-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
16 Декабрь 2022, 13:16

Фән донъяһына тәүге аҙымдар

Һамар, Өфө, Сиҙәм һәм Аҡъяр ауылдары мәктәптәренең башланғыс класс уҡыусылары жюри хөкөмөнә 12 тикшеренеү эше һәм проекты тәҡдим итте.

Фән донъяһына тәүге аҙымдар
Фән донъяһына тәүге аҙымдар

Хәйбулла районының Мәғариф идаралығының конференц-залында "Тәүге аҙымдар" Бәләкәй фәндәр академияһы конкурсы сиктәрендә проекттарҙы һәм тикшеренеү эштәрен яҡлау үткәрелде. Ситтән тороп ойоштороу этабына 24 эш тәҡдим ителде. Иң яҡшылары муниципаль этаптың төп турына һайлап алынған. Һамар, Өфө, Сиҙәм һәм Аҡъяр ауылдары мәктәптәренең башланғыс класс уҡыусылары жюри хөкөмөнә 12 тикшеренеү эше һәм проекты тәҡдим итте. Муниципаль этапта ҡатнашыусылар, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, етди темалар һайлаған. 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары хәҙерге балалар өсөн башватҡыстарҙың актуаллеге, йәнһүрәттәрҙең телмәргә нисек йоғонто яһауы, ҡулаҡса йәки банк картаһы яҡшыраҡ булыуы хаҡында һөйләне. Сиҙәм, Бүребай һәм Өфө ауылдары уҡыусылары "Тәңкәләр коллекцияһы - ғаилә менән мауығыу", "Беҙҙең йылға ни өсөн ҡорой?" темаһына тикшеренеү эштәре тәҡдим итте. "Кесе синыф уҡыусылары тарафынан ҡыяҡлы үҫемлектәрҙе өйрәнеү", "Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәрендәге диңгеҙ ҡабырсаҡтарын өйрәнеү" проекттарын Һамар ауылы мәктәбе уҡыусылары яҡланы. 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары "Ваҡытың менән нисек идара итергә" һәм "Фотография: кисә һәм бөгөн" проекттарын тәҡдим итте. Балалар үҙҙәренең проекттарына етди ҡараны һәм ҙур эш башҡарған: һорау алыуҙар үткәрелде, мәғлүмәт йыйылды һәм өйрәнелде. Эштәрҙе яҡлауҙа улар жюриҙың бөтә һорауҙарына ла ышаныслы яуап бирҙе.

Фән донъяһына тәүге аҙымдар
Фән донъяһына тәүге аҙымдар
Фән донъяһына тәүге аҙымдар
Фән донъяһына тәүге аҙымдар
Фән донъяһына тәүге аҙымдар
Фән донъяһына тәүге аҙымдар
Фән донъяһына тәүге аҙымдар
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: