Хатико-Аҡтырнаҡ
Хикәйә
Уҡытыусыларының һүҙҙәренән һуң балалар тынды, буғай. Дөрөҫөрәге, яҙмыштарына күнделәр. Сираттағы “өлгө ағайҙы” тыңлағанға һалышып йәнә ҡырҡ биш минут ултырмай сара юҡ.
Х х х
Сәлим Яппаров ҡуйы бөҙрә сәсле, мөһабәт кәүҙәле, ҙур ҡара күҙҙәре янып торған егерме ете йәштәрҙәге егет кеше булып сыҡты. Исемен район гәзитенән дә, уҡытыусылары ауыҙынан да ишетеп торһалар ҙа үҙен тәүгә күреүҙәре. Голливуд әртисе кеүек сибәр икән дә! Ана бит, синыфтағы ҡыҙҙарҙың ҡараштары шунда уҡ уға төбәлде. Әле ауыҙынан бер һүҙ сыҡманы, һөйләй башлаһа нимә булыр?! Яҡуп иренен ҡыйшайтып йылмайып ҡуйҙы.
“Беҙ ҙә бик шат, ҡыуаныс, прәме, эскә һыймай, һүҙенде ҡыҫҡа тотһаң ишшеү нығыраҡ ҡыуаныр инек”. Яҡуп башын ике усына һалып данлыҡлы ауылдашына төбәлде.
Атайым менән әсәйем тыуған көнөмә компьютер бүләк иткәйнеләр. Әле генә ул һәр кемдә бар, ә бынан ун дүрт-ун биш йыл элек ауылда уҙа барһа икәү-өсәү булғандыр. Минең нисек ҡыуанғанымды күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Башта Интернет та юҡ ине, шуға ла төрлө уйындарҙы үҙләштерҙем. Бына һеҙ ниндәй уйынды яратаһығыҙ?
Өйҙә лә тыныслыҡ бөттө. Башта әсәй мине төн еткәнсе дәрес әҙерләй тип уйлай торғайны, уҡыу насарланып, уҡытыусылар зарлана башлағас ул да эштең ниҙә булыуын һиҙҙе. Компьютер алдына көнөнә бер сәғәттән артыҡ ултырмау шартын ҡуйҙы, мин тиҫкәреләндем, үсектем, әрләштем. Хәҙер үҙем медик булғас әсәйемдең хафаланыуын аңлайым. Көнөнә биш алты сәғәт дәрес, ҡайтҡас мониторға текәлеп йәнә шул тиклем ваҡыт ҡуҙғалмай ултыраһың. Ә бит кеше көнөнә кәмендә дүрт-биш саҡрым ара атлап үтергә, физик эш тә башҡарырға тейеш. Ана, утыҙ йәштә организмдары ҡарт кешенеке кеүек булған ауырыуҙарҙы күп килтерәләр дауаханаға.
Бер мәл таңғы сәғәт алтыға тиклем футбол уйнағандан һуң башты ла күтәрә алмай яттым. Әсәйем ни эшләргә белмәй, ашауҙан ҡалды, эргәнән китмәй. Компьютерҙа уйнауынды ташламаһаң, үҙендең башыңа етәсәкһең бит, аҡылыңа кил, тип берсә инәлә, берсә илай. Үҙем дә быны аңлай башланым, тик бер ни ҡыла алмайым. Карауатта баш ауыртыуға түҙмәй һыҙланып ятҡанда ла футбол баштан китмәй. “Манчестер Юнайтед” менән сираттағы сезонды тик еңеүҙәр менән тамамлап киләм бит, йәнәһе. Хатта өн менән төш бутала башланы. Бына Роналдиньо тупты майҙан уртаһында эләктереп ала ла өс-дүрт һаҡсыны еңел генә үтеп, бар көсөнә ҡапҡаға тибә. Ҡаршыға йүгереп сыҡҡан ҡапҡасы тупты тота алмауына ғәрләнеп, ҡулдары менән ерҙе төйә. Го-о-л!
Үҙ тауышыма үҙем уянып китәм дә барыһы ла төштә булыуын аңлайым, ике яҡ сикәнең түҙеп торғоһоҙ һулҡылдап ауыртыуына түҙә алмай, ыңғырашып ҡуям.
Шундай ауыр көндәрҙә Себерҙән атайым ҡайтып төштө. Әсәйем уға барыһын да һөйләһә кәрәкте бирер тип шөрләһәм дә, ул-был булманы. Ял көнөндә өсәүләшеп Өфөгә киттек. Туғандарға барҙыҡ, аҙаҡ кинотеатрҙа Хатико тураһында кино ҡараныҡ. Хатико хаҡында, бәлки, ишеткәнегеҙ барҙыр. Уның тарихы былай. Япониялағы бер профессор яҡшы тоҡомло көсөк алып ҡайта. Бер аҙ үҫкәс, был эт көн һайын хужаһын поезға тиклем оҙата килә, кисен иһә станцияға килеп ҡаршы ала. Уларҙың дуҫлығы барыһын да һоҡландыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, профессор йөрәк сиренән ҡапыл вафат була. Ә Хатико уны онота тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, ул көн һайын көндөҙгө сәғәт биштә станцияға килеп, иң һуңғы поезд килгәнсе хужаһын көтә. Көн һайын, йәйге селләлә лә, ҡышҡы һалҡында ла поездан килеп төшкән кешеләрҙе ҡарашында һағыш ҡатыш өмөт сағылған эт ҡаршылай. Туғыҙ йыл буйы, Хатико үҙе үлгәнсә тиклем дауам итә был хәл. Ул вафат булған көндә бөтөн Япония халҡы зар илай. Япондар ошо станцияла Хатикоға һәйкәл дә ҡуйған. Дуҫлыҡ, тоғролоҡ символы булып тора хәҙер был эт һыны.
Хатико хаҡында Америкала төшөрөлгән ошо фильм бик ҡыҙғаныс ине, кино бөткәнсе күҙ йәштәрен һөртөп ултырҙым. Ричард Гир уйнаған төп геройҙыҡы шикелле шундай тоғро дуҫым булһын ине тип хыялландым. Аҙаҡ, кинонан сығып, Үҙәк баҙар янынан үткәндә эт, бесәй һатылған ерҙә туҡтаныҡ. Шунда осраттым мин буласаҡ дуҫымды. Ҡап-ҡара көсөктөң тәпәйҙәре һәм ҡойроҡ осо ғына ап-аҡ. Ҡулға алғайным, миңә һыйынды, кескәй ҡойроғон ирмәк итеп болғай.
– Был көсөктө үҙебеҙгә алайыҡ, – тим, бәләкәй генә йән эйәһенән айырылыуҙы күҙ алдына ла килтермәйенсә.
– Әйҙә һуң! – тип көтөлмәгәнсә тиҙ ризалашты атайым. – Тик үҙең ҡарайһың инде.
– Ҡарармын! – тип раҫларға ашығам, атайымдың кире уйлауынан ҡурҡып.
Көсөккә әсәйем дә ҡаршы килмәне. Тик мин ҡушҡан Хатико исемен генә оҡшатманы.
– Ана бит, аҡ тәпәйле, Аҡтырнаҡ була инде, ул ниндәй ҡолаҡ ишетмәгән Хатико тағы, япон эте түгел дәһә, – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Мин Хатико, әсәй Аҡтырнаҡ тип саҡырып торғас, эт тә үҙенең япон-башҡорт исеменә күнде, буғай. Шулай итеп, Хатико-Аҡтырнаҡ булып китте.
Ошо кескәй генә йән эйәһе тормошомдо бөтөнләй үҙгәртеп ебәрҙе. Көсөк минең мәктәптән ҡайтыр ваҡытты һиҙеп тора, ахыры, урам осона уҡ ҡаршы килеп ала, ҡойроғон болғай, бер алға, бер артҡа сыға. Был мәхлүк кәйефте лә һиҙә, шикелле. Насар билдә алып, күңелһеҙ генә ҡайтып килһәң, ул да артыҡ ырғандамай, нишләйһең, була торған хәл, тигәндәй, күҙгә ҡарап ала ла, эргәнән тыныс ҡына юрғалап йүгереүен белә. Кәйеф шәп булһа, ул да шашынып ала, сыйылдай, ҡулдарҙы ялай. Аҙаҡ ҡына белдем, эттәр кешенең кәйефен еҫ буйынса һиҙә икән. Баҡһаң, кеше асыулы саҡта бер төрлө, кәйефле саҡта икенсе төрлө ферменттар бүлеп сығара.
Хатико-Аҡтырнаҡ тоҡомло эт нәҫеленән булмаһа ла, бик аҡыллы ине. Ҡапҡаға беренсе тапҡыр кергән кешене еҫкәп ҡарай ҙа икенсегә уға өрөп тә тормай, “үҙ кеше” тиҙер инде. Үҙебеҙҙең һыйырҙы, кәзә-һарыҡты таный, ә сит мал-тыуарҙы урамға яҡын да килтермәй. Хатта бесәй менән дуҫлашты. Һимеҙ, ялҡау, дәрәжәһен белеп кенә атлап йөрөгән бесәйебеҙ урамға сығып ҡояш нурҙарында ҡыҙынып ята, тирә-яҡты күҙәтә. Эргәһендә әйләнгеләп, арлы-бирле йөрөгән эткә иҫе лә китмәй. Хатико эргәһенә яҡыныраҡ килеп оҙағыраҡ ҡарап торһа, бесәй тәпәйе менән генә моронон тырнап ала. Бесәй үҙе барыһын да иғтибар менән күҙәтһә лә үҙенә төбәлгән ҡарашты яратмай бит ул.
Х х х
Ҡыңғырау шылтыраны. Алтынсы дәрес тамамланды ла. Ғәҙәттә, ҡыңғырау тауышы ишетелеү менән ҡуҙғалыша башлаған етенселәр урындарында ҡалды.
– Әй, әттәгенәһе, – Яппаров бошоноп китеп үҙенә иғтибар менән төбәлгән малайҙар һәм ҡыҙҙарға ҡараны. – Һөйләп бөтмәнем бит әле, нишләйбеҙ һуң, таралышабыҙмы, әллә тиҙ генә ослап ҡуябыҙмы?
– Һөйләгеҙ!
– Тыңлап бөтәйек, ҡыҙыҡ бит! – тип дәррәү ҡысҡыра һалды етенселәр.
Яҡуп исем өсөн генә, күпме ултырырға була, ҡайтырға кәрәк, тип әйтергә булғайны ла, кире уйланы. Иң ҡыҙыҡ еренә еткәс йә һөйләп бөтмәҫ тә ҡуйыр.
– Шулай итеп, Хатико-Аҡтырнаҡ ғаиләбеҙҙең айырылғыһыҙ ағзаһына әүерелде. Мин уға хатта бер кемгә әйтә алмаған серҙәремде, хыялдарымды һөйләй торғайным. Ышанысһыҙ дуҫың һине һатырға, ташлап ҡасырға мөмкин, ә был мәхлүк бары хужаң булғаның өсөн ярата, бер ниндәй шарт ҡуймай ғына һиңә хеҙмәт итә.
Көҙгө һалҡын кистәрҙең береһендә өйҙә яңғыҙым ҡалғайным. Атай Себерҙә, әсәй күрше ауылда йәшәгән өләсәйҙең хәлен белешергә тип киткәйне. Мал-тыуарҙы аҙбарға бикләп, Хатиконың ашарына һалдым да өйгә инеп компьютерҙа футбол уйнарға тотондом. Атай өйҙә булғанда, Хатиконы ла алып ҡайтҡас, футбол хаҡында онотоп торғайным. Әммә, үҙем генә ҡалғанда, һаман футболға йәбешә инем, бер ни ҡылып булмай. Етмәһә, чемпиондар лигаһының финалы етте. Атаҡлы “Барселона” менән кем иң-иң көслөһө икәнен асыҡлайһы бар. Дәрес әҙерләү ҡайғыһы юҡ, башта финал ғына. Кемдәрҙе уйнатырға, ниндәй тактика һайларға? Гел һөжүм итергәме, әллә, әллә бөтөн көстө ҡапҡаны һаҡлауға туплап, һөжүм итеүселәрҙең етеҙлеге һәм оҫталығына ғына ышанырғамы? Экран яҡшыраҡ күренһен өсөн бүлмәләге утты һүндерҙем дә тотондом футболға. Матч башланып та китте, тәүге һөжүмдә үк минең ҡапҡаға гол индерҙеләр. Хәҙер инде ҡапҡа тобөн һаҡлауҙың кәрәге юҡ, голһыҙ еңеү булмай тип алға ташландым. Тап шул мәлдә Хатико ярылырҙай булып өрә башланы. Бүтән ваҡыт булһа тиҙ генә сығып ҡарар инем, әле уның ҡайғыһы юҡ. Уйын бөтөн зиһенде биләп алды. Күҙгә аҡ-ҡара күренмәй, башта нисек тә гол индереү генә.
Көс-хәлгә “Барселона” яғына барып етһәң, йә минекеләр ҡыйыш тибә, йә ҡапҡасы тупты эләктереп ала. Унан инде туп тегеләр яғына күсһә, ҡапҡанды һаҡлап ҡына өлгөр, бер минут тын алырға ваҡыт юҡ. Беренсе таймда бер туп та индереп булманы. Ял да итеп тормайынса икенсе таймды башланым. Нисек тә еңергә, сезонды шәп тамамларға кәрәк. Ниһайәт, уйын тамамланырға ике минут ҡалғас, иң шәп уйынсым Рональдиньо тупты эләктереп ала ла алға ынтыла. Бына ул бер, ике һаҡсыны артта ҡалдыра, ҡаршыға йүгереп сыҡҡан ҡапҡасыны ла алдатып, тупты буш ҡапҡаға индерә. Го-ол! Хәҙер инде 15-әр минутлыҡ ике өҫтәмә таймда нисек тә йәнә бер туп индерергә кәрәк. Бер аҙ ял итеп алмайынса булмай, үҙем уйнағандай былайыраҡ шыбыр тиргә баттым бит. Туҡта әле, Хатико-Аҡтырнаҡтың тауышы инде байтаҡтан бирле ишетелмәй түгелме һуң? Оҙаҡ ҡына өрҙө бит, рәхәтләнеп йоҡлап ятмай әллә ниңә яр һалды. Урамдың утын яҡтыртып болдорға сыҡтым, тирә-яҡ тып-тын, шылт иткән дә тауыш юҡ. Хатико ла күренмәй. Эскә шом йүгерҙе. Ҙур фонарҙе алып урам тирәһен ҡараным. Юҡ. Бер мәл аҙбар яғынан шыңшыған тауыш ишетелеп ҡалды. Фонарь менән яҡтыртып ҡараһам, йығылып китә яҙҙым. Ҡанға туҙған Хатико ерҙә һуҙылып ята, эсендәге ҙур яранан эсәктәре күренеп тора. Уны өйгә индереп нисек ярҙам итергә белмәй аҙарынып тороуым, ветеринарҙы алып килер өсөн ауылдың икенсе осона йүгереп барып, уныһының дөм иҫерек булыуы, Хатико-Аҡтырнаҡтың, “Зинһар, ҡотҡар”, тигәндәй, һуңғы инәлесле ҡарашы, күҙҙәрен мәңгелеккә йомоуы хәҙер төш кеүек кенә хәтерҙә ҡалған. Шул осорҙа ауыл кешеләренең аттары, һарыҡтары юғалғылағайны. Аҙаҡ уғрыларҙың эҙенә төштөләр.
Күрше ауылдан берәү төрмәлә ултырып ҡайтҡайны. Шул әшнәһе менән мал-тыуарҙы урлап һуйып, һатып йөрөгән. Мин иҫем китеп футбол уйнаған мәлдә, Хатико улар менән алышҡан булған. Берәүһенең ҡулын ныҡ итеп тешләгәс, уға һәнәк менән сәнскәндәр ҙә сығып тайғандар. Хатико-Аҡтырнаҡты үҙ ҡулдарым менән ерләгән ваҡытта үҙемә башҡаса компьютерҙа футбол уйнамайым тип һүҙ бирҙем. Уйнаманым да – һуңғы уйын минең өсөн ысын мәғәнәһендә финал булды. Бер ниндәй уйһыҙ ваҡытты бушҡа үткәреүҙең аяныслы финалы. Әгәр мин өйҙәге уттарҙы һүндермәһәм, эт өрә башлағас та урамды яҡтыртһам да бәлә урап уҙыр, уғрылар ҡасыр, дуҫым иҫән ҡалыр ине бит. Хатико-Аҡтырнаҡҡа нисек ярҙам итергә белмәй үрһәләнеүем этәргес булдымы, врач һөнәре менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Бына шулай, балалар, бер ябай эт үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, минең яҙмышымды үҙгәртте, бөгөнгө уңыштарымда уның да ҙур өлөшө бар.
Х х х
… Яҡуп менән Хәлим, ғәҙәттәгесә, мәктәптән бергә ҡайтырға сыҡтылар. Һәр береһе үҙ уйҙарына сумып өндәшмәй генә атланы. Яҡуптарҙың өйҙәре тапҡырына еткәс кенә Хәлим телгә килде:
– Яҡуп, кискәрәк нәмә эшләйһең?
– Футбол уйнайым, – тине Яҡуп, урам ҡапҡаһын асып. – Шунан көлөмһөрәп өҫтәп ҡуйҙы. – Компьютерҙа түгел, мәктәп эргәһендәге майҙанға, әйҙә, һин дә кил!
– Әйҙә һуң! – Хәлил ихлас йөпләп ҡуйҙы. – Малайҙарға шылтыратып сығам әле, күмәк йыйылһаҡ күңеллерәк булыр. Барыбер мониторға текәлеп көндәре үтә, ялҡау өйөрлө. Шулаймы, Яҡуп?
Әммә дуҫы яуап ҡайтарманы. Ул ашығып өйҙәренә инеп киткәйне инде.
Марат ӘМИНЕВ.