡан был хәл тураһында. Күпмелер ваҡыт үткән. Бер көндө, бесәндән ҡайтып килгән егет нескә буйлы, нәҙек биле өҙөлөрҙәй булып көйәнтә йөкмәгән ҡыҙҙың ҡаршыһына тап булған. Эҫегә үлемесле сарсаған егет унан һыу эсергә һораған. Ҡыҙ: «Эс, йәл түгел, һыуҙы һатып алманым», - тип егеткә күнәгенән һыуһынын ҡандырырға рөхсәт иткән. Миңтимер күнәктәрҙән һыу эсеп торған, ә ике күҙе матурҡайҙа, ти. «Ҡайҙан килдең һин, сибәркәй? Беҙҙең ауылда бер ҙә күргәнем булманы һинең кеүек матур ҡыҙҙарҙы»?  “Йәтим мин. Кәрим байҙа хеҙмәтсе булып йөрөйөм. Ҡайта һалайым, юғиһә бай ағай асыуланыр” – ти ҙә ҡыҙ йүгереп китеп бара.  Ошонда уларҙың көтөлмәгән осрашыуҙары тамамлана.

Ошо осрашыуҙан һуң Миңтимер үҙенә тынғылыҡ таба алмай яфалана башлай: йоҡлайым тиһә, күҙ алдына тылсымлы ҡарашлы ҡыҙ килә лә баҫа, ти. Байтаҡ ҡына мөхәббәт утында ғазапланғандан һуң егет ата-әсәһен Кәрим байҙың өйөнә барып, ҡыҙҙы кәләшлеккә һоратырға өгөтләй. Миңтимерҙең килгәнен күреп, Кәрим байҙың ҡыҙҙары шатлыҡтарынан өнһөҙ ҡалған, ти. Уларҙың килеүенең сәбәбе теге ҡыҙҙа икәнлеген белгәс, был икәү асыу-ярһыуҙарынан нимә эшләргә белмәгән. Өмөттәре аҡланмағас, үс алырға булалар. Кәрим бай ҡыҙҙарының был йәшерен теләктәрен хатта уйына ла килтермәгән һәм йәтимәкте, ҙур ғына ҡалым түләтеп, кейәүгә бирергә ризалыҡ бирә. Ҡәҙерләп кенә үҫтергән ҡыҙҙарының Миңтимергә ғашиҡ булыуҙарын белгән хәлдә лә, икеһенең береһен ауыҙын асһа үпкәһе күренеп торған ярлы Миңтимергә, тоттороп ебәрмәҫ ине. Үҙе кеүек, бай кешегә генә кейәүгә бирәсәк ҡыҙҙарын.

Кәрим бай егеткә шарт ҡуя: ҡалымдан тыш, бер йыл батрак булып йөрөргә, йылҡы өйөрөнә күҙ-ҡолаҡ булырға. Шунан һуң ғына ҡыҙҙы кәләшлеккә аласаҡ. Был һөйләшеүҙе ишетеп, Миңтимерҙе бер күреүҙә оҡшатҡан, кәләшлеккә әйттерер, тип уйына ла килтермәгән йәтим ҡыҙҙың ҡыуанысының сиге булмаған, ти.  

Байҙың өйөндә йәтим ҡыҙға яҡты көн бөтә шунан һуң: Миңтимергә ғашиҡ булған теге икәү аҙым һайын быға этлек эшләп кенә торған, насар һүҙҙәр менән йәберләгән.

Тирә-яҡҡа нур сәсеп, йәм биреп торған йондоҙсоҡ кеүек матур һәм яҡты күңелле булған йәтим ҡыҙ. Шуға ла уны Аҡйондоҙ тип йөрөткәндәр. Киләсәк бәхете хаҡына ҡыҙға байҙың уҫаллығына, ҡыҙҙарының яманлығына түҙергә тура килә. Миңтимер һәр ваҡыт байға ярарға тырышҡан, һөйөклөһөнөң ауыр эштән яфаланғанын күреп йәне әсегән, мөмкин тиклем күберәк уға ярҙам иткән. Кәрим бай ҡуйған ваҡыттың тиҙерәк үтеп китеүен түҙемһеҙлек менән көткәндәр.

Бер көндө йәберләүҙәрҙән талсыҡҡан ҡыҙыҡай, байҙың өйөнән ҡасып, Миңтимерҙән яҡлау эҙләп сығып киткән. Быны ишетеп, егет, асыуынан ярһып, рәхимһеҙ байҙың өйөнә йүнәлгән. Юл ыңғайында егеткә оҙон, сал сәсле бер ҡарсыҡ осраған, ти. Һәм, егеткә: «Улым, туҡта, мине тыңла! Күҙҙәреңдә күрәм нәфрәт, ярһыу. Был донъяла күп йәшәнем, күпте күрҙем. Кәңәшемде тот – берәй эш ҡылыр алдынан иң беренсе ныҡлап уйла. Асыуҙан, берәй ярамаған эш ҡылып ҡуйма. Һин минән шөрләмә, изге күңелле юраусы мин. Кешенең кем  икәнен бер һирпелеп ҡарауҙан беләм. Яманлыҡ теләмәйем һиңә, тик шуны әйтәм – һөйгәнеңде йәберләгәндәр, шул йортҡа китеп бараһың. Мине тыңлаһаң – бәхетле булырһың, алйотлоҡ күрһәтһәң - тормошоңдо ла, һөйгәнеңде лә юғалтасаҡһың. Байҙың өйөнә ингәс тә баш эйеп иҫәнләш, үҙең менән һөйләшеп алыуын үтен. Табынға саҡырырҙар. Ҡулдарыңды йыуғас, һөртөргә өлкән ҡыҙҙары матур таҫтамал һонор.Уның таҫтамалына һөртмә, ҡулйыуғыс янында торған иҫке сепрәккә һөрт. Ҡыҙыҡай һонған таҫтамал күҙҙе ҡамаштырырлыҡ булһа ла, әмәлләнгән, сөнки ул оҙон-оҙон, айлы төндәрҙә, һине уйлап, таҫтамал сигеп ултырған. Был ҡыҙҙарҙың уйҙары уҫал, ә үҙҙәре хәйләкәр, ай тулышҡанда әйткән һүҙҙәре айырыуса сихри көскә эйә. Ҡулдарыңды иҫке таҫтамалға һөрткәндә әйт:

«Алтын ептәр, шаян биҙәк нимә? -

Күкрәгемә йәнем һыймағанда...

Аяҙҙан да аяҙ күктәремдә

Миңә ҡарап ҡояш йылмайғанда...»

 Бер кем дә һинең өҫтөңдән хакимлыҡ итә алмаҫ, яман күҙ, яман һүҙ һинән ҡасыр. Насарлыҡтары, йөҙләтә артып, үҙҙәренә әйләнеп ҡайтыр! Минең һүҙҙәремде иҫеңдә тот!» - тип әйткән дә ҡарсыҡ, күҙ алдынан юҡ булған. Әйтерһең, булмаған да һымаҡ... Миңтимер иҫәңгерәп ҡалған, ниндәй мөғжизә булды әле был? Ә әбекәйҙең әйткән һәр бер һүҙе уның хәтерендә ныҡ ҡалған.

Байҙың өйөнә килгәс, юраусы нимә әйткән, шуларҙың барыһын да үтәгән, ти. Кәрим бай менән мөләйем иҫәнләшкән, һөйләшеп алырға бер аҙ ваҡытын бүлеүен үтенгән. Байҙың күңеле күтәрелеп, иреп киткән, хатта өҫтәл янына саҡырған егетте. Миңтимер ҡулын йыуып торғанда, ҡатындар бүлмәһенән өлкән ҡыҙы йүгереп сығып, күҙҙең яуын алып торған ап-аҡ таҫтамал һонған. Миңтимер иҫке таҫтамалға ҡулын һөртөп:  «Яңы әйберҙе боҙаһым килмәй, мине ул тиклем үк итеп ҡаршыларға бик ҡәҙерле ҡунаҡ та түгелмен». – тигән. Ҡыҙ, бер ни ҙә өндәшмәй, боролған да, йүгереп бүлмәһенә инеп юғалған.

Бай янына килеп ултырғас егет: «Кәрим бай, минең бар байлығым, бәхетем - һөйгән кешемдә. Иреккә сығар һин уны, вәғәҙә иткән хеҙмәтемде үтәнем. Ҡыйырһытма беҙҙе. Изгелеккә изгелек алырһың.Ә ҡыҙҙарыңа бай кейәү табыуҙарын ихлас күңелдән теләйем. Тағы ла байып китерһең», -  тип һүҙ башлай. Кәримбай, егетте тыңлап уйланып ултырған да, риза булған. Был ярлы бәндәләрҙән нимә ала беләһең инде? Мәшәҡәттәре былай ҙа баштан ашҡан байлығын һаҡлап ҡалырға, уны тағы ла ишәйтергә кәрәк әле уға!...

Тиҙҙән ауылда тағы ла бер матур тирмә барлыҡҡа килгән, ти. Кистәрен тирмә эсенән мөхәббәт, тыуған ер тураһында йырҙар, ҡурай моңдары ишетелеп торған. Был тирмәлә бер-береһен һөйгән ике йөрәк - Миңтимер менән Аҡйондоҙ - йәшәгән, ти. Бер йылдан уларҙың баһадирҙай улдары тыуған һәм уларҙан да бәхетле кеше булмаған, ти, был донъяла.

Хәтирә

Әкиәт

Бер ауылда аҡһаҡал бабай йәшәгән, ти. Өс ҡыҙын зар илатып, ирен тол ҡалдырып, ҡатыны үлеп киткән. Белгәненә өйрәтеп, аталары ҡыҙҙарын матур итеп тәрбиәләргә тырышҡан. Ҙур булмаған хужалыҡтағы бар эште бергәләшеп атҡарғандар, мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарағандар, кистәрен ҡыҙҙар сигеү сиккән, аталары сабата үргән, ағас һауыттар эшләгән.

Шулай йыл артынан йыл үткән. Бабайҙың күҙҙәре насар күрә башлаған, ти.Үҙе иҫән саҡта ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә булған. Ауылда егеттәр бик аҙ, булғандары ла үҙҙәренә бай ҡыҙҙарын әйттереп бөткән, имеш.

Бер көн атай кеше ҡыҙҙарын янына саҡырған да былай тигән: “Ҡәҙерлеләрем минең, әсә һөйөүенән мәхрүм булып, ауыр тормошта  үҫтегеҙ. Мин дә мәңгегә килмәгәнмен. Был яҡты донъяла бер яңғыҙығыҙҙы ҡалдырып китә алмайым, шуға ла өсөгөҙҙө лә кейәүгә бирергә булдым. Шунда ғына минең күңелем тынысланасаҡ. Мул бирнә әҙерләй алманым һеҙгә, эшһөйәр, аҡыллы, һөнәрле булып үҫеүегеҙ үҙе ҙур байлыҡ. Ауылда бәхетегеҙҙе осрата алмаҫһығыҙ, шуға ла алыҫ юлға сығырға әмер бирәм. Бәлки, йыраҡта, һәр берегеҙ үҙенә лайыҡлы кейәү табыр. Үҙегеҙгә берәр бәрәс биреп ебәрәм. Ҡырға сығып, бәрәс ҡайһы яҡҡа ҡарап йүгерә, һеҙ ҙә шул яҡҡа ҡарай юл тоторһоғоҙ һәм яҙмышығыҙҙы шул яҡта табырһығыҙ”.

Икенсе көн иртүк, бабай ҡыҙҙары менән ҡырға сыға. Ҡыҙҙар бәрәстәрҙе ҡулдан ысҡындырыуы була, төрлөһө төрлө яҡҡа табан ҡасып китә. Оло ҡыҙы Зәйнәптең бәрәсе һул яҡҡа урманға табан йүгерә.  Уртансы ҡыҙы Зәкиәнеке – уң яҡҡа, йылға ағып ятҡан яҡҡа, кесе ҡыҙы Хәтирәнеке туп-тура бейек тауҙарға табан сапҡан. Аталары менән һаубуллашып, ҡыҙҙар һәр береһе үҙ юлы менән китеп барған....

Йыл үткән... Ҡарттың ике ҡыҙы – Зәйнәп менән Зәкиә тыуған йортҡа әйләнеп ҡайтҡан. Һәр береһенең эргәһендә пары һәм балаһы бар. Нисек итеп үҙ ишен осратыуҙарын, ҡайһылай ғаилә ҡороуҙарын оҙон-оҙаҡ һөйләгәндәр аталарына. Бабай быларҙы тыңлап ултырған, ә үҙе ата йортона һаман да әйләнеп ҡайтмаған кесе ҡыҙын уйлаған. Тормош йәме булған ейәндәренә ҡарап, йыуаныс тапҡан, бер аҙға ғына булһа ла ҡайғылары ла онотолғандай иткән. Үҙҙәре әсә булғас, Зәйнәп тә, Зәкиә лә аталарының хәлен бик тә аңлаған.

Ә был ваҡытта Хәтирә ҙур-ҙур тауҙар артындағы йыраҡ ауылда, ҡарт бер әбейҙең өйөндә, уны тәрбиәләп, йәшәп ятҡан була. Был  ауылда тик ҡарт-ҡоро ғына көн күрә икән. Үҙенә егет табыу өмөтөнән ваз кискән ҡыҙ ауылға ҡайтырға тип йыйынған. Бер көндө әбей, ҡымыҙы тәмлерәк булыр тип, йәш бейәне яланға алып сығып йөрөтөп килтерергә ҡушҡан. Ап-аҡ бейәне етәкләп киткән Хәтирә  ялан-ҡырҙарға. Күпереп торған үләндәр үҫкән ергә еткәс, ат мыртлатып юшай ҙа башлаған. Хәтирә, серем итеп алайым әле тип, хәтфә үләнде түшәк итеп, ятып торорға була һәм шунда уҡ йоҡлап та китә. Аҙмы-күпме ваҡыт үтә, ыңғырашҡан тауышҡа уянып китә. Күҙҙәрен асыуы була, уның бейәһе эргәһендә ҡуйы ҡара ялдарын ҡояшҡа йылҡылдатып, тояҡтарын уйнатып, матур ат торғанын күрә. Уның өҫтөндә, башын эйеп, ҡанһырап, ауыр ыңғырашып, бер егет ултыра. Хәтирә егет янына йүгереп килә. Бәһлеүән кәүҙәле егетте көс-хәл ат өҫтөнән һөйрәп төшөрә, күлдәк итәген йыртып яраларын бәйләй, усына бейәһен һауып егеттең ауыҙына һөт ҡоя. Ниһайәт, көс-хәл күҙҙәрен аса ул: “Бер ни ҙә күрмәйем, нимә булды миңә?”  «Мин дә белмәйем, - ти Хәтирә, - атың һине үҙе бында килтерҙе. Әйҙә беҙгә, һиңә ятып ял итергә кәрәк, күп ҡаныңды юғалтҡанһың, ғүмерең ҡурҡыныс аҫтында». Хәтирә егетте әбейҙең тирмәһенә алып ҡайта. Көн-төн дауалап, ҡарсыҡ менән бергәләп егетте аяҡҡа баҫтыралар. Шулай ҙа күҙҙәре насар күрә башлаған егеттең. Аҡ бейәнең һөтө менән күҙен йыуырға ҡуша ҡарсыҡ. Шулай иткәс, егеттең күҙ нурҙары кире ҡайта, һауығып китә. Хәтирәгә бер күреүҙә ғашиҡ була егет, һәм уны кәләш итеп алырға уйлай. Бер кисте исеме Миңлеғәле икәнен, хан улы булыуын әйтеп бирә. Дошмандар менән алышта ҡаты йәрәхәтләнеп, тоғро аты арҡаһында ғына бәлә-ҡазанан ҡотолоп, был яҡтарға килеп сығыуын хәбәр итә. Әгәр ҙә Хәтирә булмаһа, ятыр ине берәй яланда төйлөгән-ҡоҙғондарға емтек булып. Хәбәрен һөйләп бөткәс, егет Хәтирәгә мәңгелек ғүмер юлдашы булырға тәҡдим яһай.

...Икенсе көндө ауылдың барлыҡ ҡарт-ҡороһо йыйылып, йәштәргә никах уҡый. Хәтирә Миңлеғәлегә кейәүгә сыға. Ҡарсыҡ йәштәргә үҙенең бейәһен бүләк итә.

Тиҙҙән йәштәр Хәтирәнең тыуған яғына юл тота. Үҙҙәре менән әбейҙе лә ала.

Атаһы, балаларын күреү шатлығынан, илап ебәрә. Ауылда оло байрам ойошторалар, улының ҡыуанысын уртаҡлашырға хан үҙе лә, ашығып, килеп етә. Бүләккә өйөр-өйөр йылҡы килтерә. Ҙур, татыу ғаилә булып йәшәп китәләр. Хәтирә менән Миңлеғәленең бик матур ҡыҙҙары тыуа, ә аҡ бейә ҡолон килтерә.

Әкиәтем ары китте, үҙем - бире.

Ҡарасман

Әкиәт

Борон заманда төпкөл ауылда йәшәгән, ти, бер ҡатын. Ире үлеп, итәк тулы бала менән япа-яңғыҙ тороп ҡалған. Әллә ауыр тормошта яфа сигеп йәшәгәнгә, бик яуыз булған үҙе.Уның йөҙөндә бер кем дә, бер ҡасан да йылмайыу күрмәгән. Юлында осраған һәр кемде гел әрләп-ҡарғап ҡына торған. Шуға ла кешеләр уны һәр саҡ урап үтер булған.

Суҡмарҙың ауыр башы балаларына төшкән, сөнки, әсәләренең ауыр холҡонан ыҙа сикһәләр ҙә, ҡасып бер ҡайҙа ла китә алмағандар. Олораҡтары ҡаршы әйтә башлаһа,  ҡатын, тағы ла нығыраҡ асыуланып, балаларына ҡул күтәрер булған. Иң төпсөк балаһы ғына әсәһенә бер ваҡытта ла ҡаршы һүҙ әйтмәгән, уға һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышҡан. Шулай булһа ла, уға ла йыш эләккән әсәһенең әр-битәр һүҙҙәре.

 Бер көндө малай өйгә ҡап-ҡара ғына йомшаҡ бесәй балаһы алып ҡайтҡан.

        - Әсәй, күрсе, мин нимә табып алдым! Эх, ниндәй матур бесәй балаһы, әйҙә уны үҙебеҙҙә ҡалдырайыҡ!

   – Һеҙ әрәмтамаҡтарҙы туйҙыра алмайым, етмәһә, был мәхлүкте өйөмә килтергәнһең! Сығарып ырғыт хәҙер үк, үҙең дә күҙемә күренәһе булма!

Күҙ йәштәре менән илаһа ла, әсәһе ризалығын бирмәгән. Шулай ҙа малай, әсәһен тыңламай, бесәй балаһын һарайҙың бер мөйөшөнә, өҫтөнә иҫке-моҫҡо сепрәк-сапрак ябып,  ҡалдырып китә. Көндөҙ уны ҡуйынында йөрөтһә, кисен тағы ла шул урынға йәшертә. Үҙенең тамағынан өҙөп, йән дуҫын ашата. Ҡарасман тип исем дә ҡуша.

   Шулай бер аҙ ваҡыт үтә. Әсә кеше тиҙҙән бесәй балаһын күреп ҡала. Өйҙәгеләр йоҡонан тормаҫ борон уҡ, бесәйҙе ала ла сығып китә. Ә малай, ғәҙәттәгесә, күҙҙәрен асыу менән, дуҫы янына йүгереп килә. Ҡарасманды урынында тап итмәгәс, хафаға ҡала. Бик ҡайғырып, бесәйен көтөп, көндәре үтә, хатта һөйләшмәҫкә әйләнә.

Бер аҙҙан, малайҙың әсәһе, ҡаты ауырып, түшәккә ята. Сире шул тиклем көслө була, хатта, түҙә алмай, ыңғыраша башлай.  Бер көндө,  әсәһе улын янына саҡырып ала ла былай ти:

-Улым, ҡаты сиргә юлыҡтым. Күҙҙәремде йомһам, ҡараңғылыҡҡа осҡандай булам. Ҡолағым төбөндә кемдер бесәй булып мырылдай кеүек. Бөтә тәнем һыҙлай. Әйтерһең, аяҡтарыма сөгөн тултырғандар,  баҫырлыҡ әмәл юҡ. Бесәйеңдең рәнйеше төшкәндер миңә.  Аллаһ Тәғәлә шуның өсөн һынау ебәрҙе. Улым, мин бит бесәйеңде юҡ итергә уйлағайным, ҙур соҡорҙа ҡалдырып киттем уны. Йылға аша күперҙән сыҡҡас, оло юлға сығырһың. Уң яҡта ҡарт ҡайындар булыр. Шул ағастарҙы үткәс, бик ҙур соҡор ятыр. Бесәйеңде шул ерҙәрҙән эҙлә. Алып ҡайт өйгә, йәшәһен беҙҙә...

Малай, әсәһен ҡосаҡлап, рәхмәт әйтә лә, дуҫын ҡотҡарырға йүгереп сығып китә.

Шәп йүгереүҙән саҡ-саҡ тын алып, әсәһе өйрәткән урынды барып таба. Тәрән соҡорҙа бер нәмә лә күренмәй, тауыш-тын да ишетелмәй. Күп уйлап тормай, күлдәк-ыштанын бергә төйнәп, аҫҡа төшөп тә китә. Һәрмәнеп йөрөй торғас, йомшаҡ ҡына йомғаҡҡа ҡулы тейеп ҡала. Ҡыуанысынан нисек соҡорҙан килеп сыҡҡанын да хәтерләмәй. Ҡаҡ һөйәккә ҡалған сибек кәүҙәһе менән бесәй балаһы ҙур ҡара күҙҙәрен мөлдөрәтеп, дуҫына һырыға. Аслыҡтан хәлһеҙләнгән, ҡыбырларға саҡ-саҡ хәле еткән Ҡарасманын  ипләп кенә күкрәгенә ҡыҫып, өйөнә таба ашыға. Йыуындырып, һөт эсереп, ҡуйынына һалыуы була, арыуҙан икеһе лә йоҡоға тала.

...Төнөн уянып китһә - дуҫы янында юҡ. Уны саҡырайым тип кенә ауыҙын асыуы була, өйҙә сит-ят тауыштар ишетеп, һағайып ҡала. Ҡараһа, ни күрә, әсәһенең баш осонда ҡап-ҡара оҙон сәсле, бик һылыу ҡыҙ ултыра. Йомшаҡ ҡына итеп әсәһенә ниҙер һөйләй:

-Дөрөҫ уйланың, ауырыуыңдың башы ни бары ҡылған насар ҡылыҡтарың арҡаһында ғына. Һин бит үҙеңдең насар уйҙарыңдан, яуыз ҡылыҡтарыңдан ауырыйһың. Мин Һалҡын Ел менән Ҡараңғы Төн ҡыҙы. Атайымдың теләгенә ҡаршы килеп, уны асыуландырып, кешеләр янына килдем. Ул мине иҫкәрткәйне, кешеләрҙең барыһына ла ышанып бөтмә, тип. Теләгем ҙур ине, атайым, ниһайәт, риза булды, һәм бына мин бында. Кешеләрҙең яуызлығын татыһам да, ышанам, яҡшы кешеләр барыбер күберәк донъяла. Шуларҙың береһе – һинең улың. Балаларыңды һаҡла. Белеп тор: яҡшылыҡ һәр ваҡыт яманлыҡты еңә! Шулай ти ҙә, ҡыҙ, үҙе тирәләй өс тапҡыр зыр әйләнеп, киренән бесәй ҡиәфәтен ала. Малайҙың ҡуйынына йомарланып инеп ята.

Таң ата. Малай бер ни ҙә хәтерләмәй.  «Матур төш күрҙем», - тип уйлай. Бер нисә көндән әсәһе лә һауыға.  Ҡатын бик үҙгәрә, тыныс холоҡло, миһырбанлы булып китә. Әсәләренең йөҙө көләс булғас, өйҙә лә йәмле. Балалар ҙа ҡыуанып бөтә алмай. Ауылдаштары ла ҡатындың насар холҡон онота. Ҡарасман быларҙың өйөндә бөтөнләйгә йәшәргә ҡала. Иртәнге һөттө һауа һалғас та, әсәләре иң беренсе булып бесәйгә йылы һөт ҡоя.

Шулай итеп, яҙ үтә, йәй етә. Бер көндө Ҡарасман малайға:

     -Мине эҙләмә, көтөп ҡайғырма. Бер аҙ юғалып торасаҡмын. Ваҡыты еткәс, мин һиңә әйләнеп ҡайтырмын... Икенсе ҡиәфәттә.  Мине муйынымдағы мәрйендәрҙән танырһың. Аҙаҡтан нимә булырын үҙең күрерһең. 

    Ысынлап та, Ҡарасман тиҙҙән юҡҡа сыға. Малай, яратҡан дуҫының һүҙен иҫләп, Ҡарасман менән айырылыуына үтә бошонмай. Ҡасан да бер ҡайтасаҡ бит бесәйе уның янына. Көтөргә генә кәрәк.

     ... Күп йылдар үтә. Малай, ҙур үҫеп, егет ҡорона инә. Бер көндө быларға  кемдер килеп әкрен генә ишек ҡаға. Егет ишекте асып ебәрһә... үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, өнһөҙ ҡала. Ҡаршыһында ҡап-ҡара ҡуйы сәсле иҫ киткес һылыу ҡыҙ баҫып тора. Ә муйынында күҙҙең яуын алып мәрйен йылҡылдай.

     Йәшен тиҙлегендә,  «Был Ҡарасман бит», тигән уй килә башына, һөйөклөһөн киң күкрәгенә ҡосоп ала. Ҡыуаныстарының иге-сиге булмай йәштәрҙең. Тиҙҙән улар өйләнешергә һүҙ бирешеп, ҙур туй табыны ойоштороп ебәрә. Донъяла уларҙан да бәхетле кеше булмай.

Светлана БАЙЫМОВА-ТАРХАНОВА

Зөбәржәт ЯҠУПОВА тәржемәһе

 

Миңтимер менән Аҡйондоҙ (Әкиәт)
Миңтимер менән Аҡйондоҙ (Әкиәт)
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Теги:әкиәт
Читайте нас: