+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
28 Март 2023, 08:30

Аулым, ауылҡайым

Дәүләкән районының Иҫке Мерәҫ ауылы ҡыҙы Азалия Ғүмәрованың шиғыры һәм фотолары.

Аулым, ауылҡайым
Аулым, ауылҡайым
  • Беҙҙең ауыл бик боронғо .
    Исеме уның Мерәҫ
    Ҡайҙарға ғына китһәм дә
    Һис күңелемдән китмәҫ

    Ике йылға ағып ята
    Ҡарамал менән Өршәк
    Туғайлары еләкә бай
    Йыйһаң тула ҙур көршәк

    Урманында кейекләре
    Уйнай болонда купләп
    Тыуып үҫкән еребеҙгә
    Шундай матур йәм өҫтәп

    Аҡҡоштар төшәр күлдәр бар
    Йөҙәләр улар парлап
    Ҡоштар һайрай туғайында
    Тыуған ерендә данлап
  •  
     
    Исеме Беҙҙең ауыл
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: