+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
8 Октябрь 2022, 09:40

СӘЛӘМӘТ ЙӘШӘҮҘЕҢ СЕРЕ...

АманатАҡыллылар аҡыл ҡалдырған:Яҡтыға яр һалып тыуҙығыҙ,Донъяға нур булып бағығыҙ,Кешегә Аллаһтай ҡарағыҙ,Һәр кемгә игелек ҡылығыҙ! Авторы Сәлимйән Бәҙретдинов.

СӘЛӘМӘТ ЙӘШӘҮҘЕҢ СЕРЕ...
СӘЛӘМӘТ ЙӘШӘҮҘЕҢ СЕРЕ...

СӘЛӘМӘТ ЙӘШӘҮҘЕҢ СЕРЕ...
Аманат
Аҡыллылар аҡыл ҡалдырған:
Яҡтыға яр һалып тыуҙығыҙ,
Донъяға нур булып бағығыҙ,
Кешегә Аллаһтай ҡарағыҙ,
Һәр кемгә игелек ҡылығыҙ!

Һис кенә тупаҫлыҡ ҡылмағыҙ,
Үпкәләп, үс-үпкә тотмағыҙ,
Рәнйеүҙән кәйефте ҡырмағыҙ,
Ғәйепһеҙгә ғәйеп таҡмағыҙ,
Күңеле һуҡырҙан ҡурҡығыҙ,
Фәҡәт хозурҙан йәм алығыҙ!

Һәммәһен йәнгә керетмәгеҙ,
Асыуҙан янғанда – көлөгеҙ,
Юғалған нәмәгә – көймәгеҙ,
Ваҡытты һис сарыф итмәгеҙ,
Ҡөҙрәтте әрәмгә түкмәгеҙ,
Ҡот – эштә икәнде белегеҙ!

Үткән хатаға хафаланмағыҙ,
Бөтәһен яңынан башлағыҙ,
Нәфсенең атын ныҡ тыйығыҙ,
Байлыҡты ҡарғыштан йыймағыҙ,
Иман-әҙәптән һис яҙмағыҙ!

Яһалма ҡылыҡҡа ҡалмағыҙ,
Яһилланып, күкрәк ҡаҡмағыҙ,
Ғауға-низағтан баш тартығыҙ,
Сәбәбен үҙеңдә ҡарағыҙ,
Намыҫты ынйылай һаҡлағыҙ!

Мин-минлек хәленә төшмәгеҙ,
Ап-аҡты ҡап-ҡара тимәгеҙ,
Аҡыллының һүҙен белегеҙ,
Тәңре биргәнгә хуш итегеҙ,
Өмөттө һүндермәй йәшәгеҙ!

Нур-ҡояшты ҡаршы алығыҙ,
Ғүмерҙең һәр таңын һанлағыҙ,
Ижад шишмәһен табығыҙ,
Күңелде үҙегеҙ сафлағыҙ,
Донъяның ҡот-имен һаҡлағыҙ!..

Сәләмәт тормоштоң сере шул,
Әҙәмсә йәшәүҙең юлы шул!

СӘЛӘМӘТ ЙӘШӘҮҘЕҢ СЕРЕ...
СӘЛӘМӘТ ЙӘШӘҮҘЕҢ СЕРЕ...
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: