+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
20 Апрель 2023, 13:18

Кинйә Абыҙ – арыҫлан

Күп булған ул, батыр рухлы, Башҡорт халыҡ улдары.

Кинйә Абыҙ – арыҫлан
Кинйә Абыҙ – арыҫлан

Батырға

Күп булған ул, батыр рухлы,

Башҡорт халыҡ улдары.

Кинйә-Абыҙ батырҙы ла,

Һаҡлай тарих юлдары.

Арыҫландай яуға сапҡан ,

Дошмандарҙы айҡаған.

Һис бирмәгән  ерен-һыуын,

Киләсәккә һаҡлаған.

Илзирә Абдрахманова, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге  Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

 

Кинйә

 

Көйөргәҙе батыры

Кинйә  Абыҙ – арыҫлан.

Пугачев менән бергә

Ихтилалдар күтәргән.

Ҡыпсаҡ ере батыры

Кинйә Абыҙ – арыҫлан.

Рәхмәтлебеҙ тыуған ергә,

Батыр улдар үҫтергән.

Самат Һатлыҡов, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге  Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: