+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
19 Апрель 2023, 09:00

Хәйерле булһын!

Хәйерле атһын таңыбыҙ,Хәйерле килһен көндәр,Хәйерле етһен кисебеҙ,Хәйерле үтһен төндәр.

Хәйерле булһын!
Хәйерле булһын!

Хәйерле булһын!

Хәйерле атһын таңыбыҙ,
Хәйерле килһен көндәр,
Хәйерле етһен кисебеҙ,
Хәйерле үтһен төндәр.

Хәйерле булһын уйыбыҙ,
Хәйерле булһын эштәр,
Хәйерле булһын өнөбөҙ,
Хәйерле булһын төштәр!

Хәйерле юлдарҙан уңып
Әйләнешеп ҡайтайыҡ,
Хәйерле аҙнаны башлап,
Хәйерле оҙатайыҡ!

Һәр бер ҡылған ғәмәлебеҙ
Хәйерле була күрһен…
Хәйерле булһын бөтәһе –
Хоҙайым ярҙам бирһен!

Фирүзә Абдуллина.

07.12.2014

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: