Дүртенсе бүлек
Һуғыш башланғанда ҡыҙҙар беренсе синыфҡа уҡырға төшкәйне. Дәфтәрҙәре, китаптары, хатта ҡаурый ҡәләмдәре лә бар ине. Фатима апай тәү башлап, өндәрҙе ҡушып уҡырға, яҙырға өйрәтте. Фронттан килгән хатҡа яуап итеп уҡый-яҙа белмәгәндәргә хат яҙышып бирергә тейешһегеҙ, тигән маҡсат ҡуйҙы. Мәнфүзә менән Зөһрә тырышып-тырмашып уның ҡушҡанын өйрәнеп, уҡыу йылын тамамлауға апаруҡ белемгә эйә булды. "Большевик" колхозында ферма малдарына Үләнле күле буйында ҡатын-ҡыҙҙар балалары менән бергә ҡуна-ятып бесән әҙерләй. Афзал ағай Мәнфүзә менән Зөһрәне лә үҙе менән алды. Йәнйегет менән Хәйретдин олатайҙар уҫаҡтан ағас тырмалар әҙерләй. Ҡыҙҙар кемуҙарҙан кипкән яҫмаларҙы йыя. Көнө-төнө ҡулдарынан тырма төшмәй.
Һәр ваҡыттағыса ике бабай эш ҡоралдарын төҙәтә, салғыларын тапай. Мәнфүзәнең дә тырмаһының теше һынды. Бабайҙар йәһәтләп яңы теш ҡуйып та бирҙе.
Алыҫта кемдеңдер ҡулдарын болғай-болғай йүгерә-атлай килгәне күренде.
– Хәйерлегә булһын, – тине олатай. – Почтальон Сәфәр килә. Уң күҙем тарта ине, былай.
Сәфәр килеүгә бесәнселәр уның янына йыйылды.
– Ҡарағыҙ. Күсем ауылыныҡы тиҙәр. – Һәр береһе ҡарап сыҡты Сәфәр алып килгән гәзитте.
– Минең Таһир улым да баһа. Әйҙә, ҡыҙҙар уҡып ишеттерегеҙ, –тип Йәнйегет олатай тыңларға әҙерләнде.
"28 сентябрь, 1943 йыл.
Гвардия подполковнигы Таһир Тайып улы Кусимов полкы һуғыштар осоронда 19 ауылды азат итте. Десна, Снов, Сосница, бигерәк тә Днепр йылғаһын уңышлы аша сығыуға өлгәште. Был йылға аша сығыуға төрлө ҡулайламалар ярҙамында беренсе булып аша сығып, дивизияның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәне. Кусимов ошо мәлдә батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтте. Ул юғары хөкүмәт наградаһына – Советтар Союзы Геройы исемен биреүгә лайыҡ. 7-се атлы корпус командиры гвардия генерал-майоры Малеев".
Бөтәһе лә шымып ҡалды. Йәнйегет бабай:
–Рәхмәт, улым! Батырҙар тоҡомонан бит үҙе лә. Олатаһының ир туғандары барыһы ла хәрби ине.
– Һинең дә туғаның ул, ҡыҙым, – тип һүҙ ҡушты атаһы Мәнфүзәгә. Ҡыҙ ауылдаш герой тураһында гәзит битенән уҡып ишеттергәненә сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе.
Бишенсе бүлек
Мәнфүзә атаһын һирәк күрһә лә, бөгөн уның төшкөлөккә ҡайтып китеүе юҡҡа түгелдер. Ғәҙәттә, ул йоҡлағанда район үҙәгенә әсәһе әйләндергән ҡаймаҡты алып китә. Көндәр буйы колхоз эшендә. Әсәһе йәй буйына кешеләр алып килгән һөттө эшкәртеүҙән бушамай.
– Ҡатын, кисә Үләнле күле буйына Хөснөтдинов ағай һуғылғайны. Ошо араларҙа Таһир ағай килергә тейеш икән. Алдан яйлап әҙерләнергә ҡушты. Таһир ағайҙың кем икәнен беләһең бит инде. Нимә бар, ҡырып-юнып әҙерләнмәйенсә булмаҫ.
– Әй, әттәгенәһе! Ундай кеше яңғыҙ йөрөмәҫ. Герой кеше бит. Эй, Хоҙайым, кискә табан еп өҙөрлөк тә хәл ҡалмай. Байрам ҡайғыһымы ни инде. Йә, Хоҙай! Ҡатындарға әйтергә кәрәк.
– Һәр береһенән нимә булһа ла арттырып табырға тырыш. Ябай ғына түгел. Герой тигән даны бар! Күсем ауылын данға күмгән ауылдаш, етмәһә, ҡайнаға ла бит әле. Әйҙә, тирмәнеңә ултыра һал.
– Афзал, Хөснөтдин түрәнән йыуасалыҡ, бер-ике өшәлек он һорайһыңмы әллә?
Ауылдаштарына ҡушылып, Мәнфүзә менән Зөһрә лә геройҙы ҡаршыларға әҙерләнә башланы. Өләсәләренең һандығын аҡтарҙы.
Алтынсы бүлек
Көнө-төнө сабауыллап, йәштәренә тап килмәгән хеҙмәткә йәлеп ителгән балалар, арып-талып, кис етер-етмәҫтән йоҡоға тала. Мәнфүзәне лә ҡаты йоҡо баҫты. Еҙтырнаҡ туҡтауһыҙ лауҡылданы. Атаһы өйгә инде. Мәнфүзә уянды...
– Ҡайҙа ғына барһам да, бала-сағаларына тиклем "йөнтабан килә" тип төртә лә тораларсы. Ҡасҡын да түгелмен. Үҙең беләһең, Мәзмүрә, һуғыш ағас мылтыҡтан атышып уйнау түгел. Ашар ризығым, эсәр һыуым бөтмәгәндер.
– Әллә кеҫәңә йәшереп һалған һары яулығым һине ҡайтарып алдымы?
– Иң насар кеше мин ауылда. Йөнтабан бригадирмын. Кәртәләренән быҙауын, атын етәкләп алып сығып китеү генә түгел, уларҙы аҡтан мәрхүм итәмен. Улай ғына ла түгел, майын, йомортҡаһын, йөнөн, тиреһен, бойҙайын, арышын, һолоһон ҡырып-һыпырып ауыҙҙарынан тартып алам. Бөтә нәмә фронт өсөн, еңеү өсөн! Кешеләрҙең ҡарғышы, күҙ йәше төшмәҫ тиһеңме?
– Бында ла ҡаты ҡул кәрәк.
– Һуғыш сыҡҡандың беренсе көнөндә үк Нияҙғол ауылынан Шөғәйеп менән киттек. Алты ай буйы Алки нда һуғышырға өйрәндек. Шалонға тейәп, фронтҡа оҙаттылар. Китеп барабыҙ. Поезд рельстан сыҡты. Түңкәрелде. Вагондарға ут тоҡанды. Ундағы мәхшәр... Ҡайһылары эстәренән сыҡҡан эсәктәрен тотоп ята. Мин дә иҫтән яҙғанмын. Үлгәндәрҙе моргҡа ташыйҙар. Мине лә. Шөғәйеп ҡәбер ҡаҙған. Мине күмәйем тиһә, иҫемә килгәнмен. Эй, үкенесле донъя. Һуғыш яланына барып етә алмай, госпиталгә барып юлыҡтым. Ете балабыҙ үлеп торҙо, ошо Мәнфүзәм генә йәшәһен инде, һине бәлә-ҡазанан һаҡлаһын тип, уның ябынған һары яулығын биреп ебәргәйнең.
– Беҙ һуғыш һалдаттары булмаһаҡ та, тыл һалдаттары булырбыҙ. Тырыш хеҙмәтебеҙ, саф намыҫыбыҙ менән беҙ ҙә еңеү өсөн бар көсөбөҙҙө һалып ас-яланғас тырышабыҙ, – тине әсәһе.
– Балаларҙы, тол ҡатындарҙы илатып, кәртәләренән малдарын алып сығыуы еңел тиһеңме? Күҙҙәре эскә батып, ҡулдарын һоноп һоранып торған етемдәрҙең күҙ йәше үҙәгемде өҙә, Мәзмүрә... Аслыҡтан эстәре күбеп, күпмеһе теге донъяға китте. Һаулығым булһа бөгөндән фронтҡа китер инем!
– Юҡ, яңылышаһың, Афзал. Беҙ уларҙы етем итмәнек, әсәләрен тол ҡалдырманыҡ. Ирҙәре яу яланында фашистарҙы ҡырһа, беҙ бында уларға ярҙам итәбеҙ. Яҡшыға өмөт итәйек.
Дауамы. Башы 24.03.2023 йыл. https://amanat.su/ сайтында