Ҡыш - ул минең яратҡан миҙгелдәремдең береһе. Бигерәк тә ҡышҡы каникулды мин көтөп алам. Быйылғы ҡыш сатлама һыуыҡтары менән килеүенә ҡарамаҫтан, каникулым файҙалы һәм күңелле үтте.
Саф һауа күңелгә дауа икәнен яҡшы белгәнлектән, көн дә тышта саф һауала йөрөнөм. Мин һыуыҡтан ҡурҡмайым, өшөмәйем, сөнки ҡар көрәйем, һикәлтәне һеперәм, утын ташыйым, тауыҡтарға ем һалам, ҡуяндарҙы ҡарайым.
Ғаилә менән бергә ял итергә лә ваҡыт табабыҙ. Инсебикә ял базаһына барып "банан"да йөрөнөк, тюбингта шыуҙыҡ, шулай уҡ бында атта һыбай йөрөргә лә була. Һыу инергә бассейнға барҙыҡ. Тағы ла үҙебеҙҙең матур тәбиғәтле яҡтарыбыҙға сәйәхәттәр ҡылдыҡ.
Шулай уҡ синыф менән бергәләп, тау шыуырға ла өлгөрҙөк.Апайыбыҙ күстәнәстәр таратты, бер-беребеҙҙе ныҡ һағынышҡан инек. Ошо каникулда мин һүрәт төшөрөү серҙәренә лә өйрәндем.
Бына шулай каникулым бик файҙалы һәм күңелле үтте. Синыфташтарымды, мәктәбемде һағынып, дәртләнеп уҡырға килдем.
Ленара Мәсәғотова,
Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы.