0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
27 Март 2023, 14:55

Яҙ килә, яҙ!

Тамерлан Зарипов, Туймазы районының Серафим мәктәбе уҡыусыһы. "Аманат"тың "Йәш хәбәрсеһе". Әүҙем авторыбыҙ шиғырҙар ижад итергә ярата. Һәләтле егеттең өр-яңы шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Яҙ килә, яҙ!
Яҙ килә, яҙ!

Яҙ килә, яҙ!

Яҙ  миҙгеле килә ергә,

Бар тирә-яҡ йәнләнә.

Ярҙарынан һыуҙар таша,

Йылы яҡтан ҡоштар ҡайта.

 

Йырғанаҡтарҙың шат йырынан,

Күңелдәргә дәрттәр өҫтәлә.

Сыйырсыҡтар сут-сут һайрай,

Бар ерҙә лә эш ҡайнай.

 

Ҡояш апай шат йылмайып,

Ергә һибә йылы нурҙарын!

Яҙ сәсәктәре-умырзаялар,

Ҡарҙы ярып, башын ҡалҡыта.

 

Баҫыу-ҡырҙар ҡарҙан әрселгәс,

Йәшел сирәм ҡалҡып сығыр.

Ләйсән ямғыр яуып китер,

Донъя шау сәскәгә күмелер!

Тамерлан Зарипов, Туймазы районының Серафим мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: