Ниндәй генә гәзит-журналдар килмәй беҙгә, хатта бәләкәй һеңлем, бер йәше тулмаҫ борон, “Аҡбуҙат” журналындағы һүрәттәрҙе ҡарап маташа, улай ғына ла түгел, ошо баҫма ойошторған фотоһүрәттәр бәйгеһе еңеүсеһе лә ул. Ошо үҙе дөрөҫ тәрбиә түгелме ни?! Бынан тыш, “Тамыр” телеканалын йыш ҡарайбыҙ, ундағы тапшырыуҙар үҙҙәре телдең әһәмиәтен төшөнөргә бик ныҡ ярҙам итә.
Телдең матурлығы, байлығы тураһындағы фекеремде төйнәп, бөгөнгө тормошта телебеҙ киң ҡулланыла икәнен дәлилләп үтмәксемен. Миҫал өсөн социаль селтәрҙәрҙе алайыҡ, шуларҙы береһе “Инстаграмм”ға туҡталып үтәм. Бында бик күп башҡорт төркөмдәре бар, хәҙер киң билдәле артистар, йырсылар, блогерҙар ҙа сәхифәләрен нәҡ үҙ телендә йәмле итеп алып бара. Уларға, һеҙ аңлашылмаған телдә алып бараһығыҙ тип яҙылмайынса ултырмай халыҡ, ә хатта йөҙәр меңләп яҙылыусы дуҫтары булғандар бар. Төрлө ҡыҙыҡһындырған темалар менән эшләүселәр ҙә байтаҡ бында, реклама яғынан да үҫешеүселәр кәм түгел. Ә йәштәр һуң! Уларҙы нисек маҡтамайһың инде! Афариндар! Үҙ телеңдең йәмен, байлығын, яғымлылығын күрһәтеү, минеңсә, беҙгә, үҫмерҙәргә шәхес булып формалашҡан осорҙа бик яҡшы күренеш булып тора тип уйлайым. Юғиһә, әсәйем һөйләүе буйынса, уның йәш сағында үҙ теленән уңайһыҙланып йөрөгәндәр ҙә булған. “Айырыуса ауыл балалары, ҡалаға килһә, бик оялалар ине телдәренән, хатта үҙ-ара русса аралашырға тырыштылар”, - тип әсәйем аптыратып ҡуйҙы мине. Нисек мөмкин булған икән был хәл?
Һуңға арала телде йәмғиәт, дәүләт юғарылығында ололау үҙе үк юғары бер баһаға лайыҡ. Ниндәй генә саралар ойошторолмай бит! Беҙҙең ғаилә йыл да, тура килһә, хатта ике тапҡыр башҡорт теленән диктант яҙыуҙа ла бик әүҙем ҡатнаша. Ололар “5”-ле билдәһенә яҙһа, беҙ ҙә ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ, “4”-тән дә кәмде алған юҡ былай. Шулай уҡ, шиғыр һөйләү бәйгеләренән, флешмобтарҙан ситтә тороп ҡалмайбыҙ. Китапханаға барып, шиғырҙар йыйынтығы алып оҡшаған шиғырыңды һайлауы ғына - үҙе ни тора! Шунан мәж килеп уны ятлайһың, видеоға төшәһең. Былар барыһы ла әҙерлек талап итә, ҡиәфәт тә тәртиптә булырға тейеш һәр ваҡыт. Видеоға төшкәндә өй кейеме менән йөрөп булмай инде. Беҙ әле лә ике конкурсҡа әҙерләнәбеҙ, бик ҡыҙыҡ күренеш ул миңә.
Туған телемдең гүзәллегенә башҡорт теленән китаптар уҡыған һайын бик-бик инанам. Үҙемә ҡалһа, йөрәк көсөн һалып яҙа алған бар яҙыусы ағай-апайҙарҙы ла ихтирам итәм. Сөнки был әҫәрҙәр тыуҙыра алыу уларҙың тәбиғәттән бирелгән таланты. Теләгән һәр кем дә яҙа алмай бит. Ул йә бар, йә юҡ инде. Ә әҫәрҙәр мине бик тә тәрән ҡыҙыҡһындыра. Айырыуса, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарында яңы хикәйә, повестар сығып тора. Ә иһә шағирҙарҙың хәҙер социаль селтәрҙә үҙҙәренең шәхси сәхифәләре лә бар. Бында администраторҙар иң матур шиғырҙарҙы ҡуйып бара, яңылыҡтарҙа күреп торам уларҙы.
Беҙҙең ғаилә шулай уҡ театрға йөрөргә бик тә ныҡ ярата. Пандемияға тиклем ике аҙнаға бер йөрөп тора инек. Хатта премьера булһа Өфөгә, Башҡорт дәүләт академия драма театрына ла барып ҡайта торғайныҡ. Ниндәй генә спектаклдар ҡараманыҡ беҙ. Әсәйем бер көндө “Бәхет хаҡы” драмаһын дүрт тапҡыр ҡарағанбыҙ тип һанап сыҡты. Стәрлетамаҡ театры артистары сығышын да бик ныҡ яратабыҙ. Театр тормошта барған күренештәр һымаҡ ул, әлбиттә, ололар өсөн булһа ла, беҙгә лә аңлашыла күп ваҡыт. Тик бына “Зөләйха күҙҙәрен аса” трагедияһын ҡарауы ғына бик ауыр булды.
Телен һөйгән кеше генә илен һөйә алыр тиеп үҫәм мин. Башҡорт телен бик тә ныҡ яратам, киләсәктә уға ҡыҙыллыҡ килтермәҫемә иманым камил.
Юлай Йәнбирҙин,
Ишембай ҡалаһының 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 6-сы класс уҡыусыһы.