+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
21 Февраль 2023, 09:00

21 февраль – Халыҡ–ара туған тел көнө

Һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнөбөгөн.

21 февраль – Халыҡ–ара туған тел көнө
21 февраль – Халыҡ–ара туған тел көнө

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти, был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле.

 

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көндө бөтөн илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә, һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.

 

Тҽлҽм йәшәй!

Ҡолағымда ҡурай моңо сыңлай,
Шундай нәфис уның тауышы.
Әйтерһең дә, ишетелеп ҡала,
Башҡортомдоң данлы яҙмышы.

Ошо моңдо тыңлап, күпме йылдар,
Тарих итеп яҙҙыҡ булмышты.
Милләт рухын,телебеҙҙе яҡлап,
Халҡым өсөн күпме һуғыштыҡ?

Һөйләй кеүек бөгөн ошо ҡурай
Бөйөк шәхестәрҙең яҙмышын.
Вәлидиҙәр, Бабич, Рәмиҙәрҙең,
Һалған көсөн, рухи табышын.

Телем тиеп, көрәшкәндәр улар,
Ҡаурый-ҡәләм алып ҡулына.
Халыҡ дошманына әйләнгәндәр,
Әйләнгәндәр усаҡ ҡуҙына.

Дөрләп янған улар иле өсөн,
Теле өсөн янып-көйгәндәр.
Башҡорт рухлы ил ағайҙарын
Милләтсе тип ситкә һөргәндәр.

Тарих төпкөлөнән сыҡҡан моңло был көй,
Һөйләй кеүек халыҡ яҙмышын.
Илем минең бөйөк.Телем йәшәй,
Сөнки башҡорт минең булмышым.
Вәсилә ХӘКИМОВА,
Ейәнсура районының Ейәнсура Башҡорт гимназия-интҽрнаты уҡыусыһы.

 



Башҡорт теле
Туған телем – башҡорт теле,
Яратам мин телемде.
Ошо телдә аралашҡан,
Башҡорт тигән халҡымды.

Һөйләшәйек туған телдә,
Юғалмаһын телебеҙ!
Юғалһа ғәзиз телебеҙ,
Бөтөр беҙҙең илебеҙ!

Инзилә ИСМӘҒИЛЕВА,

Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.

 

Башҡорт теле
Минең телем – башҡорт теле,
Тыуған илем – башҡорт иле.
Күңелемдә һәр саҡ йөрөй,
Туған телгә һөйөү хисе.

Ҡоштар һайрай, шишмә йырлай,
Һөйләшкәндә туған телдә.
Ҡыуанышып, шатланышып
Дуҫ йәшәйбеҙТыуған илдә.

Онотмайыҡ туған телде,
Телебеҙҙе һаҡлайыҡ.
Ҡәҙерләйек еребеҙҙе,
Тыуған илде яҡлайыҡ!

Ҡәҙриә КИНЙӘБУЛАТОВА,

Бөрйән районының Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы.

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: