+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
3 Октябрь 2022, 09:25

Иҫән йөрөп имен ҡайт, Һине көтә тыуған яҡ!

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы иғлан иткән "Йөрәк йылыһы" акцияһына Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары ла ихлас ҡушылды - “Яугиргә хат” тигән акция иғлан итеп, хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә оҙатыласаҡ йылы ойоҡтар эсенә һалырға тип йөрәк йылыһын ҡушып шиғри хат яҙҙы.

Иҫән йөрөп имен ҡайт, Һине көтә тыуған яҡ!
Иҫән йөрөп имен ҡайт, Һине көтә тыуған яҡ!

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һәм райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы иғлан иткән "Йөрәк йылыһы" акцияһына Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары ла ихлас ҡушылды - “Яугиргә хат” тигән акция иғлан итеп, хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә оҙатыласаҡ йылы ойоҡтар эсенә һалырға тип йөрәк йылыһын ҡушып шиғри хат яҙҙы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Батыр егет, һиңә тиеп
Инселәйем ошо хатымды.
Имен-аман йөрөп ҡайтсы, яугир,
Үтәп илгә биргән антыңды!
Айгөл Ишемғужина.
Баймаҡ ҡалаһы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Рәсәйгә бик ауыр ваҡыттарҙа
Башҡорт һәр саҡ уны яҡлаған.
Һуғыштарҙа батыр яугир булып,
Эше менән үҙен аҡлаған.
Бөгөн тағы һеҙҙе оҙатабыҙ
Яу ҡырына. Башҡа сара юҡ.
Беләм: төшөр һеҙгә күп ауырлыҡ
Тик рухығыҙ булһын бай һәм туҡ.
Яу ҡырында үҙеңде ныҡ һаҡла,
Беҙгә кәрәк тере булыуың.
Һине көтә яҡын туғандарың,
Атаң-әсәң һәм дә һылыуың.
Яугир улан! Һиңә ҡарап тора
Бөтә туғандар һәм бөтә ил.
Тере булып, бурысыңды үтәп,
Еңеү менән генә ҡайтып кил!
Борис Хәйретдинов.
Баймаҡ ҡалаһы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Эй, башҡopттoң аҫыл егете,
Сәләм һиңә тыуған илеңдән!
Еңеп ҡайтыуыңды көтәбеҙ
Дoға ҡылып ысын күңелдән!
Зәкиә Сөләймәнова.
Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Онотма, һин Башҡортостандан бит!
Намыҫ менән үтә бурысыңды!
Дошманға баш эймә, батыр егет,
Гөл-сәскәләр биҙәр юлыңды!
Факиһа Таштимерова.
Сибай ҡалаһы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Һаҡла, һалдат, тыуған ереңде,
Ил яҙмышы һинең иңдәрҙә!
Иртә-кисен доға ҡылабыҙ,
Еңеп ҡайтсы тыуған ерҙәргә.
Кәләшкәйең, балаң, әсәң көтә,
Абай булсы, һаҡла үҙеңде!
Лилиә Ғәниева.
Баймаҡ ҡалаһы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Батыр һалдат, ышанабыҙ:
Һәр саҡ алда барырһың!
Утты-һыуҙы имҽн үтҽп,
Еңҽү яулап ҡайтырһың!
Нәфисә Мәмбәтова.
Баймаҡ ҡалаһы.


ЯУГИРГӘ ХАТ
"Ил яҙмышы - беҙҙең ҡулдарҙа", - тип
Ил һаҡларға китте егеттәр.
Алла бирһә иҫән-имен генә
Ҡайтығыҙ һеҙ Тыуған ерҙәргә!
Һеҙҙе көтә атай-әсәйегеҙ,
Һөйгән йәрҙәрегеҙ, балағыҙ.
Һеҙҙең һаулыҡ өсөн иртә-кисен
Теләк теләп доға ҡылабыҙ!
Зәкиә Юнысбаева.
Баймаҡ районы Ҡаратал ауылы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Батыр ҽгҽт ил күркҽ тип
Ғорурланып әйтәбҽҙ!
Уҡып изгҽ доғаларҙы
Һҽҙҙҽ илдә көтәбҽҙ!
Ҡайтығыҙсы ҽңҽп яуҙа,
Ғәҙҽллҽктҽ һҽҙ яҡлап.
Ҡалҡан торған ата-бабаң
Тыуған илкәйен һаҡлап!
Рәйлә Хисмәтуллина.
Силәбе өлкәһе.


ЯУГИРГӘ ХАТ
Ирәндегем бөркөтө,
Һаҡлайһың һин ер ҡотон.
Көтәбеҙ беҙ ут йотоп,
Һүндер шул һуғыш утын!
Рәсимә Мәжитова.
Баймаҡ районы Муллаҡай ауылы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Тапа, егет, дошмандарҙы,
Тыныслыҡ кәрәк беҙгә.
Еңеүсе булып, имен-һау
Ҡайт тыуған илебеҙгә!
Рәсимә Мәжитова.
Баймаҡ районы Муллаҡай ауылы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Батыр бул, һалдат, бирҽшмә!
Ғаиләң, илҽң онотма!
Иңеңдә күпме яуаплылыҡ -
Үҙҽңдҽ һаҡла йыраҡта!
Риана Вәлеева.
Баймаҡ ҡалаһы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
КӨТӘМ!!!
Һинең хаҡта ғына минең уйым,
Ағаҡайым, ҡустым, уланым!
Һиңә ышанам да өҙөлөп ,көтәм,
Имен генә булһын юлдарың!
Сит -ят ерҙең һалҡын икәнлеген,
Ҡырыҫлығын тойоп беләмен!
Ләкин һин - аҡыллы, көслө яугир!
Бирешмәй ҡайтыр тип, көтәмен!!!
Мин көтөрмөн һине көҙҙәрен дә.
Ҡыштарын һағынып көтөрмөн!!
Йылмайып та өйҙән сығып киттең,
Йылмайып та ҡайтып инерһең!!!
Рәхимә Ғәйетбаева.
Баймаҡ районы Буранбай ауылы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Йөрәк менән һеҙҙең менән бергә
Батыр улы - Тыуған илемдең.
Насип булһын имен. аман ҡайтыу
Ҡосағына ғәзиз кешеңдең.
Фәрештәләр ҡанат йәйеп торһон
Һалдат, һинең үтер юлыңа.
Тыныс тормош етһен тиҙерәк тә,
Һөй, балаңды алып ҡулыңа!!!
Гөлсөм Закирова.
Баймаҡ районы Хәсән ауылы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Таңдарың хәйерле атһын,
Илгә именлектәр ҡайтһын,
Афәт, ҡайғы урап үтһен,
Һағыш, һуғыш, ыҙғыш бөтһөн!
Үҙ илендә һәм ерендә
Һәр кем тыныс ғүмер итһен.
Ата-әсә, бала-саға
Улҡайҙарын һәм атаһын
Һуғыш яланынан түгел,
Эштән ҡайтыуҙарын көтһөн.
Боронғоса матур итеп
Етеш кенә, татыу ғына
Йәшәү рәүештәре етһен,
Әсе күҙ йәштәре кипһен!
Хоҙай беҙҙе ишетһен...
Гөлсөм Закирова.
Хәсән ауылы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Тыуған ил мәнфәғәтен яҡлап,
Ил саҡырғас, яуға киттегеҙ!
Яһил фашист тоҡомон ҡырып
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!
Венера Баһауетдинова.
Төркмән ауылы.

ПИСЬМО СОЛДАТУ
Благородные сыны Отечества!
Защитники всея Руси.
Благодарим за храбрость, мужество,
Гордится Вами вся Россия.
Держитесь сыны, мы верим в Вас!
Во все Времена наши воины славились
Героизмом всегда - здесь и сейчас.
Патриотизмом прославились!
Фарида Исмагилова.
Баймакский район, деревня Сосновка.

***
Эй, Хоҙайым, мәрхәмәтле булсы,
Тыныс булһын бөтә Ер шары.
Әсә теләктәре ҡабул булһын,
Илгә иҫән ҡайтһын улдары.
Фәнилә Йәндәүләтова.
Баймаҡ районы Ҡаратал ауылы.

ЯУГИРГӘ ХАТ
Тыуған илкәйен һаҡларға
Яуға китә уландар,
Зар-интизарҙар булышып
Оҙаталар туғандар.
Китә ҡаҙҙар, китә ҡаҙҙар,
Ҡаҙҙар менән егеттәр.
Ҡайтығыҙсы ҡаҙҙар менән,
Һүнмәһендәр өмөттәр.
Һеҙ киттегеҙ, беҙ ҡалабыҙ,
Һағынабыҙ, көтәбеҙ.
Имен-аман, теүәл генә
Ҡайтығыҙсы бөтәгеҙ!
Мансур Рәхимғолов.
Сибай ҡалаһы.

#ЯугиргәХат
#ЙөрәкЙылыһы
#БаймаҡРайоныИжадсылары
#ЙәнгүҙәйҙәрТыныслыҡЯҡлы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: