Әбсәләмова Элина
Минең әсәйем.
Әсәйем шундай матур,
Күҙҙәре ҡояштай ялтыр.
Әсәйем шундай эшсән,
Мин дә үрнәк аламын.
Иң яратҡан сәскәһе
Тәүге сәскә-умырзая.
Тыуған көнө була ҡалһа
Бүләк әҙерләп ҡуям.
Мәктәпкә китерҙән алда
Өйҙө лә рәтләп ҡуям.
Яратҡан әсәйемде
Иркәләп һөйөп алам.
Этем һәм бесәйем.
Минең этем шундай ҡупшы
Джек тип,исем дә ҡуштыҡ.
Уҡырға китһәм мәктәпкә
Мине оҙатып ҡала,
Уңыштар теләп ҡала.
Минең бесәйем дә бар,
Исеме уның Барсик.
Көнө буйы тәгәрәп йоҡлай,
Төндәрен сысҡан тота.
Ҡойма башына менеп
Мине лә ул оҙата.
Мөхәмәтйәров Эмиль
Ҡар яуғанда.
Иртәнсәк тышҡа сыҡтым,
Матур итеп ҡар яуа.
Шул матур ҡар яуғанда
Шиғыр яҙырға булдым.
Эх,матур ҡар.матур ҡар!
Бигерәк матур яуаһың.
Һин ҡалдырған көрттәрҙән мин
Ихласлап сана шыуамын.
Дуҫтар менән бергәләп
Тауҙан беҙ сана шыуҙыҡ.
Сана шыуып уйнап туйғас
Ҡар бабай эшләп ҡуйҙыҡ.
Эх,матур ҡар,матур ҡар!
Бигерәк матур яуаһың.
Шулай матур яуғаныңа
Ҡышты бик ныҡ яратам.
Сурағолова Эвелина
Яҙ килә.
Яҙ,яҙ,яҙ килә!
Ҡояш нурҙарын һибә.
Турғайҙар оса пыр-пыр,
Бесәй мыяулай мыр-мыр.
Көндәр йылына башлай,
Йылғалар уйнап шаулай.
Гөлдәр ҡояшҡа шатланыр
Балалар ҙа ҡанатланыр.
Яҙҙың тәү сәскәһе умырзая.
Ҡар аҫтынан шат йылмая.
Гөрләүектәр шаян йүгерә
Ҡоштар ҡайта тыуған яғына.
Шиһапова Камилә.
Яҙ
Бына инде яҙ килде,
Ҡар иреп ергә һеңде.
Ҡоштар ҡайтырҙар инде,
Булыр инде күңелле.
Аҡман-тоҡман.
Аҡман-тоҡман
Уҫал яман.
Буран-ҡарҙар
Ҡотора яман.