+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
26 Ғинуар 2023, 13:33

Ҡыштың йәмле көнө

Бөтөн ер ап-аҡ мамыҡ юрғанға, ә ағастар ебәк селтәр шәлгә төрөнә. Шундай саҡта урманда саңғыла йөрөүе күңелле. Ябалаҡлап ҡар яуа, ә һин йәш ҡарҙы йырып, урманға ҡарай еләһең...

Ҡыштың йәмле көнө
Ҡыштың йәмле көнө

Ҡыштың йәмле көнө
Быйыл ҡыш иртә килде. Ауылда ҡар бер юлы күп итеп яуҙы.
Ҡыштың үҙ матурлығы. Бөтөн ер ап-аҡ мамыҡ юрғанға, ә ағастар ебәк селтәр шәлгә төрөнә. Шундай саҡта урманда саңғыла йөрөүе күңелле. Ябалаҡлап ҡар яуа, ә һин йәш ҡарҙы йырып, урманға ҡарай еләһең. Артыңда ҡарҙар ғына борҡолдап ҡала. Йөрөп туйғандан һуң, сикәләрең алһыуланып, асығып, өйгә ҡайтып етәһең.

Әҙерәк кенә хәл йыяһың да тағы урамға атылаһың. Ябалаҡлап яуған ҡарҙы тоторға, хатта тәмләп ҡарарға тырышаһың. Эх, күңелле лә һуң ҡыш көндәре!
Ә һуң тауҙан сана шыуыуҙар, ҡар бәрешеп уйнауҙар... Күптәр шул матурлыҡты ла, рәхәтлекте лә белмәй, телефонға тексәйешеп ултыра. Йәлләйем мин шундайҙарҙы. Бала саҡтың ҡәҙерен белеп, ҡыштың матурлығын күреп, саф һауа һулап үҫеүгә ни етә?!

Лиза Белова,

“Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе,

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.

 

"Ҡышҡы пейзаж"

Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы мәктәбе уҡыусыһы Иштуғанова Эльвинанын hүрәте. 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: