+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
28 Март 2023, 15:59

“Аманат” – ҡуйыр ҡанат

(Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ноғман Мусиндың 2018 йылда “Аманат” журналы өсөн яҙған бала саҡ хәтирәләре).  

“Аманат” – ҡуйыр ҡанат
“Аманат” – ҡуйыр ҡанат

Минең өс апайым бар ине: Нәфисә, Нәзи­лә, Мәфрүзә. Әлбиттә, улар минән алда уҡыр­ға төштө һәм мин уларҙың китап уҡыуына, ҡулдарына ҡәләм тотоп яҙышыуына һоҡла­нып ҡарай инем. Минең хәлемде аңлағандай, улар миңә хәрефтәр танырға, уҡырға өйрәтте. Иң тәүҙә Мәфрүзә апайымдың “Әлифба”һын тырышып-тырышып уҡыуым хәтерҙә. Апа­йым­дар ул саҡтағы “Йәш төҙөүсе” гәзитен алдыра ине, ана шунда “Ҡуян” тураһындғы хи­кәйәне хәтәр ҡыҙыҡһынып уҡыным һәм арта­бан ошо гәзитте көтөп ала башланым.

Мин беренсе синыфҡа уҡырға төшөр йыл беҙҙең өйгә ике уҡытыусыны – Байғусҡаров Зәкәриә (уның Ҡырмыҫҡалы районынан икә­нен белдек) менән Халиҡов Әкрәмде (Дәү­ләкән районы) фатирға төшөрҙөләр. Улар Дәү­ләкән педучилищеһын бөтөп кенә килгән­дәр – Зәкәриә ағай математик, Әкрәм ағай (ниндәй бәхет!) беҙҙе – 1-се синыфтарҙы уҡы­тасаҡ икән. Минең әҙәби әҫәрҙәрҙе ҡанығып уҡый башлауым да бына ошо кешеләргә бәй­ле. Әкрәм ағай үҙе менән байтаҡ китаптар ҙа алып килгәйне. Тәүге ҡулға эләккәне – Сәғит Агиштың хикәйәләре булды. Ағайҙар минең мәктәпкә бармаҫ борон апаруҡ уҡыуыма һоҡ­лана, был иһә мине оторо дәртләндереп ебә­рә. Йыл дауамында мин Әкрәм ағайҙың ки­тап­тарынан тыш ауыл китапханаһынан да алғылай башланым. Тәүге ҡалын китап – Жюль Верндың “Серле утрау”ы ине.

Бына шулай “Йәш төҙөүсе”нән башланған уҡыу дәрте мине ҙур китаптар донъяһына алып килде. Был әүәҫлек мине ғүмер буйы ташламаны. Хәҙер балаларға уҡыу өсөн әҙәби китаптар ҙа, журналдар ҙа, гәзиттәр ҙә етер­лек, тик уларҙы алдырырға, уҡырға һәм ҡәҙе­рен белергә генә кәрәк.

Йәнә шуны әйтәм: бәләкәй саҡтан уҡ әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡырға әүәҫлек мине институттың филология факультетына, унан әҙәби ижадҡа алып килгәндер, тим. Балалар өсөн байтаҡ әҫәрҙәр яҙыуымдың тамырҙары ла әлеге “Йәш төҙөүсе”гә барып тоташманымы икән әле?

“Күксә урманында” тигән повесым илленсе йылдарҙа уҡ “Пионер” журналының дүрт һа­нында баҫылғайны. Унан аҙаҡ “Зәңгәрһыу хи­кәйәләре” повесы, “Һунарсы хикәйәләре” һәм башҡа әҫәрҙәр балалар өсөн нәшер ителгән баҫмаларҙа донъя күрҙе. Әле лә мин улар менән бәйләнеште өҙмәгәнмен, бигерәк тә “Аманат” журналы минең ижад менән даими ҡыҙыҡһына, уның биттәрендә хикәйәләрем донъя күрә тора.

Мин һәр саҡ һеҙҙең менән бергә булырға тырышам, ҡәҙерле балалар. Үҙегеҙгә күңел байлығы бүләк итеүсе гәзит, журналдарҙан һеҙ ҙә айырылмағыҙ.

Ошо теләктәрем ҡабул булыр тип: Ноғман Мусин.

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: