+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
12 Декабрь 2022, 18:02

102-се гимназияла III Төбәк-ара «Бикбай уҡыуҙары» үтте

Өфө ҡалаһының Рауил Бикбаев исемендәге 102- се Башҡорт гимназияһында «Бикбай уҡыуҙары» III төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. “Аманат” балалар үҫмерҙәр журналы үҙенең махсус призын булдырып, еңеүселәргә Маҡтау билдәләре һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

102-се гимназияла III Төбәк-ара «Бикбай уҡыуҙары» үтте
102-се гимназияла III Төбәк-ара «Бикбай уҡыуҙары» үтте

Өфө ҡалаһының Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһында «Бикбай уҡыуҙары» III төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Нәҡ бөгөн, 12 декабрь, Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың тыуған көнөндә, халыҡ шағирының яҡты иҫтәлегенә һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы ойошторолдо был матур сара.

«Бикбай уҡыуҙары»ның географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. Быйыл Башҡортостандан ғына түгел Силәбе, Ырымбур өлкәләренән урыҫ һәм башҡорт телдәрендә меңгә яҡын эш ҡабул ителде.

Телебеҙҙе яратып өйрәнеүсе, башҡорт телендә илһамланып ижад итеүсе һәләтле балалар “Башҡортостан бында башлана...”, “Мин тыуырмын яңынан йөҙәр йылдан”, “Халҡыма хат” номинацияларында бүләкләнде.

“Бикбай уҡыуҙары” төбәк-ара әҫәби конкурсында “Аманат” балалар үҫмерҙәр журналының махсус призына Хәйбулла районының Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы Милә Мәмбәтова, Стәрлетамаҡ районының Суртан мәктәбенән Әлфинә Бүребаева, Ейәнсура районының Ишемғол мәктәбенән Анжелика Мухина лайыҡ булды. Номинанттарға “Аманат”тың Маҡтау билдәләре һәм “Пионер”(“Аманат”) журналының 1977-1986 йылдарҙа баш мөхәррир булып эшләгән күренекле башҡорт яҙыусыһы Динис Бүләковтың “Зәңгәр офоҡтар” китабы тапшырылды.

Еңеүселәрҙе Башҡортостан республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов, “Аманат” республика балалар-үҫмерҙәр журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова, Өфө ҡалаһы Башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты, Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев тәбрикләне.

Был мәртәбәле конкурста ҡатнашыу мәҙәниәтебеҙҙе, башҡорт телен һәм милли берҙәмлекте үҫтереү буйынса уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың оло хеҙмәт емеше.

102-се гимназияла III Төбәк-ара «Бикбай уҡыуҙары» үтте
102-се гимназияла III Төбәк-ара «Бикбай уҡыуҙары» үтте
102-се гимназияла III Төбәк-ара «Бикбай уҡыуҙары» үтте
102-се гимназияла III Төбәк-ара «Бикбай уҡыуҙары» үтте
102-се гимназияла III Төбәк-ара «Бикбай уҡыуҙары» үтте
102-се гимназияла III Төбәк-ара «Бикбай уҡыуҙары» үтте
102-се гимназияла III Төбәк-ара «Бикбай уҡыуҙары» үтте
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: