+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
7 Декабрь 2022, 14:26

ӨЙЛӘНЕҮ

Улым, өҫтәл артынан торғас, кәләшен етәкләп үк алды. Тағы диванға ултырҙылар. Етәкләшеп ултыралар. Шулай мөхәббәт микән? Күрмәмешкә һалыштым. 

Миләүшә Ҡаһарманова  ӨЙЛӘНЕҮ
ӨЙЛӘНЕҮФото:Миләүшә Ҡаһарманова

Ишек шаҡынылар. Ҡаты итеп. Әллә аяҡ менән генә шаҡынылар шикелле - тибеп. Таныйым инде кем икәнен...
Барып асһам бер үҙе генә түгел. Ҡыҙыҡай менән. Ярты секундҡа ғына миңә ҡарап алды ла, эйәген ғорур күтәреп хәбәрен һалды:
--Я женился.
Бындайҙы уҡ көтмәгәнгә аҙыраҡ шок булды. Шулай уҡ ярты секундтан иҫемә килдем:
--Ярай.
Икәүләшеп эйәртенешеп залға үттеләр. Диванға барып ултырҙылар. Бер-береһенә мөкиббәндәр инде, ауыҙға-ауыҙ терәп бышылдап һөйләшәләр. Ҡыҙыҡайҙың арҡаһын төҙ, башын тура тотоп ултырышынан күреп торам: бейеүгә йөрөй был бала. Тора торғас иҫләнем, был беҙҙең подъезд ҡыҙы. Йорт алдында күргәнем бар. Ҡайһы арала танышып һәм улай уҡ эҫенешеп өлгөрҙөләр икән?

Нимәлер тәҡдим итер кәрәк бит инде йәш киленгә...
--Компот ҡояйыммы? – тигән булдым.
--Эйе, — тине ҡатынынан алда улым.
Компот эргәһенә кәнфит-печенье ҡуйҙым. Башҡа бер тәмле нәмәм дә юҡ икән.

Ҡыҙыҡай бер кәнфитте әрсеп ҡапты. Уның йөҙөнә текәлеп кенә ултырған улым, йәһәтләп, әлеге кәнфиттәрҙе услап алып алдына һалды. Шуны вис ашаһын, ти, микән? Күп булмаҫмы? Әммә киленем аҡыллы икән, алдындағына башҡаса үрелмәне, компотының яртыһын эсте лә, миңә ҡараны:
--Рәхмәт.
--Ҙур үҫ, бәхетле бул.

Улым торғас кәләшен етәкләп үк алды. Тағы диванға ултырҙылар. Етәкләшеп ултыралар. Шулай мөхәббәт микән? Күрмәмешкә һалыштым. Улыҡайым быныһына ярарға тырышып әле телевизор ҡабыҙҙы, әле алдына китап алып килеп һалды. Тик ҡыҙ китаптың тышына күҙ һалыу менән үк ситкә этте. Мин уны аңланым. Ошо ир халҡы белекһеҙ ҙә инде, ҡатын-ҡыҙға кеше “В мире животных”ты тәҡдим итәме һуң?

Киленде тағы нимә менән әүрәтеп ҡарарға икән, тип, баш ватҡанда, тағы ишек шаҡынылар. Был юлы ипле генә итеп. Асһам оло инәй тора. Уңайһыҙланып йылмайҙы ла, минән аша эскә ынтылып ҡараны:
--Беҙҙең ҡыҙыҡай һеҙҙә түгелме? Ошонда килә торған егеткә эйәреп йөрөй тинеләр...
--Беҙҙә ҡунаҡ бар былай, аңлауымса – килен. Бына исемен һорашмағанмын әле.
Ысынлап, улыма ҡатын булған ҡыҙҙың исемен дә белгән юҡ ул, әй.
Инәйҙе эскә әйҙүкләнем. Ул инеп йәштәрҙе күрҙе лә һуҡранды:
--Нишләп әйтмәй киттең? Ҡасанан бирле эҙләйем. Әйҙә, ҡустыңды баҡсанан барып алайыҡ.
Киленем тиҙ генә ҡалҡынып сығыуға ашыҡты. Телевизорға тексәйеп ҡалған улымды шелтәләнем:
--Бар, оҙат.
Теге килеп ҡыҙыҡайҙың йөҙө алдында ҡулын хаяһыҙ болғап ташланы:
--Пока!
Кәләш иркә генә итеп башын ҡыйшайтты:
--Пока.
Былар сығып киткәс улыма боролдом:
--Тәлғәт! Инде өйләнер булһаң алдан әйт! И өләсәйҙәренән һорап алып ҡайт.
Улым ишетмәй ҙә, мультик ҡарарға елдерҙе. Был егеттәрҙе....🙉🙃

Миләүшә Ҡаһарманова

Читайте нас: