+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
30 Сентябрь 2022, 15:02

Олатайҙар һәм өләсәйҙәр тураһында шиғырҙар

Олатайым бик оло, Ул үткән һуғыш юлы. Йәш,көслө,батыр булған, Ауыр яу ҡырын уҙған.

Олатайҙар һәм өләсәйҙәр тураһында шиғырҙар
Олатайҙар һәм өләсәйҙәр тураһында шиғырҙар

ӨЛӘСӘЙ
Ауылдағы өләсәйгә
Һоҡланмаған кеше юҡ.
Бөтәһе лә маҡтай уны:
«Уңғанлыҡта – ише юҡ».
«Аптырарһың, - тиҙәр уға, -
Белеме булмаһа ла,
Гөлдәй балаҫтар туҡый ул,
Киндер ҙә һуға ала».
(К.Булат)

ОЛАТАЙ
Олатай еткән йөҙгә,
Ә шулай ҙа йәш йөҙгә.
Күҙҙәре үткер күрә
Күҙлекһеҙ шуға күрә.
Күп эшләй, иләй тире,
Битенән тама тире.
Ситек тегә, тотоп беҙ.
Һоҡланабыҙ уға беҙ.
(С.Муллабаев)

ИКЕ ӨЛӘСӘЙ
Ике өләсәйебеҙ бар,
Икеһе лә тиҫтерҙәр.
Беренсеһе атайымды,
Икенсеһе әсәйемде
Кеше итеп үҫтергән.
Ике өләсәйебеҙ бар,
Икеһен дә яратабыҙ,
Уларға эш ҡалдырмайбыҙ,
Бик бойоҡҡан саҡтарында
Ҡайғыларын таратабыҙ,
Икеһен дә яратабыҙ!
(Ф.Рәхимғолова)

ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем ойоҡ бәйләй,
Энәһе ялт-йолт итә.
Итәгендәге йомғағы
Иҙәнгә төшөп китә.
Аҡ бесәйем күреп ҡалып,
Йүгереп барып етә.
“Һә” тигәнсе йомғаҡты
Өләсәйгә йүгертә.
(А.Айытҡолова)

ОЛАТАЙ
Олатайым бик оло,
Ул үткән һуғыш юлы.
Йәш,көслө,батыр булған,
Ауыр яу ҡырын уҙған.
Дошмандарҙан ҡурҡмаған,
Һис аямай туҡмаған.
Ялҡын эсенә ингән,
Еңеү байрағы элгән.
(М.Ғәйфуллина)

ӨЛӘСӘЙ
Әсәкәйемдең әсәһе -
Өләсәй, өләсәйем, өләс,
Көлсәләре тел йоторлоҡ,
Йөҙҙәре нурлы, көләс.
(Р.Ураҡсина)

ОЛАТАЙ
Оло булғанға – олатай,
Әсәйемдең атаһы.
Үҙе генә оло түгел,
Оло хатта ҡатаһы.
(Р.Ураҡсина)

ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйем йырсы минең,
Оҙон көйҙәр көйләй ул.
Төндәр буйы әкиәттәр,
Риүәйәттәр һөйләй ул.
Йомшаҡ ҡулдары яғымлы,
Беҙҙе иркәләп һөйгән.
Әсәйҙе лә ошо ҡулдар
Наҙлай-наҙлай үҫтергән.
(Ф.Юлдашбаева)

ОЛАТАЙ
Олатайымдың сәсе аҡ,
Һырлы-һырлы маңлайы.
Минең атай ҙур булһа ла,
Уның кесе малайы.

МИНЕҢ ӨЛӘСӘЙЕМ
Өләсәйемдең
Сәстәре ап-аҡ,
Ерҙәге ҡарҙай
Күренә ялтлап.
Һүҙҙәре уның
Күңелгә яҡын.
Йөҙө мөләйем,
Ҡулдары алтын.
(А.Игебаев)

Олатайҙар һәм өләсәйҙәр тураһында шиғырҙар
Олатайҙар һәм өләсәйҙәр тураһында шиғырҙар
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: