+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
7 Февраль 2023, 15:07

Командировка

Ҡарсәй миңә шулай өйрәтте: ҡулыңды картуф тамырына тығаһың да иң эреләрен генә һәрмәп алаһың. Шулай итһәң, ваҡтары көҙгә саҡлы эреләнә әле. Күрәһегеҙме, ҡарсәйем ниндәй аҡыллы!

  • Алһыу Хәлитова
    Командировка
    (Хикәйә)

    Бөгөн кисте саҡ еткерҙем. Бик мөһим эшем бар минең: атайыма үҙемдең удостоверениемды бирергә кәрәк. Ниһайәт, “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр” бөттө, атайым үҙенең “Яңылыҡтар”ын ҡарарға тип яратҡан креслоһына килеп ултырҙы. Мин йәһәт кенә уның янына килеп баҫтым.
    - Атай, мә! - тип, “Командировка удостоверениеһы” тип яҙылған ҡағыҙымды һуҙҙым. Унда: “Салауатова Әҙилә .... июлдән .... июлгә тиклем Озерная урамы, 58-се өйҙә йәшәгән ҡарсәһе менән ҡартатаһына командировкаға ебәрелә. Атай.” тигән бик мөһим һүҙҙәр яҙылған.
    Йылмайыуынан уның ризалығын аңланым. Атайым буш урындарға даталарҙы яҙып, ҡултамғаһын ҡуйҙы. Ул ғәҙәттә мине 6-7 көнгә “командировать” итә, әммә мин гел дә алдараҡ ҡайтам. Ә, улай түгел икән. Былтыр “командировка”ла ике аҙнаға яҡын булдым. Хатта ике көн мәктәпкә барманым: ҡар яуып һалып ҡуйҙы ла юл булманы. Олатайым ҡапҡаға тиклем юлды көрәне, ә урам тышында көрт минән дә бейек ине! Эй рәхәт булғайны шул мәлдә.
    Шулай итеп, икенсе көнөнә әйберҙәремде пакетҡа тултырҙым да атайымдың төшкө аш ашап бөткәнен көтә башланым. Ә ул өҫтәл артынан торҙо ла, “Хеҙмәткә дан” тигән гәзитте тотоп, диванға барып ятты. Мин артабан көтәм. Биш минуттан гәзите битендә ята ине: был уның серем итеп аласағын аңлата. “Әҙилә, мине 10 минуттан уятырһың”, - тине гәзитен ҡалҡытмай ғына. Мин, сәғәтте секунды, минутына хәтлем һанап ҡуйҙым да, теүәл ваҡытында үҙен уяттым.
    Атайым мине “командировка”ға мотоциклда алып барҙы ла үҙе эшкә китте. Урамға килеп индем дә: “Ура, ҡарсәй, мин килдем! Хәҙер һиңә күңелһеҙ булмаясаҡ!” - тип ҡысҡырып ебәрҙем. Тауышымды ишетеп, өйҙән ҡарсәйем килеп сыҡты. Мин һуҙған командировка ҡағыҙын уҡығас: “Ярай, ҡыҙым. Һинең менән ысынлап та күңелһеҙләнергә ваҡыт булмаясаҡ, - тип йылмайҙы. - Ә әлегә, бар, быҙауҙарға һыу эсер”.
    Ҡарсәйем хаҡлы ялда, шуға көндәр буйы өйҙә. Мин уны бик йәлләйем, сөнки өйҙә ултырыуҙан да ҡыйын нәмә юҡ икәнен яҡшы беләм. Ярай әле Сания инәй менән Миңзәлә инәй хәл белергә инә, бергәләшеп сәй эсәләр, һөйләшеп ултыралар. Көҙгә тиклем бәпкәләре бар инде, шулар менән гөлдөр-гөлдөр килеп ваҡыт уҙғара. Тик ҡышын бит улар булмай!
    Кисен тал аҫтына ҡуйылған өҫтәл артына барыһы ла ашҡа йыйылды. Әсәйем менән атайым мотоциклда килеп етте, ҡартатайым – ЗИС-ында. Был мәлдә өләсәйемдең самауыры ҡумыҙ тарта ине инде. Өҫтәлдә яңы ҡаҙып алынған картуф менән ит, ҡырҡылған һалма һалып бешерелгән ҡоротло аш көтә. Ҡартатайға мейестән сыҡҡан ҙур түңәрәк икмәкте киҫергә генә ҡалды.
    Элек миңә ҡарсәй, өйҙә ултырғас, бер нәмә лә эшләмәй кеүек тойола торғайны. Хәҙер бының улай түгел икәнен аңлайым. Ҡарсәйемдең эше ҡасан башлана, беләһегеҙме? Ул ҡояштан да иртәрәк уяна! Таң менән һыйырҙарын һауғас, үҙенең һөт патефонын тоҡандырып ебәрә. Сепараторҙы шулай тип атайым мин. Боронғо булғанғалыр, уның үҙенең генә бер көйө бар. Шунан быҙауҙы күл буйына алып бара, мейестәге ҙур ҡаҙанда ҡорот ҡайната һәм уны моҡсайға һалып, эркетен ағыҙырға элеп ҡуя. Үҙе, һыуы ағып бөткәнсе, һалма ҡырҡып ала. Һалманы ҡарсәй гел күп әҙерләй. Бәләкәй генә балтаһы бар, шуның менән ваҡ ҡына итеп турай ҙа урындыҡҡа киптерергә һала. Ә был мәлдә инде мин уянам, икәүләп ултырып сәй эсәбеҙ. Төш еткәнсе әллә күпме эш эшләргә өлгөрәбеҙ.
    Түңәрәкләп ҡорот әүәләргә бик яратам. Уларҙы ҡарсәй аласыҡ стенаһына эленгән бәүелсәккә киптерергә һала. Ике таяҡ һәм тауарҙан ҡороттарға тип хәтәр генә бәүелсәк эшләп ҡуйған ул. Улар шунда бәүелә-бәүелә кибә.
    Төшкә тиклем беҙ күл буйына барып, быҙауға һыу эсерергә һәм ат ҡуҙғалағы йыйырға өлгөрөргә тейешбеҙ. Юҡ, ат ҡуҙғалағын үҙебеҙ ашамайбыҙ, уларҙы бәпкәләр ярата. Ике ҡосаҡ итеп йыябыҙ ҙа, бәйләп, арҡаға элеп алып ҡайтабыҙ. Ҡуҙғалаҡтың орлоҡтарын айырып алып, ҡатыҡҡа болғап, ҡаҙҙарға боламыҡ эшләйбеҙ. Ҡаҙҙар иҫтәре китеп ашайҙар. Йәнә ҡайтҡанда төшкөлөккә бешерергә картуф соҡоп алабыҙ. Ҡарсәй миңә шулай өйрәтте: ҡулыңды картуф тамырына тығаһың да иң эреләрен генә һәрмәп алаһың. Шулай итһәң, ваҡтары көҙгә саҡлы эреләнә әле. Күрәһегеҙме, ҡарсәйем ниндәй аҡыллы! Ул бик изге күңелле лә. Шаярһам да, бер ваҡытта ла әрләгәне юҡ. Әҙәм ҡылған насар эштәргә язаны кешеләр түгел, ә Хоҙай үҙе
  • бирә, ти ул.
    Ҡартатай ҡайтыуға төшкө аш һәр ваҡыт әҙер була. Ашарға ултырыр алдынан мин баҙҙан һөт менән ҡаймаҡ килтерергә тейешмен. Шуны аңлап етә алмайым: өйҙә беҙ бөтә нәмәне һыуытҡысҡа ҡуябыҙ, ә бында ниңә баҙҙа һаҡлайҙар икән? Кис һайын Миңзәлә апайҙың ҡыҙҙарын эйәртеп беҙгә “Тропиканка” ҡарарға килеүе лә аңлашылмай. Бәлки, уларҙа был сериалды күрһәтмәйҙәрҙер? Әллә ҡарсәй менән ҡарауы ҡыҙығыраҡмы икән? Телевизор ҡарағанда ҡулдар бәйләм бәйләй, реклама башланһа, хәбәр һатып алырға мөмкин бит.
    Иртән ҡартатайҙың мотоциклының үкергән тауышына уянып киттем. “Бөгөн ял! Ура!” - тип урынымдан һикереп торҙом. Ҡартатай беҙҙе ҡайҙалыр алып бара. Бына был исмаһам командировка! Тик тәүҙә ҡартатай ике сәғәтләп гаражында соҡондо, шунан ғына Иж Юпитер-3-өн урамға сығарҙы. Мотоциклыбыҙҙың исеме шулай оҙон беҙҙең. Ә руль алдындағы фарҙары скафандрға оҡшап тора. Каскаһын кейеп ултырһа, ҡартатай космонавтҡа оҡшай ҙа ҡуя. Тс-с-с. Тик көлмәгеҙ. Ҡартатайым ҡысҡырып көлгәнде бөтөнләй яратмай. Шунда уҡ: “Шаулар булһағыҙ, бар ҡайтып китегеҙ!” - тип әрләй. Шулай уҫал ул.
    Урманға миндек бәйләргә киттек. Ҡартатай миндек бәйләгәнсе, беҙ ҡарсәй менән еләк йыйҙыҡ, сәйгә һалырға тип хуш еҫле мәтрүшкә өҙҙөк. Урманда кискә саҡлы йөрөгәс, арытҡан, ҡайтҡас нисек йоҡлап киткәнде лә һиҙмәгәнмен.
    Иртән мотоцикл тырылдап уятманы мине, баҡсанан уның үкереүенән дә ҡурҡынысыраҡ тауыш ишетелә ине. Ҡартатайҙың бал ҡорттары күс айыра икән. Ярай әле бөгөн ял, ҡартатай өйҙә, ҡорттарын үҙе тотасаҡ. Әммә бер умарта ғына түгел, бер юлы икәү айыра ине, шуға ла ҡарсәйем дә, битлек кейеп, ҡартатайға ярҙам итә. Ул, кәстрүл төбөнә һуғып, бал ҡорттарын ҡурҡыта. Мине лә ярҙамға саҡырғайны ла, юҡ инде. Тәҙрәнән генә күҙәтеүемде дауам иттем. Ҡорттар кәстрүлдән ҡурҡа, ә мин – ҡорттарҙан. Беренсе күсте тиҙ тоттолар. Ә бына икенсеһе талдың иң осона барып ҡунды. Әйтерһең, һарыҡайҙар ҡартатайҙың ысын космонавтмы икәнен һынап ҡарарға теләй. Сәғәт ярым маташтылар ала алмай. Ҡартатайымдың эшенән ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡан. Әлбиттә ҡәнәғәт! Ике күсте дүртәү итте бит! Етмәһә, Петя бабай килде янына. Уның кеҫәһендә һәр ваҡыт әтәс һурғысы була. Шиғыр ятлаһаң, һиңә һурырға бирә. Әле лә улар янына барырға йыйынғайным, ҡарсәй мине күл буйына ебәрҙе.
    - Быҙауға һыу эсер ҙә картуф алып ҡайт, - тип һөйләп тә бөтмәне, мин, биҙрәне эләктереп, ҡапҡа яғына йүгерҙем. Тиҙерәк булырға кәрәк, йә Петя бабай ҡайтып китер. Ул ваҡытта һурғыс әтәс тәтемәйәсәк бит!
    Быҙауҙың тамағы туҡ. Елдереп ҡайтып барышлай картуф соҡоп алырға онотоуым иҫемә төштө. Уның өсөн алты-ете картуф баҡсаһы кире барырға кәрәк. Ярай, берәйһенекенә инәм дә алам, һиҙмәҫтәр әле, тип эйелә-бөгөлә кемдеңдер баҡсаһына индем. Сүкәйеп ултырып, тирә-яғыма ҡаранам: бер кем күренмәй. Йәһәт-йәһәт кенә иң эре картуфтарҙы соҡоп биҙрәмә һалдым. Инде өйгә йүгерергә лә була. Өлгөрҙөм! Петя бабай әле бында. Бал ҡорттары ла тынысланған, баҡсаға ҡурҡмай инергә мөмкин.
    - Әҙилә, өсөнсө күс айырманы бит әле. Ундағы бал ҡорттары иҫәнме икән? - тип һораны Петя бабай.
    Мин умартаға килдем Тып-тын. Йоҡлайҙар ахырыһы. “Петя бабай, улар йоҡлай!” - тип ҡысҡырҙым.
    - Көпә-көндөҙ йоҡлап яталармы икән ни? Тикшереп ҡара әле. Ана, таяҡты ал да тишегенә тығып болға, - ти Петя бабай.
    Уны шулай шаярталыр тип кем уйлаған! Таяҡты алдым да бал ҡорттарының өйөнә тығып та ебәрҙем, һәм башланды! Һары хужалар осоп килеп сыҡтылар ҙа әйҙә минең арттан! Мин тыпырсынып йүгереп ҡыярҙарҙы ла, помидорҙарҙы ла тапап иҙеп бөттөм. Ҡарсәй янына аҡырып барып еткәнсе, саҡ тауышымдан яҙманым.
    Урындыҡта ятам: бармаҡтар бөгөлмәй, күҙҙәр асылмай, бөтә тәнем әрней. Үҙемде йоп-йомро итеп хис иттем. Ҡарсәй көлмәне, ә ҡартатай, ҡышын ауырымаҫһың, тип шаяртты. Ауыҙым шул тиклем шеште, илай ҙа алмайым, күҙ йәштәрем үҙҙәренән үҙҙәре тәгәрәй генә. Бына һиңә командировка!
    Кисен күрше Ишмөхәмәт олатай инде. Ҡартатайым менән һөйләшкәндәрен тыңлап ятам:
    - Күрше, Әҙилә ейәнсәрең өйҙәме? - тип һораны ул.
    - Эйе. Ни булды, Ишмөхәмәт?
    - Һеҙ, күрше, ҡыҙығыҙҙы сит кешеләрҙең әйберенә тейергә өйрәткәнһегеҙ. Бөгөн кеше картуфлығынан биҙрәһенә картуф тултырғанын күрҙем.
    - Китсәле! Һеҙҙең баҡсағыҙҙанмы? - тип ҡабатлап һораны ҡартатай.
    - Беҙҙекенән түгел, әммә һеҙҙекенән дә түгел. Сәлимдәрҙең картуфлығынан.
    - Әҙилә менән үҙем һөйләшермен. Әгәр, ысынлап та, һин әйткәнсә кеше әйберенә тейһә, язаһын бал ҡорттары бирҙе инде. Ә һин үҙеңдең картуфлығыңды нығыраҡ ҡара, Сәлимдекен түгел.
    Уларҙың һөйләшкәнен тыңлап ятып, тын алырға ла оноттом. Вәт ҡартатайҙан миңә эләгәсәк! Ояты ни тора. Командировкам шуның менән тамам, ахырыһы. Ҡыбырларға ла ҡурҡып, бүрәнә кеүек ята торғас, йоҡлап киткәнмен.
    Икенсе көнө, уянғанда, ҡартатай эштә ине инде. Күҙҙәрем ҡояш нурҙарын күрә башлағайны. Ирендәрем дә ҡарсәйҙең ҡоймаҡтарын ашай алды. Сәй эскәндә ҡарсәй ҡартатайымдың миңә асыуланмағанын әйтте. Тик бына Сәлим бабайға барып, ғәфү үтенергә тура килер, юҡһа, икенсе тапҡыр командировкаға ебәрмәүҙәре лә бар.
    Ике көндән йомро Әҙиләнән үҙ хәлемә ҡайттым. Тал аҫтында самауыр сәйе эскәндә бал ҡорттары көнөн хәтергә алып, рәхәтләнеп көлдөк. Хатта ҡартатай ҙа. Тиҙҙән ҡайтып китәм, әммә был командировканы бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Ҡартатайҙың бал ҡорттары ҡылынған алама эш-ҡылыҡҡа язаны кеше бирмәгәнен тағы бер иҫбатланы.

 

Автор:аманат
Читайте нас: