+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
26 Март 2023, 14:15

Герой менән осрашыу. Хикәйә. Дауамы

Геройҙы Ташбулат менән Күсем ауылы араһындағы тәпәш Сусаҡ тауҙа ҡаршыларға булдылар. Иртә таңдан һәр кемдән йөрөп йыйған ит, ризыҡты тейәп, әсәһе менән атаһы шунда ашыҡты. Ҡояштың алтын нурҙары ҙур батмустай күлде әле генә һыҙғыслаған мәле.

Герой менән осрашыу. Хикәйә. Дауамы
Герой менән осрашыу. Хикәйә. Дауамы

                                       Етенсе бүлек

  Ололар менән бергә бала-саға тыңғыһыҙланып, сабауыллай. Ниндәй икән ул батыр?

  Геройҙы Ташбулат менән Күсем ауылы араһындағы тәпәш Сусаҡ тауҙа ҡаршыларға булдылар. Иртә таңдан һәр кемдән йөрөп йыйған ит, ризыҡты тейәп, әсәһе менән атаһы шунда ашыҡты. Ҡояштың алтын нурҙары ҙур батмустай күлде әле генә һыҙғыслаған мәле.

   Тау түбәһенән тирә-яҡ көҙгө кеүек күренә. Яйлап ауылдаштары ла күренә башланы. Бер аҙҙан ҡурайын тотоп, Йәнйегет бабай күтәрелде. Ташҡа ултырып, ҡурайын һыҙҙырып ебәргәйне, тирә-яҡҡа ошоғаса ишетелмәгән моң урғылды. Мәнфүзә, һоҡланыуҙан, ултырған еренән  тороп баҫты. Олатай уйнаны ла уйнаны.

 – Балалар, Ташбулат ауылы яғын ҡарап тороғоҙ. Был яҡҡа килгән ат күренһә, әйтерһегеҙ, – тине ололар. – Таһирҙы Хөснөтдин рәйес алып килергә тейеш.

     Балалар кемуҙарҙан тауға менде лә төштө, ул яҡҡа ла, был яҡҡа ла бер туҡтауһыҙ йүгергеләне. Ҡаҙандағы боҫрап торған итте алып, бер ситкә ҡуйыуҙары булды, Зөһрә ҡысҡырып ебәрҙе. Сабаҡты күленең урта тирәһенән аттың килеүен тойомларға була. Бына кырандас түмәләс тауға килеп терәлде. Унда өс кеше күренде. Ҡайһыһы герой икән? Хөснөтдин рәйесте таный Мәнфүзә. Атаһына килеп урай. Улар араһында хәрби кейем кейгән, олпат кәүҙәле, ике яҡ түшенә  орден-миҙалдар таҡҡан бабай иң тәүҙә Йәнйегет олатайҙы ҡосаҡлап алды. Костюмының һул яҡ мөйөшөндәге алтын миҙалдары, ҡояшта йымылдай. Бөтәһе лә уға ынтылды, герой менән ҡул биреп күреште. Зөһрә менән Мәнфүзәне күреп ҡалып, уларҙы юғарыға күтәреп төшөрҙө. Бындай өлкән, таҙа кәүҙәле, матур йөҙлө геройға ҡыҙҙар һоҡланып туйманы. Ул бөтәһенән дә бейегерәк, ҡалҡыуыраҡ, көслөрәк, йөҙө ҡояш кеүек йылмая. Үәт, исмаһам, ысын герой! Ҡыҙҙар уның хәрби кейеменә, биленә тағылған портупеяһына, тура танауына, ҡыйыу ҡараған күҙҙәренә ҡарап туя алманы.  

 – Аллаға шөкөр! Улым менән күрештергән Хоҙайыма рәхмәт. Юл оҙон, юлдан уй оҙон, тигән боронғолар. Ҡайҙа, ҡайҙа? Ниместе бешкәнһең, Днепр һыуын кискәнһең! Афарин! Советтар Союзы Геройы, Гвардия кавалерия полкы командиры, гвардия подполковнигы булып үрләгәнһең.  Йондоҙҙарҙың алтынын ҡаҙағанһың түшеңә! – тип, Йәнйегет бабай геройҙың түшендәге бихисап орден-миҙалдарҙы әйләндереп-әйләндереп ҡарап һоҡланыуын белдерҙе.  

 – Һағындырҙығыҙ, ауылдаштар. Хәлдәрегеҙ нисек? Нисек йәшәйһегеҙ, туғандар? 

 – Тырышабыҙ, – тип шаулаштылар ауылдаштар. – Ә фронтта хәлдәр нисек? Һуғыш бөтөргә уйламаймы?  

    – Дүртенсе йыл һуғышабыҙ. Фашистар ҡаты тора. Танкылар ут сәсә. Самолеттар өҫкә бомба яуҙыра. Нимес һалдаттары туҡтауһыҙ һөжүмгә күтәрелә. Мәхшәр... Аттарыбыҙҙы гранаталар бәйләп шартлаталар. Их, ошонда Башҡортостанымдың Ҡырҡтыһының бер мөйөшө генә лә етер ине тим. Ҡайҙан? Биш мең алты йөҙ ҙә алтмыш аттан иллеһе лә ҡалманы. Дүрт мең кавалеристың ни бары биш йөҙө иҫән ҡалды. Һуғыш беҙҙең еңеү менән бөтәсәк Алла бирһә. 

 – Күсемдекеләр күренмәнеме шунда? – тине ҡатын-ҡыҙҙарҙың берәүһе ҡыйыуһыҙ ғына. 

 – Мораҙым минең полкта. Миномет ҡорай. Мәһәҙей, Ташбулат, Заһретдинов та ҡыйыу һуғышалар. Таштимерҙән ике Ғәбитов та һуғыша.

 – Элек-электән башҡорттарҙың батыр һуғыша тигән даны таралған. Салауатыбыҙҙай батыр ҡайҙа? Беҙҙең Таһирыбыҙ! – тип геүләште батыр менән һоҡланыуҙарын йәшермәй ауылдаштар. 

   Ир-ат оҙаҡ ҡына гәпләште.  

  Ҡатын-ҡыҙҙар бишбармаҡ әҙерләгәнсе, Йәнйегет бабай ҡурайын алды һәм тирә-яҡҡа, Ҡырҡтытау буйлап алыҫтарға йыр яңғыраны. Кем йырланы тип уйлайһығыҙ? Мәнфүзә менән Зөһрәнең герой бабайы. 

...Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы, 

Уйландыра уйсан да ирҙәрҙе. 

Уйландырып ҡалмай, моңландыра, 

Һағындыра тыуған да ерҙәрҙе. 

   Бөтәһе лә уйға ҡалып тыңланы. Шул тиклем дә һағынған икән Таһир Кусимов йәнтөйәген, ауылдаштарын!

 – Ҡыҙҙар! –тигән тауышҡа ҡаҙан янына йүгерҙеләр. Зөһрә:  

 –Һандығынан алған ошо ҡупшы балаҫҡа өләсәйем Геройҙы ултыртырға ҡушты. Ул ҡотло балаҫ, ти. Ул шунда ултырһа, һуғыш та бөтөр, бабайың үҙе лә имен-һау әйләнеп ҡайтыр тине, – тип ашъяулыҡтың ситенә түшәне. 

 Улар ҡомғанға һыу ҡойоп, һәр береһенең ҡулын сайҙырҙы. Мәнфүзә Зөһрәнең ҡолағына: "Сәскәле һөлгө менән батырҙың ҡулын һөрттөр",–тип  шыбырланы. Геройҙы Зөһрә түшәгән матур балаҫҡа ултырттылар. Һәр өйҙән тигәндәй йыйып алған ағас ҡалаҡты тараттылар. Әсәһе Мәзмүрә апай ҡоштабаҡ менән ҡап уртаға бишбармаҡ ултыртты: 

– Байҙың ҡырҡ йылдан да байлыҡ сифаты бөтмәҫ, ярлының ярлы сифаты китмәҫ, тигәндәр. Атайҙан йәш ҡалдым, аҡылдан буш ҡалдым, тип, ҡайғырып ултырыр заман түгел. Әйҙә, Таһир ағай, ашҡа ризалығығыҙҙы биреп, доғағыҙҙы уҡып ебәрегеҙ, –тине. 

     Табын артында олоһо ла, кесеһе лә мөкиббән китеп геройҙы тыңланы: аяуһыҙ барған ҡан ҡойғос һуғышты, юғалтыуҙарҙы, барыһын да йөрәктәренән үткәреп кисереп ултырҙы.

     Иртәгәһенә герой Хөснөтдин рәйес менән ауылдаштарына йөрөп сыҡты. Кискә Мәғнит ҡалаһынан алып килеп, тоҡлап он таратты. 

 

Һигеҙенсе бүлек.

   1945 йыл. Май. Яҙ иртә килде. Юлдарҙа саң күтәрелеп ята. Ҡымыҙлыҡ өлгөргән. Мәнфүзә, Зөһрә, Фәрит ҡаршылағы тауға үрмәләне. Ҡояш бөгөн айырыуса яратып, ҡайнар нурҙарын йомарт өләшә. Баш осонда ҡанаттарын һәлмәк ҡағып торналар ҡысҡырҙы.

  Фәрит ерҙә ауған йәш ҡайындың туҙын һыҙырып, итен ҡыра башланы. Аҫҡа ҡарай төшә-төшә, яңы һутҡа тулған кәзә һаҡалдарын сәйнәп, кәкүк ҡаталарының балын һурҙылар. 

  Хәлдәре бөтөп, юл буйлап бара торғас, ҡаты йоҡоға тәгәрәнеләр. 

– Һуғыш бөткән! Урра! Һуғыш бөткән! –Һөрән һалып һыбайлы үтте - Ниңә йоҡлап ятаһығыҙ? Һуғыш бөткән!   

  Урамда кешеләр йыйылған. Ҡыҙҙар улар янына йүгерҙе. Клуб башында ҡыҙыл әләм елберләй. Яраланып ҡайтҡан яугирҙәр һөйләй. Кемдер ҡурай уйнай, кемдер гармунда һыҙҙыра. Ҡатын-ҡыҙҙар, бала-саға бейей.

   Ҡояш байығанса "Уррра! Беҙ еңдек! " тип күңелле ҡысҡырған тауыштар ишетелеп, бейек Ҡырҡты тауҙары ҡаяларына етеп ҡаҡлығып оҙаҡ яңғырап торҙо.  

  Ҡояш тау артына тәгәрәгәнсе халыҡ таралышманы. Мәнфүзәнең әсәһе таңғы намаҙына баҫты. Ҡыҙҙар беренсе тапҡыр тыныслыҡ алып килгән таңдың ҡыҙарып атҡанын да күрмәй, йоҡолары туйғансы йоҡланы.  

  Көҙөн Мәнфүзәнең ата-әсәһенә, Йәнйегет, Хәйретдин бабайҙарға һәм башҡа ауылдаштарға Сталин башы һүрәте төшөрөлгән миҙалдарҙы тапшырҙылар Уларҙы Таһир олатай кеүек "Тыл батырҙары" тип атанылар.   

 – Беҙ фронтта һалдат булһаҡ, һеҙ – тылда һалдат булдығыҙ! Юл буйында ятҡан ауылдарҙың ярлылығы, халҡының бөлгөн тормошта йәшәүен күрә-күрә килдем. Һәр өйҙөң ишеген ҡаҡҡан ҡайғы менән бергә аслыҡ-яланғаслыҡ күп ауылдаштарымды алып киткән. Янбаштары ослайып сыҡҡан арыҡ һыйырҙарҙы егеп, яңаҡтары эскә батҡан ҡатын-ҡыҙҙар, ялан аяҡ малайҙарҙың ер һөргәнен күрә килдем. Алама оҙон бәлтә кейеп, ете йәшлек малайҙың ялан аяҡ үгеҙ менән ер һөрөүен ғүмере онотасаҡ түгелмен! Фронтта ла бик ауыр. Азат иткән ауылдарҙа урамдар буш. Бер йән эйәһе юҡ. Украинала ҡауҙыларҙы ботарлап ҡоҙоҡтарға ырғыталар. Өй беренсә күҙҙәре соҡолған бала-саға, танауҙары ҡырҡылған мәйеттәр. Фашистарҙың ҡанһыҙлығын һөйләп бөтөрөрлөк түгел! Уларҙың яуызлығы беҙҙә нәфрәт тыуҙыра, сәстәр үрә тора, йөрәктәргә ҡан һауа,– тип һөйләгәйнеләр еңеүгә арналған тантанала. 

  Көҙгө ураҡ өҫтө. Әсәйҙәр билде биштән быуып иген ура. Мәнфүзә кеүек ҡыҙҙар көлтәләрҙе тотоп тора. Уҡыусылар көн дә урылған яланда бөртөкләп бойҙай сүпләй. Көндәлек норма – ике шырпы ҡабы.  Фатима апайҙың: "Бойҙайҙың һәр бөртөгө – пуля – фашисты атып йыға",–тигән һүҙҙәренә ҡанатланып, ер өҫтөн аҡ ҡар ҡаплағансы, әллә күпме бойҙай сүпләп, бригадирға тапшырғандары ҡыҙҙарға мәңге онотолмаҫлыҡ хәтирә булды. 

 

                                   Туғыҙынсы бүлек. 

  Һуғыш бөтһә лә тормош тиҙ генә яйланманы. Дәүләткә май, йөн, йомортҡа, тире  тапшырыу йөкләмәһе шул көйөнсә ҡалды. Көҙөн урған ашлығыңды ла тапшыраһың. Оҙон ҡышҡа үҙеңә ни ҡала?   

  Бойҙайҙы алып ауыҙға ҡабырға ла рөхсәт юҡ. Элеккесә бригадир һәр саҡ тикшереп тора. Ҡатын-ҡыҙҙар көндәгесә баҫыуға эшкә йөрөй

  1953 йыл. Сталин олатай үлгән! Бөйөк ил башлығы менән бар халыҡ илап хушлашты. 

 Бер-ике айҙан, ҡыҙҙар, уҡыуҙан ҡайтыуға ҡапҡа эстәренә ауҙарылған бойҙайға иҫтәре китте. Ашъяулыҡта ҡалған икмәк валсыҡтарын бармаҡ бите менән сүпләп ашаған һайын, ошо ваҡиғалар иҫтәренә төштө. 

 

                                                      Эпилог. 

  Мәнфүзә Еңеү көнөндә телевизорҙы тоҡандырҙы. Бәләкәй тау түбәһе. 58-се гвардия кавалерия полкы командиры, генерал-майор, ике тапҡыр Ҡыҙыл йондоҙ кавалеры, Советтар Союзы Геройы Таһир Тайып улы Кусимовты ауылдаштары хөрмәтләп ҡаршы ала.Унда ике ҡыҙ бала йүгергеләй. Мәнфүзә менән Зөһрә. Кырандастағы өсөнсө кеше кем икәнен белде. Ул – кинооператор. 

Аҙағы. Башы https://amanat.su/ сайтында

Автор:Зөһрә Бәшәрова
Читайте нас: