Халыҡтың теле – уның бөтә тормошоноң бер ваҡытта ла һулымай торған һәм мәңге сәскә атып тора торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ һәм уның тыуған ере йәнләндерелә.
(К.Д.Ушинский)
Үҙенең әсә теленә булған мөхәббәтенә ҡарап, һәр бер кешенең мәҙәниәт кимәленә генә түгел, бәлки уның гражданлыҡ ҡиммәтенә лә баһа бирергә мөмкин. Үҙенең иленә ҡарата булған ысын мөхәббәтте туған теленә ҡарата булған мөхәббәттән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Үҙенең теленә вайымһыҙ ҡараған кеше - ул ҡырағай кеше. Ул үҙенең асылы менән зарарлы кеше. Сөнки әсә теленә ҡарата уның ғәмһеҙлеге үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙ ҡарауҙан килә.
(К. Паустовский)
Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел; үҙ телем – үҙ әйберем булған өсөн ярата күңел.
(М.Ғафури)
Һүҙ – ул телмәрҙең нигеҙ ташы. Үҙ халҡына һәм туған телгә булған мөхәббәт бер-береһенә айырылғыһыҙ бәйләнгән. Халыҡтың йәнле һөйләү теле – ул әҙәби телдең шишмәһе. Әсә теле – мәктәптә белем һәм тәрбиә ҡоралы.
(Ж.Ғ.Кейекбаев)
Ил менән тел төшөнсәһе миңә бер бөтөн. Мин әсәмдең телен уның үҙенән йолҡоп алып ҡарай алмайым. Ул тел минең үҙ телем һәм ул минең иң тура ата торған ҡоралым.
(Р.Ғарипов)
Тел үҙенең ҡулланыу өлкәһе ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәттең иң ҡиммәтле хазинаһы һанала.
(Ж.Кейекбаев)
Телдәрҙе күп белеү эске донъяны байыта.
(Б.Рафиҡов)
Телен һаҡлаған халыҡ – илен яҡлаған халыҡ.
(Р.Шәғәлиев)
Тел – халыҡтың йән һулышы, йәшәйеш ысулы. Тел бар икән, тел йәшәй икән – халыҡ та бар, халыҡ та йәшәй.
(Ш.Анаҡ)
Тел – мәңгелек, үлмәҫ, йәш, сикһеҙ…
(Ә.Әхмәт-Хужа)