+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
21 Март 2023, 13:35

Шиғырҙар шәлкеме

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы Башҡорт гимназияһының 10-сы синыф уҡыусылары " Телмәр мәҙәниәте" дәресендә, 21март- шиғриәт көнөнә, яҙ темаһына шиғырҙар ижад итте. Яратҡан баҫмабыҙ "Аманат"ты уҡыусы дуҫтарыбыҙға ла тәҡдим итергә булдыҡ.

Шиғырҙар шәлкеме
Шиғырҙар шәлкеме

     Яҙ һулышы

Ҡоштар ҡайтты сит яҡтан,

Боҙҙар ирей юлдарҙан,

Таң атыуҙар яҡтыраҡ,

Беҙҙең уйҙар наҙлыраҡ.

Хәҙер көндәр оҙайҙы,

Төндәр инде ҡыҫҡарҙы,

Ҡояш нуры йылыраҡ,

Йәй көндәре яҡыныраҡ.

Йөрәк яҙ сәскә ата,

Күңел тышҡа ашҡына,

Сағыу ҡояш нурында,

Яҙ һулышы сағыла.

Заһитова Эльвина,

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге

 Талбазы башҡорт гимназияһының 10-сы синыф уҡыусыһы

 

      Яҙ килә

Донъябыҙҙы йәмләп,

Илемә яҙ килә.

Ҡояш сағыу нур сәсә,

Ҡарҙы ул тиҙ  иретә.

Моңло ҡоштар тауышы

Кәйефтәрҙе  күтәрә.

Ҡышҡы татлы йоҡонан

Бар тәбиғәт уяна.

Һәммәбеҙ ҙә ҡыуана

Йәмле яҙ килеүенә.

Йылғыр гөрләүектәр ҙә

Яҙ етеүгә шатлана.

Вәлишин Айвар,

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге

 Талбазы башҡорт гимназияһының 10-сы синыф уҡыусыһы

 

        Ҡояш йылмайып көлә

Бына көткән яҙ килә,

Ҡарҙар ирей, боҙ китә,

Ҡояш йылмайып көлә,

Үҙенең нурын һибә.

Күңелдәр ниҙер көтә,

Йөрәк тә ниҙер һиҙә.

Яҙ, яҙ  килә, яҙ килә!

Ергә гүзәллек килә!

Назарова Диана,

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге

 Талбазы башҡорт гимназияһының 10-сы синыф уҡыусыһы

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: