+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
14 Декабрь 2022, 11:45

Татлы ла, әсе лә – ТЕЛ

Бер батша үҙенең вәзиренә: — Донъяла ла, диңгеҙ төбөндә лә булмаған иң татлы ризыҡ алып кил миңә, —тип бойорған. Вәзир баҙарға барған да тел һатып алған. Уны бешереп, батшаға алып килгән. Тел батшаға оҡшап ҡалған.

Татлы ла, әсе лә – ТЕЛ
Татлы ла, әсе лә – ТЕЛ

Татлы ла, әсе лә – ТЕЛ

Мәҫәл

 

Бер батша үҙенең вәзиренә:

— Донъяла ла, диңгеҙ төбөндә лә булмаған иң татлы ризыҡ алып кил миңә, —тип бойорған.

Вәзир баҙарға барған да тел һатып алған. Уны бешереп, батшаға алып килгән. Тел батшаға оҡшап ҡалған.

Икенсе юлы ла батша вәзиренә:

—  Бар, миңә ер йөҙөндә булмаған әсе генә берәй аҙыҡ алып кил! – тип, бойорған.

Вәзир тағы ла баҙарға барып, тел алған да батшаһына бешереп килтергән.

Батша аптырап:

— Мин һинән донъяла булмаған татлы ризыҡ һораным, ә һин тел алып килдең. Әсе генә аҙыҡ һораным – һин миңә тағы ла тел килтерҙең...

Вәзир:

— Батшам, Ер йөҙөндә телдән дә әсерәк, телдән дә татлыраҡ бер нәмә лә юҡ...

Зөбәржәт ЯҠУПОВА тәржемәһе.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: