-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
14 Декабрь 2022, 13:45

Үҙ телемдә һөйләшәм

Карина Ғизәтуллина Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы Башҡорт гимназияһының 5-се синыф уҡыусыһы. “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе. “ Йәш Шайморатовсы”. Ул матур шиғырҙар ижад итә  

Үҙ  телемдә һөйләшәм
Үҙ телемдә һөйләшәм

Үҙ  телемдә һөйләшәм

Башҡорт телендә һөйләшәм,

Һәр көндә һәм һәр ерҙә.

Яратам мир башҡорт телен,

Ул минең күңелемдә.

Өләсәйгә барған һайын,

Һоҡланып мине тыңлай.

“ Һөйлә, балам, хәлеңде,-ти

Үҙебеҙсә- башҡортса!

Ҡыҙғанысҡа ҡайһы берҙәр

Үҙ телендә һөйләшмәй.

Йөрәгем,  әрней,балам ,- ти

Шундай балалар  өсөн”.

Борсолма бер үк, өләсәй,

Үҙ телемде онотмам!

Ата-бабалар телен ,

Бай, йомарт, моңло телем.

Ул минең башҡорт телем!

Мәңге йәшә һин телем!

Эй, ғәзиз әсәм телем!

Ғизәтуллина Карина ,

“Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе,

Ауырғазы районы

 Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының

5-се синыф уҡыусыһы,

“ Йәш Шайморатовсы”

Авторҙар:Зөбәржәт ЯҡуповаСальман Ярмуллин
Читайте нас: