Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы Башҡорт гимназияһында “Аманат”ты уҡырға яратҡан, журнал менән һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештә булған уҡыусылар уҡый.
Журналдың үҙендә һәм дә интернет-төркөмдәрендә уҙған һәр конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша улар.
Ошо көндәрҙә гимназия уҡыусылары менән осрашып, йыллыҡ конкурстарыбыҙ еңеүселәрен бүләкләнек һәм “Аманат”тың “Йәш хәбәрсеһе” танытмаһын тапшырҙыҡ. Осрашыуҙа журналдың яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова һәм баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Айрат улы Бикбулатов, “Аманат”тың яҡын дуҫы, билдәле йырсы, ҡурайсы, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рифат Йәмлихин ҡатнашты.
Гимназистар “Аманат”ты түҙемһеҙлек менән көтөп торған. Осрашыу залы ла “Аманат”лы ғына итеп, ҡупшы биҙәлгән.
Сараның тантаналы өлөшө бүләкләү, еңеүселәрҙе ҡотлау менән башланып китте.
Һүрәттәр төшөрөргә яратыусы Розалина Мөхәмәтшина гимназияның 4-се синыфында уҡый. Үҙенең матур-матур һүрәттәре менән “Мин донъяны һүрәтләйем” конкурсында еңеүсе ҡыҙ “Аманат”тың Маҡтау билдәһенә лайыҡ булды.
"Башҡортостан беҙҙән башлана" шиғриәт бәйгеһе йыл да дауам итеп торған матур конкурсыбыҙ. 5 - се синыфтан “Йәш Шайморатовсы”, “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе Карина Ғизәтуллина, конкурста еңеп, “Аманат”тың Маҡтау ҡағыҙы һәм Мәрйәм Бураҡаеваның изге теләктәре яҙылған автографлы китабы менән бүләкләнде.
“Карина ҡыҙым! Маҡсатлы йәшәү - ысын йәшәү ул. Көн уҙғарыу менән ысын йәшәүҙең айырмаһы ҙур. Ҡайҙа, кем булып эшләһәң дә яҙыуыңды ташлама, башҡаларға ла йәшәү маҡсатын аңлатыуҙы бурыс итеп ал! Мәрйәм Бураҡаева. Ноябрь, 2022 йыл.” – Каринаның автографлы китабына Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы ошондай матур теләктәрен яҙған.
2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Йәш хәбәрсе” исеменә Талбазы Башҡорт гимназияһының 9-сы синыф уҡыусыһы Лиана Йәлилова лайыҡ булды. “Аманат” менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткәне өсөн уға танытма һәм Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Лиана үҙе һүрәттәр төшөрөргә әүәҫ. Буш ваҡытында ҡул эштәре менән мәшғүл. Уҡыуҙа ла өлгөлө. Төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Лиана “Аманат”ты көтөп ала, яратып уҡый. “Журналдың төрлө конкурстарында ҡатнашыу, еңеүҙәр яулау – уҡыуға дәрт өҫтәй,” – ти, уңған ҡыҙ.
Бына шундай һәр яҡтан да өлгөлө, өлгөр, маҡсатлы балалар уҡый Талбазы Башҡорт гимназияһында.
Осрашыу һуңында балалар “Аманат”лы дискотекала күңел асты. Билдәле йырсы, ҡурайсы, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рифат Йәмлихин осрашыуҙың музыкаль өлөшөн бик күңелле алып барҙы. Моңло ҡурайға, дәртле йырҙарға ҡушылып, балалар йырланы ла, бейене лә. Ҡыҙыҡлы уйындарҙа ҡатнашты.
Уҡыусыларға, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә, айырып, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Розалия Әхмәт ҡыҙы Йәлиловаға, “Аманат” менән һәр ваҡыт бергә булғандары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Эшегеҙҙә, уҡыуҙа ҙур уңыштар, бәхетле киләсәк теләйбеҙ!
“Аманат”тар.