Йәшәһен телебеҙ!
Ынйылай телебеҙ йәшәһен!
Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки киләсәк менән бергә
Һаҡлап сыҡтым ,телем, һине лә!
Башҡортостандың халыҡ шағиры, телебеҙ һаҡсыһы Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың үрҙәге шиғыр юлдары телен, илен яратҡан һәр кемде уйланырға мәжбүр итә. Был шиғыр юлдары бөгөнгө көнгә ауаздаш.
Мин дә телем яҙмышы тураһында һәр саҡ уйланам. Халҡыбыҙҙың бөйөк байлығы телем йәшәһен өсөн иң тәүҙә үҙем үҙ телемдә матур аралашырға тейешмен. Быны һәр кем дөрөҫ аңлап, халҡыбыҙ алдындағы ошо бурысты үтәһә, яҡшы булыр ине.
Үҙ телен ынйы бөртөгөндәй ҡәҙерләп, үҙ милләтенең иң-иң затлы, бөйөк ошо байлығын йәндәй күреп, матур итеп, һутлы телендә аралашҡан кеше генә бәхетле.
Донъя йөҙөндә шундай күп милләт кешеләре йәшәй. Ә ҡайһы берәүҙәр үҙ телендә аралашмайынса, телен онотоп, башҡа телдә һөйләшеп йөрөгән була. Һәр милләттә лә ундайҙар осрап ҡуя. Был - аҡыллылыҡ түгел. Телдең көсө -үҙ телендә һөйләшеүселәр һанының күплегендә, телдең бер туҡтауһыҙ үҫешеүенән дә килә.
Ике телдә бутап һөйләшеү ҙә кешене биҙәмәй. Аҡыллы, иманлы, әҙәпле кешеләр, көсләп түгел, ә йөрәге ҡушыуы буйынса үҙ телендә һөйләшә. Үҙ телен белгәндәр башҡа телдәрҙе еңелерәк үҙләштерә.
Үҙ телендә һөйләшеүселәргә, башҡа телдәрҙе лә берҙәй өйрәнеүселәргә һәр заманда ла хөрмәт һәм ихтирамлы ҡараш йәшәй. Улар, минеңсә, үҙҙәре үк ихтирам яулай.
Беҙ ғаиләбеҙҙә саф башҡортса аралашабыҙ. Атайым Данил - балта оҫтаһы, таҡта ярыу цехында эшләй, әсәйем Вәлимә - шахмат уйнау оҫтаһы, “Ҡарасурина” шәхси хужалығында икмәк бешереүсе һәм беҙ дүрт бала. Мин - Минзиә, бишенсе синыфта уҡыйым.Ҡустым -Нурдауыт өсөнсөлә. һеңлем Гөлнәзирә беренсене тамамлай. Иң бәләкәй ҡустым Ирханға ике йәш.Уның да теле “әсәй”, “атай”, “әпәкәй”, “һөт” һәм башҡа ҡәҙерле һүҙҙәр менән асылды.
Әсәйем беҙгә:
- Ҡаҙҙар ҡалай ғына матур ҡысҡыралар!
- Ға-ға-ға! - тип, беҙҙе ҡабатлата.
-Был ниндәй төҫ?
- Был - ҡыҙыл төҫ.
-Нимә ҡыҙыл була?
-Бантик, күлдәк һ.б.
Шиғырҙарҙы ғаиләбеҙ менән ятлайбыҙ.
Минзиә, Нурдауыт, Гөлнәзирә һәм Ирхан
Алдылар ҡулға ҡәләм.
Төшөрҙөләр аҡ болан,
Ал ҡояш,йәшел ялан.
( Динә Талхина.)
“Бесәй китте еләккә”
Бесәй китте еләккә,
Тырыз элеп беләккә,
Аяғында йөн ойоҡ,
Тырызының төбө юҡ.
Килеп етте еләккә,
Менеп китте тирәккә,
Тырнай-тырнай тирәкте
Эҙләй бешкән еләкте.
Еләкһеҙ тирәк икән,
Әллә бейектә микән?
Үрмәләне бейеккә,
Күренмәй бер еләк тә.
(Миңлегөл Хисмәтуллина.)
"Күбәләк" йырын йырлайбыҙ:
Аҡ та була,күк тә була.,
Төрлө була күбәләк,
Сәскә осҡан төҫлө була,
Улар осһа, бергәләп.
Тиҙәйткес әйтәбеҙ:
Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башы,
Биш бесәйҙең биш башына
Емерелмәһен мейес башы.
Ғаиләбеҙ менән бына шулай телебеҙҙе өйрәнәбеҙ, һөйләшәбеҙ.
Яҙмамды:
- Өндәшәмен һауаға - ТЫНЫСЛЫҠ булһын өсөн!
Өндәшәмен дуҫтарыма - ДУҪЛЫҠ ныҡ булһын өсөн!
- Өндәшәмен ЕР-ӘСӘГӘ - БЕҘҘЕ ЯРАТҺЫН өсөн!
- Өндәшәм милләттәштәргә - ТЕЛЕБЕҘҘЕ ОНОТМАҪҠА, ТЕЛЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАРҒА, САФ БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШЕРГӘ, САФ БАШҠОРТСА ЙЫРЛАРҒА, САФ БАШҠОРТСА БЕЙЕРГӘ ҺӘМ БЕРГӘЛӘП ТЫНЫСЛЫҠТЫ ЯУЛАРҒА ҺӘМ ҺАҠЛАРҒА!
Минзиә Вәлитова, Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбенең 5-се синыф уҡыусыһы, "Сатҡылар" әҙәби-ижад түңәрәге ағзаһы.
Етәксеһе: Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы, Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы