+2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
21 Февраль 2023, 09:30

Үҙ телемдә ижад итәм!

Ауырғазы районының Талбазы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары “Аманат” журналын йыл әйләнәһенә алдыра, яратып уҡый. “Аманат” менән бергә улар илаһамланып, ижад итә! “Аманат”тың айырылмаҫ дуҫтарынан һеҙгә – шиғри күстәнәс.

Үҙ телемдә ижад итәм!
Үҙ телемдә ижад итәм!

Башҡорт  телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә!

Атай-әсәйем наҙлап һөйә мине,

Башҡорт телендә.

Башҡорт телендә һөйләшкән батырҙар ҙа

Урал, Алдар, Салауат.

Һис аямаған, башҡорт теле өсөн

Тәнен, йәнен, башында

Бөйөк исемдәре ҡалды

Бөйөк башҡорт ерендә!

Илзирә АБДРАХМАНОВА.

 

ххх

Башҡорттеле-туғантелем,

Башҡорттеле-әсәм  теле.

Башҡорт теле-минеңтелем,

Ғорурмын мин телемменән!

Заһитов Алик.

 

 ххх

Башҡортилем, ғәзизерем,

Башҡорт телем – тыуғантелем,

Башҡорттелем–ғорурхалҡым,

Ғәзизмиңәилем, телем!

 

Самат ҺАТЛЫҠОВ.

 

 

Ххх

Атайым мине күргәс тә,
Балам, тип ҡулға алған.

Саф башҡортсалап ҡына,

Ислам, тип исемҡушҡан.

 

Үҙ телемде белеп, мин дә үҫтем,

Башҡорттелендәһөйләшәм.

Кескәй генә туғаныма,

Башҡорттеленөйрәтәм.

 

Ислам ҒӘЛИУЛЛИН.

ххх

 

Башҡорт телем

Мин ғорурмын һөйләшкәнгә

Туған башҡорт телендә.

Атай, әсәй рәхмәтлемен

Ошо тел өсөн һеҙгә.

Өйрәттегеҙ миңә тыуғас

Башҡортса бик күп һүҙҙәр.

Атай, әсәй һәм һеңлем тип

Наҙлап әйтәм мин хәҙер.

Онотмағыҙ бер ҡасан да,

Үҙ туған телегеҙҙе!

Өйрәнегеҙ һөйләшергә

Үҙ туған телегеҙҙә!

Карина ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,

“Аманат” журналының “Йәш хәбәрсе”һе.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: