+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
13 Декабрь 2022, 17:14

“Аманат” менән бергә ижад итәйек!

Хикәйәләрем менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашам. Уларҙы мәктәп сайтында ла күрергә була. Ә иң юғары еңеүем быйыл “Аманат” республика балалар-үҫмерҙәр журналының “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр конкурсында булды. “Аманат”тың Маҡтау билдәһенә лайыҡ булдым. Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың иҫтәлекле китабын тапшырҙылар.

“Аманат” менән бергә ижад итәйек!
“Аманат” менән бергә ижад итәйек!

“Аманат” менән бергә ижад итәйек!

Мин Арыҫлан атлы егет булам. Өфө ҡалаһының 3-сө һанлы гимназияһында уҡыйым. Төп эшем уҡыу икәнлеген аңлайым. Шуға бик тырышам. Күпте белгән аҡыллы олатайым менән төрлө темаларға аралашабыҙ. Ҡайһы берҙә ул миңә:
“Улым, бәләкәй генә булһаң да бигерәк мәғлүмәтле бала булдың әле... ” – тип арҡамдан ярата. –
“Тиктормаҫ, бер аҙға ғына, исмаһам, янымда ултырып торһаңсы...” – тип, өҫтәп ҡуя.
Минең кеүек егеттәр барыһы ла тынғыһыҙ булалыр, тип уйлайым. Сөнки, мәктәптә, тәнәфес ваҡытында, ҡайһы ваҡыт тиҫтерҙәрем менән ел-дауыл сығарып, йүгерешеп тә алабыҙ. Ә был мәлдә артыбыҙҙан өйөрмә генә күтәрелеп ҡала.
Дауыл ҡуптарып, йүгереп йөрөргә әүәҫ булғанғамы икән, бик тә саңғыла шыуырға яратам. Биатлон менән шөғөлләнәм. Мәргән уҡсымын. Сәпкә гел тура ғына тейҙерәм.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тиҙәр бит. Атта һыбай йөрөргә яратам. Минең ҡарт олатайым да Бөйөк Ватан һуғышында кавалерист булған бит!
Иппотерапия үҙәгендәге Лада һәм Буня исемле аттарым: “Арыҫлан алма, кишер кеүек тәмлекәстәрҙе бөгөн дә килтерер әле,” – тип, көн дә мине һағынып, көтөп тора.
Ер йөҙөндәге бөтөн хайуандарҙы ла яратамдыр мин. Ә шулар араһынан бик-бик яратҡаны бесәй!
Уҡытыусы рәсем дәресендә йорт хайуандарының һүрәтен эшләргә ҡушһа, мин, мотлаҡ, бесәйемде эшләйем. Һуңғы дәрестә бесәйемдең башына таж кейҙереп эшләнем. Бигерәк матур бит ул! Бер юлы батшабикә булһын да ҡуйһын, тип уйланым.
Тиҫтерҙәремдең барыһы ла минең кеүек фантазияға байҙыр ул. Ҡайһы саҡта кеше ышанмаҫ, мажаралы уйҙар килә башҡа. Һәр кис өйҙәгеләргә тәмләп, ысын булғандай, уйҙарымды хикәйәләй башлайым. Уларға ла оҡшай. Көлөшөп, күңелдәре күтәрелә. Олатайым, был хикәйәләрҙе, ҡағыҙ битенә шунда уҡ теркәп тә ҡуя. Хикәйә-әкиәттәрем Ҡарағолаҡ исемле эт тураһында, айырыуса, ҡыҙыҡлы килеп сыҡҡандай. Ҡасандыр, бигерәк бәләкәй сағымда,  олатайым Бим Ҡарағолаҡ тураһында миңә китаптан уҡыған ине. Шунан бирле ошо этте күңелемдә йөрөтәм. Ул эт тураһында олатайым менән көн дә һөйләшеп алабыҙ: дүрт аяҡлы дуҫым, эсәр һыу эҙләп, бер яңғыҙы, ҙур ҡаланы ҡыҙыра, йә, диңгеҙ буйлап, Австралияға йөҙөп китә. Ә ҡайһы саҡ Ҡарағолаҡ бөтөнләй космосҡа оса...
Хикәйәләрем менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашам. Уларҙы мәктәп сайтында ла күрергә була. Ә иң юғары еңеүем быйыл “Аманат” республика балалар-үҫмерҙәр журналының “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр конкурсында булды. “Аманат”тың Маҡтау билдәһенә лайыҡ булдым. Халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың иҫтәлекле китабын тапшырҙылар. “Аманат” журналы редакцияһы коллективы, баш мөхәррир Сәлмән Ярмуллин менән танышыу бәхете тейҙе.
Тағы ла өҫтәп, тиҫтерҙәремә шуны әйткем килә: мәктәп йылдары иң иҫтә ҡалырлыҡ мәл. Йүгерәйек. Уйнайыҡ. Белемле кешеләр булайыҡ. “Аманат” менән бергә ижад итәйек!

Арыҫлан Мөлөков,
Өфө ҡалаһының 3-сө һанлы мәктәбе уҡыусыһы.

“Аманат” менән бергә ижад итәйек!
“Аманат” менән бергә ижад итәйек!
“Аманат” менән бергә ижад итәйек!
“Аманат” менән бергә ижад итәйек!
“Аманат” менән бергә ижад итәйек!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: