

Беренсе бүлек
Йәй. Асыҡ ишектән һыйырҙарҙың мөңрәүе, сыбыртҡы шартылдауы, кәзә-һарыҡтарҙың баҡырыуы ишетелә. Мәнфүзә, тупраҡҡа ҡатҡан аяҡтарын арҡыры юрған аҫтынан сығарып, кирелеп-һуҙылып ята бирҙе лә, кәртә эсенә йүгереп сыҡты. Унда ҡыҙыл әтәс, ҡара тауыҡ, тибенеп, себештәрен туйҙыра. Уларҙың үҙ донъяһы – балаларын ҡайғырта.
Ә Мәнфүзәнең тамағын уйлаған кеше бармы? Атаһы иртә таңдан ҡара кискә тиклем буйы колхоз эшендә. Уның арыған йөҙөн, ҡыҙарған күҙҙәрен, эскә батҡан яңаҡтары күреп кенә ҡала. Өс-дүрт сәғәт кенә йоҡлай ҙа тағы ла юҡ була. Әсәһенең уға ҡойған йомағы кеүек. Нисек әле? Ай күрҙе, ҡояш алды. Ҡыҙыйҙың эсендә "ас бүреләр олой”. Хәлһеҙләнеп утынлыҡтағы түмәр өҫтөнә сүгәләй. Ҡояш нурҙарына иркәләнә торғас, яйлап баҫып урамға ыңғайлай. Ауыл тып-тын, бер әҙәм күренмәй. Тирә-яҡта бушлыҡ. Арғы оста кемдеңдер ул өйгә, был өйгә һуғылғаны күренде. Почтальон. Күрше Ташбулат ауылы малайы. Көн дә тиерлек гәзит, хат ташый. Һәр өйҙә уны түҙемһеҙлек менән көтәләр. Хәбәрсене яратмағандар күп. Ул шатлығына ҡушып ҡара ҡайғыһын да алып килә. Ҡалтыранып ул биргән өс мөйөшлө хатҡа ҡулдарын һуҙалар. Кисә генә почтальондың күрше Хәйретдин бабайға ингәнен күрҙе Мәнфүзә. Ул киткәс, ошоғаса өйҙән берәү ҙә сыҡманы.
Кисен өйҙәргә етеле шәм алғас, атаһы менән әсәһе Хәйретдин бабайҙарҙың хәлен белергә уларға ыңғайланы. Бында Мәнфүзәнән саҡ ҡына өлкәнерәк Фәрит исемле малай йәшәй. Элегерәк, һуғыш башланырҙан алда бер урам балалары йыйылышып уйнар ине. Хәҙер уйын ҡайғыһы юҡ. Бабай менән әбей ауыр уйҙарға батҡан. Фәриттең йөрәге, яҡын кешеһен юғалтыуҙан өҙлөкһөҙ һулҡылдай. Мәнфүзәнең әсәһе яулығының осо менән күҙҙәрен һөрттө. Хәйретдин бабай "Улым, улым..." тип, бер туҡтауһыҙ һыҡтай. Атаһы, өҙгәләнгән бабайға ни әйтерен белмәй, уның янынарыҡ урын алды. Гөр килеп торған ауылдың ниңә бушап ҡалғанын күптән аңлай Мәнфүзә. Германия тигән яуыз ил ата-бабаларын көн дә ҡыра.
Ҡыҙҙар Мәнфүзәгә: "Атайың һуғышта булмаған. "Йөн табан", – тиҙәр. Әллә табанына йөн үҫкәнме? Атаһы йоҡлап киткәндә, тороп ҡарағаны ла бар. Табаны шып-шыма, йөнө күренмәй. Илап әсәһенә һөйләне. "Һуғыш – уйын түгел, балам, бер кемде лә аямай", – тине. Атаһы аяғының шешеп үҙәккә үтеп һыҙлауына сыҙамай кейеҙ ураған була. Ауыртыныуын шулайтып баҫа. Әллә нисә һарыҡ йөнө етмәй, тип аптырай әсәһе. Атаһының атлай алмағанына ҡәһәрле Гитлер ғәйепле. Ә Мәнфүзәнең тиҫтерҙәре, уйнап ҡына үҫер мәлдәрендә, таңдан тороп эшкә егелә. Бөтәһе лә фронт өсөн. Ҡара ергә ҡар ятмай, колхоз эше бөтмәй, мәктәпкә барыу юҡ.
– Мәзмүрә! Мәнфүзәне уят. Ер һөрөргә бараһығыҙ, – тип, бригадир атаһы уларҙы таң һарыһы менән уята. Күҙенә төйөлгән йоҡоно йоҙроҡтары менән ыуалай. Сибек кенә кәүҙәһен, тәҙрә ярығынан өргән ел, күтәреп алып, юғарырға мендерер ҙә, осортоп алып китер төҫлө. Туҡта, асыуланма уға! Мамыҡ һымаҡ еңел генә кәүҙәле булһа ла, яуыз Гитлерға еребеҙгә хужа булырға ирек бирмәй, тиңдәштәре менән бергә көрәшә бит әле. Атаһы шулай ти. Ҡулдарын өҫкә күтәреп, аяҡ остарына ғына баҫып, өҫтәл янына барҙы. Кисәге эштәре өсөн һәр йән эйәһенә берәр стакан он бүленгәйнеләр. Алабута, әтлек ҡушып бешергән йоҡа ғына көлсәгә үрелде. Әсәһе өйрәткәнсә, икмәкте яйлап, тәмләп, өҫтәлгә төшкән валсыҡтарын бармаҡ биттәре менән сүпләп ашаны.
Атаһы балаларҙы тейәп эшкә алып китте. Ялан аяҡ малайҙар һуҡаны баҫа. Мәнфүзәгә һуйыл бирҙе. Тыңлашмаған үгеҙҙәрҙе ҡыуалай. Туҡтаған мәлдә, күктәге саҡ күтәрелеп килгән ҡояшҡа күҙ һала. Әле эшләргә лә эшләргә. Әһә, бер банка ойотҡан бирҙеләр. Ул ҡыҙыйҙы ойотоп, ауырайтып ебәрҙе. Әммә, күҙҙәрҙе йоморға ярамай. Көскә, ауырайған күҙ ҡабаҡтарын асты. Ярамай йоҡларға! Алыҫта, ауылдаш ағайҙар, бабайҙар, олатайҙар баштарын һала. Мәнфүзә ер йөҙөндәге иң яуыз Гитлер тигән дошманға ауылын, яландарын, урманын, таштарын уйнатҡан Бикембәт йылғаһын, Һыуосҡан шарлауығын, Ҡарабалыҡлы күлен бирмәйәсәк! Күп тә үтмәй, Йәнйегет бабайҙың сыбыртҡыһы шартланы. Мәнфүзә менән Зөһрә һуйылға тотондо. Ҡатын-ҡыҙҙар һауыттарын алып, ергә бойҙай орлоҡтарын һипте.
Баш осонда һағышлы тауыш ишетелде. Ауыр ҡанаттарын һәлмәк ҡағып торналар оса.
- Торнала-а-ар! Атайымды күрмәнегеҙме? – тип, улар артынан сапты Зөһрә. Әммә ҡоштар яуап бирмәне. Улар, ҡыҙыйҙы йәлләп, һағышлы ауаздар сығарып, күҙҙән юғалды. Изге күңелле ҡоштар ҡыҙҙың йәтим ҡалғанын белмәйҙәр ине. Бер кем дә...
Бойҙай төшкән ергә көслө ямғыр тамсылары һибелде.
Икенсе бүлек
Бөгөн дә атаһы уларҙы арбаға тейәп баҫыуға эшкә алып китте. Халыҡ эш менән мәшғүл. Араларында ике өлкән йәштәге бабай ҙа күренә. Бына күрше олатай туҡтап, күлдәгенең еңе менән маңлайының тирен һөрттө.
– Эй, маңҡалар, килдегеҙме? – тине, Хәйретдин бабай ҡуйы ҡаштары аҫтынан уҫал ҡарап. Ялан аяҡлы, башы ғүмере тараҡ күрмәгән, сәсе бал ҡорто күсе кеүек ойошҡан әхирәте, һабын күрмәгән күлдәге еңенә танауын һөрткөләне. Атаһы:
– Олатайҙар артынан ерҙе тырматығыҙ. Ҡарағыҙ уны, туҡтап тораһы булмағыҙ. Фронтҡа, еңеу өсөн икмәк кәрәк, – тип малайҙарға ағас тырмалар тотторҙо. – Баҫыуҙы таҙа тоторға кәрәк, ишеттегеҙме? – Берәй бөртөк бойҙайҙы ауыҙығыҙға ҡапҡанығыҙҙы күрһәм, – тип бармағы менән янаны. Баш ҡалҡытмай эшләгеҙ! Аламаһын ҡалдырмағыҙ!
– Мә, һуйыл, анау ябырылған ҡарғаларҙы, ҡырылғырҙарҙы ҡыуала, - тине Йәнйегет бабай Зөһрәгә. Әхирәтенең ҡап-ҡара булып ҡайышланып ҡатҡан үксәле аяҡтарына ҡарап, Мәнфүзәнең йөрәге һулҡылданы.
Эҫелә шашҡан күгәүен талауынан алйыған һыйырҙар тыңлашмай. Ҡояш түбәне яндыра. Бына, шәп-шәп атлаған берәү күренде. Ҡулына ниндәйҙер һауыт тотҡан.
– Мәзмүрә килә, – тине Йәнйегет бабай, һыйырын һөрөнтө ерҙең ситенә сығарып. – Ял итәйек.
– Минеке алыҫтағы күл буйына китте, – тине Зөһрә.
– И, балаҡайҙар, – тип, Мәзмүрә апай һәр береһенең һауытына сиратлап ҡатыҡ ҡойоп сыҡты. Ололар аҡты яйлап һемергәнсә, ҡыҙҙарҙың һауыты бушаған. Рәхмәт һәүкәштәргә. Улар булмаһа, нисек көн итерҙәр ине икән. Һәүкәштәрҙең ризығы былай ҙа арыған бала-сағаның быуынына төштө. Ҡыҙҙар арба тәгәрмәсенә һөйәлеп, сүгәләп ултырҙы. Ҡатыҡ уларҙы ойотто. Әсәһе һөйләгән әкиәттәге йөҙ ҡат күпмә түшәк аҫтындағы бөртөк бойҙайҙы ла һиҙгән бай ҡыҙы бармы ни!?
Нимәлер шыптырҙаны... Ауыр күҙ ҡабаҡтарын кемдер аҫҡа тарта, ебәрмәй. Нәҙек кенә эрзин итектең ситен һыҙырып алғандармы... Йылан! Тораташтай ҡатҡан. Был имәнес йәнгә нимә кәрәк!? Бағаналай һуҙылып, һәйкәлгә әйләнгән. Ниңә ул Мәнфүзәгә төбәлгән? Имәнес йәмһеҙ ят йән эйәһен ҡулы менән ситкә һелтәне. Тура баҫты! Ҡысҡыра ла, һөйләшә лә алмай. Бер аҙ шулай торғас: "Йы-ла-а-ан! Йы-ла-а-ан”, – тип ҡысҡырып илап, әсәһенә табан йүгерҙе.
Малайҙар һыу һирпеп сәй ҡайнатҡан усаҡты һүндереп маташа. Эргәләге һаҙҙан ҡарағат сыбығын һындырып алып килделәр. Бөрөләре сәскәгә тумаланған. Ваҡ ҡына япраҡтары ла уйылып сыҡҡан. Ошо осорҙа витаминдарға тулышҡан мәле, тиҙәр. Әсәһе үткән йәйҙә быҡтырған ҡурай еләге япрағын бөтөрмәй һаҡлап тота. Ошо сәйенән өлөш сығарып ҡушҡас, сәй ҡыҙғылт төҫ алды. Әтлек, алабута ҡушып бешерелгән көлсәһенең бер мөйөшөн кимтеп алып, ҡыҙына һалды. Зөһрә лә ҡулын һуҙҙы. "Яйлап сәйнәп ашағыҙ", – тине Йәнйегет бабай. Көнөнә бер тапҡыр эләккән икмәкте, мотлаҡ, тәмләп сәйнәргә кәрәк шул! Буҫығып илауҙан ҡыҙарған күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап, йыш-йыш тын алып, саҡ ашап бөттө Мәнфүзә.
Офоҡ артына ҡояш ҡыҙарып батыуға ғына өйҙәренә юл алдылар.
Өсөнсө бүлек
Сепарат тауышына Зөһрә килеп инде. Бармағының осо менән айыртылған һөттөң өҫтөндәге күбекте яларға тотондо.
– Әсәйең ҡайҙа? –тип һораны Мәзмүрә апай, яулығының осо менән күҙҙәрен һөртөп.
– Үләнле күле буйына бесән сабырға китте, - тине лә ситтә ойоторға ҡуйған ойотҡанға йәбеште. Мәнфүзә, олатаһынан ҡомартҡы булып ҡалған, остары тешләнеп ярылып бөткән ағас ҡалаҡ ишаратын тотторҙо.
– Әйҙә, алмаш-тилмәш ялайбыҙ, мин, шунан – һин. Күбеккә генә хушһынмай, әхирәте ҡатыҡты ҡалаҡлап һемерергә тотондо.
– Ойотҡанға теймәгеҙ. Атайың эшселәргә алып китер, – тип әсәһенең тыйыуы булды, ҡыҙҙар икәүләп ҡысҡырып иларға тотондо. Улары уғата оторо ҡыҙып, ашарға таптырҙы. Астың асыуы яман тигәндәй, Мәзмүрә апай ҙа ярһыны. Һөт айыртҡысты туҡтатып, бәләкәй генә ағас сеүәтәгә ойотҡанды тултырып ҡойоп, бер ҡалаҡ ишараты ҡаймаҡты туҡып бирҙе. Ҡыҙҙар күҙ асып йомғансы һауытты бушатып, ҡалағы-ние менән ялап таҙартып та ҡуйҙы.
– Икмәк тигән нәмә юҡ шул беҙҙә. Иген уңа ла уңыуын, уны вагондарға тейәп, алыҫтарға, һуғыш барған яҡтарға алып китәләр шул, балаҡайҙар. Бер ҡышҡа ҡуян сарығы ла сыҙаған тиҙәр бит әле. Ҡалайтаһың, яҙмышҡайҙарығыҙ, күрәһеләрегеҙ шулай булғас. Ҡыҙҙар күбеккә йомолдо. –Ялағыҙ күбекте, ялағыҙ! Ағайымды, ике һыйыр тота тип, башын төрмәлә сереттеләр. Мине лә алып китһендәр!
Зөһрә, һөт бушатҡан биҙрәне ҡырып, ситтәрен яларға кереште.
– Ҡыҙым, кисә генә әсәйең килеп ике стакан он алып ҡайтҡайны ла һуң.
– Беҙ уны һыуға болғап ашаныҡ, – тине Зөһрә. – Әсәйемде һыбайлы бесәнгә алып китте. – Унда әсәйем мылтыҡтан атырға, окоп ҡаҙырға өйрәнәбеҙ, тип һөйләйсе.
– Атаҡ, ниңә күбекте ялайһығыҙ? – тип, ҡабалан ғына ингән ағай биҙрәне ситкә ҡуйҙы. – Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар эшкә сыға. Улар яларҙар. Һыу булһа ла эсеп тороғоҙ. Беҙгә барып, ана, тоҙ ялағыҙ. Тоҙ ялағыҙ ҙа һыу эсегеҙ. Асығыуығыҙ баҫылыр. Тауҙа йыуа сыҡҡан. Йыуа, ҡымыҙлыҡ, ҡайын итен һыҙырып ашағыҙ, һарына соҡоғоҙ. Бесәнселәрҙең өлөшөнә тейәһе булмағыҙ!
ДАУАМЫ